Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 09:56

"Остаз"

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендәге гранттар конкурсында еңеп сыҡты. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Остаз#ФБФБГПУ#Бгпу#Мәғариф#БашҡортФилологияһыФакультеты

“Остаз” мәктәпкәсә мәғариф ойошмалары тәрбиәсеһенең педагогик оҫтаханаһы” тип аталған еңеүсе проекттың төп маҡсаты – 3-7 йәшлек балаларға диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреүҙе ойоштороу йәһәтенән заманса һөнәри компетенцияларҙы ғәмәлгә индереп, башҡорт телен үҫтереү һәм танытыу.
Пилот майҙансығы рәүешендә республиканың өс районы һайланды. Улар – көнсығыш диалект вәкилдәре йәшәгән Әбйәлил районы, көньяҡ диалект вәкилдәренең Стәрлебаш районы, төньяҡ-көнбайыш диалект вәкилдәренең Борай районы. Проектты тормошҡа ашырыу барышында тәрбиәселәр өсөн университет нигеҙендә семинарҙар, белемле камиллаштырыу курстары ойошторола. Шулай уҡ “Мәктәпкәсә белем биреү” программаһы буйынса һөнәри әҙерлек үтеү, республикалағы иң яҡшы педагогтарҙы асыҡлау, алдынғы тәжрибәне таратыу өсөн методик ҡулланмалар фондын төҙөү күҙаллана. Авторҙар коллективы мәктәпкәсә учреждениелар өсөн альтернативалы уҡыу-уҡытыу методик комплекстары эшләй.
"Башҡортостан" гәзите хәбәр итеүенсә, проект кисә Стәрлебаш ауылында башланды. Әбйәлил һәм Борай райондары вәкилдәре унда онлайн тәртибендә ҡатнашты.
БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова әйтеүенсә, был проектҡа ярашлы, башҡорт телен урындағы ерле һөйләшкә нигеҙләнеп өйрәтеү бик дөрөҫ һәм отошло буласаҡ.
Читайте нас: