Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2021, 21:45

Уларҙы мөхәббәт йүгертте.

Бөгөн Башҡортостан урмансылары паркы биләмәһендә инде етенсе йыл рәттән иң романтик ҡышҡы йүгереш – “LOVERUN–2021” үтте.

Бөгөн Башҡортостан урмансылары паркы биләмәһендә инде етенсе йыл рәттән иң романтик ҡышҡы йүгереш – “LOVERUN–2021” үтте. Рәсәйҙең туғыҙ төбәге, ҡырҡ ҡалаһынан 300-ҙән ашыу йүгереүсе Өфөгә ярышыр өсөн генә түгел, ә бер-береһенә һөйөү һүҙҙәрен еткерергә, матур, йылы тойғолар менән солғанырға тип тә килгән. Сарала парлап та, яңғыҙ ҙа ҡатнашҡандар. Проекттың төп маҡсаты ла бит – һыуыҡты сигендереп, яҙҙы яҡынлаштырыу. Финишта инде иң күркәм йола атҡарыла – ир-егеттәр йөрәген яулаған һылыуҙарға өйләнешергә тәҡдим яһай. Быйылғы йүгереш 2,5, 5, 10 һәм 21,1 саҡырым алыҫлыҡтарҙа үткән. Дистанцияла еңеү яулағандар призһыҙ ҡалмаған: уларҙы йөрәк рәүешендәге браслет, миҙалдар менән бүләкләгәндәр. Фотолар: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас: