Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 16:50

Рауил Шаммас

Әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Рауил Шаммасҡа "Башҡортостандың халыҡ шағиры" тигән маҡтаулы исем бирелде. "Ағиҙел" журналы уҡыусылары, шиғриәт һөйөүселәр исеменән Рауил Сәхиулла улын ихлас ҡотлайбыҙ!

Рауил Сәхиулла улы Шаммасов (әҙәби псевдонимы Рауил Шаммас) 1930 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт АССР-ының ул ваҡыттағы Ҡарағош районы Уразай ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1952 йылда район үҙәге Стәрлебаш ауылындағы 1-се һанлы урта мәктәпте тамамлағас, элекке Матрай (хәҙерге Йылайыр) районының Һабыр ете йыллыҡ мәктәбендә, 1956 йылдан Стәрлебаш районының Йәшергән урта мәктәбендә балалар уҡыта. 1958 йылда үҙ районының ул саҡтағы «Знамя коммунизма» — «Коммунизм байрағы» (аҙаҡтан «Стәрлебаш шишмәләре») гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эш башлай. Төп хеҙмәтенән айырылмай, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға керә һәм уны ситтән тороп 1960 йылда тамамлай. 1962 йылда «Ҡыҙыл таң» республика гәзите редакцияһына күсә, яуаплы сәркәтип урынбаҫары, 1968—1970 йылдарҙа бүлек мөдире була. 1972—1981 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәби мөхәррир вазифаһын башҡара. 1982—1984 йылдарҙа СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан бүлексәһендә яуаплы хеҙмәткәр. Аҙаҡтан 1995 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында эшләй, шул иҫәптән пропаганда бюроһын етәкләй. Бер ни тиклем ваҡыт «Һәнәк» журналында әҙәби хеҙмәткәр булып та эшләп ала.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2021 йылдың 18 ғинуарындағы указы менән Рауил Шаммасҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Читайте нас: