Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль 2021, 15:15

Йылмайыу

Салауат ӘБҮЗӘР ЙЫЛМАЙЫУ У-у-у, ул саҡтар!.. Өмөт-хыялдарым Эт шикелле алдан саба ине. Ҡара төндәрҙә лә һөйөү эҙен Һауаларҙы еҫкәп таба ине. Ғүмер буйы шулай булыр, тиеп, Йөрөгәнмен икән, бына ахмаҡ! Хыялдарым арттан тәнтерәкләй Сатанлаған һарыҡ кеүек аҡһап. Һәм үҙем дә һаҡ-һаҡ баҫып киләм, – Күләгәмдән хатта абай булып. Ҡәләмемде таяҡ итеп алдым, – Юлды ҡапшап килгән бабай булып. Ҡапыл алда... бер йылмайыу күрҙем, Бер йылмайыу күрҙем. Шундай яҡты! Хыялдарым йәнә эт шикелле Шул тарафҡа табан тороп сапты. И-и, һылыуҙар! Һеҙҙең йылмайыуҙан Ҡанатһыҙҙар хатта күккә менә. Һөйөү генә гел йәш булып ҡала, Ҡартайыу юҡ мөхәббәткә генә!..

Салауат ӘБҮЗӘР
ЙЫЛМАЙЫУ
У-у-у, ул саҡтар!.. Өмөт-хыялдарым
Эт шикелле алдан саба ине.
Ҡара төндәрҙә лә һөйөү эҙен
Һауаларҙы еҫкәп таба ине.

Ғүмер буйы шулай булыр, тиеп,
Йөрөгәнмен икән, бына ахмаҡ!
Хыялдарым арттан тәнтерәкләй
Сатанлаған һарыҡ кеүек аҡһап.

Һәм үҙем дә һаҡ-һаҡ баҫып киләм, –
Күләгәмдән хатта абай булып.
Ҡәләмемде таяҡ итеп алдым, –
Юлды ҡапшап килгән бабай булып.

Ҡапыл алда... бер йылмайыу күрҙем,
Бер йылмайыу күрҙем. Шундай яҡты!
Хыялдарым йәнә эт шикелле
Шул тарафҡа табан тороп сапты.

И-и, һылыуҙар! Һеҙҙең йылмайыуҙан
Ҡанатһыҙҙар хатта күккә менә.
Һөйөү генә гел йәш булып ҡала,
Ҡартайыу юҡ мөхәббәткә генә!..
Читайте нас: