Ватанды һаҡлаусылар көнөндә шәмбе, 20 февралдә, эшләйбеҙ ҙә 21, 22, 23 февралдә ял итәбеҙ. Рәсәй хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15-20 февраль быйыл 6 эш көнөн үҙ эсенә алған берҙән-бер иң оҙон эш аҙнаһы. Шәмбе эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Өс көн ялдан һуң өс көн эшләп тағы ике көн ял итәсәкбеҙ. 8 Март — Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан 6, 7, 8 март ял көндәре тип иғлан ителде.