Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 20:44

Юл айырсаһында эш нисек бара?

Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл айырсаһын реконструкциялау дауам итә. Әле төҙөүселәр элемтә кабелен, һыу селтәрҙәрен үткәреү, свай ҡағыу менән мәшғүл. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ЗакиВалиди#Развязка

Өфөлә Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл айырсаһын реконструкциялау дауам итә. Әле төҙөүселәр элемтә кабелен, һыу селтәрҙәрен үткәреү, свай ҡағыу менән мәшғүл.
Күләмле төҙөлөшкә бәйле, Өфөгә ингән һәм ҡаланан сыҡҡан ерҙә 28 февралгә тиклем төнгө сәғәт 12-нән таңғы 5-кә тиклем транспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла. Шул уҡ ваҡытта Өфөгә ингәндә юлдың был участкаһын Сочи урамы аша, ә сыҡҡанда Зәки Вәлиди урамы аша урап үтергә мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, реконструкцияланған юл айырсаһындағы хәл даими контролгә алынған, 10 светофорҙың, тәү сиратта Салауат Юлаев проспектында ҡуйылғандарҙың, эш тәртибенә төҙәтмә индерелгән. Бынан тыш, ошо участкалағы хәлде “Өфөнет” видеокамералары ярҙамында күҙәтергә була.
Мәғлүмәт "Башҡортостан" гәзитенән тупланды.
Читайте нас: