Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 10:05

Цех

Раят ВӘЛИЕВЦехРоманЭшселәр ятағының торбаны хәтерләткән оҙон коридорында йылы ел йүгерекләй. Ул, гүйә, темеҫкенгән хужаһыҙ эттәй, коридор осондағы асыҡ тәҙрәләрҙән ырғып керә лә буяу, аш, бәҙрәф, һыра, тәмәке еҫтәре аңҡытҡан, бер-береһенә оҡшаш тиҫтәләрсә ишектәрҙе, тәмәке төпсөктәрен, ҡағыҙ, сепрәк йыртыҡтарын, урамдан табанға эләгеп кергән батҡаҡ киҫәктәрен еҫкәп, ҡыштыр-ҡыштыр эҙләнеп йөрөй…

Раят ВӘЛИЕВ
Цех
Эшселәр ятағының торбаны хәтерләткән оҙон коридорында йылы ел йүгерекләй. Ул, гүйә, темеҫкенгән хужаһыҙ эттәй, коридор осондағы асыҡ тәҙрәләрҙән ырғып керә лә буяу, аш, бәҙрәф, һыра, тәмәке еҫтәре аңҡытҡан, бер-береһенә оҡшаш тиҫтәләрсә ишектәрҙе, тәмәке төпсөктәрен, ҡағыҙ, сепрәк йыртыҡтарын, урамдан табанға эләгеп кергән батҡаҡ киҫәктәрен еҫкәп, ҡыштыр-ҡыштыр эҙләнеп йөрөй…
Ғәрип коляскаһында ултырған бөҙрә сәсле малайҙан башҡа кеше осраманы Мансурға коридорҙа. Сашка… Тубығында, ғәҙәттәгесә, рәсем әсбаптары. Ыпыҡ ул. Ятаҡ лифты эшләмәй, шуға ла урамға сығырға кемдеңдер ярҙамын көтөп йөрөүелер инде бахырҙың…
Мансур зәңгәр күҙле малайҙың мамыҡтай йомшаҡ сәстәренән һыйпап ҡына үтте лә бүлмәһенең ишеген асты.
Ҡотһоҙланған бүлмә тынды ҡурырлыҡ тынсыу ине. Өҫтәл тулы бысраҡ һауыт-һаба, аш ҡалдыҡтары, тәмәке төпсөктәре, күптән йыуылмаған иҙәндә араҡы, һыра шешәләре аунап ята. Сергейҙың түшәге лә йыйылмаған. Мансурҙың түшәгендә лә кемдеңдер аунаҡлағаны күренеп тора. Ул киткәс Сережа иркенләгән, тимәк. Юғиһә Мансур, быға ҡәҙәре, эскегә әүәҫ иптәшенә уртаҡ торлаҡтарын былай йәмһеҙләргә бирмәйенсә, уны «ауыҙлыҡлап» тота ине…
Мансур йыртыҡ ҡорғандарҙы ситкә тартып тәҙрәне асты. Бүлмәгә әле генә яуып уҙған ямғыр сафлығы менән бергә шундуҡ ҡала тормошоноң ғәҙәти шауы бәреп керҙе.
Читайте нас: