Төн ҡараңғылығына текләп тәҙрә төбөндә ултырған Хыялый ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ҡарағыҙ әле!.. Ҡарағыҙ!..
Уның һөрәнләүе палатала тыныс ҡына йоҡлап ятҡан башҡаларҙы ҡымжытты. Сирлеләр эләгә-һөрлөгә Хыялый торған тәҙрә төбөнә эркелде, ығы-зығы ҡупты. Иң беренсе килеп еткән Ленин эске бер ярһыулыҡ менән һорай һалды:
– Нимә, әллә революциямы?
– Ен!.. А-а-анауында!.. Шәп-шәрә!.. – Хыялый, һүҙҙәрен раҫларға теләп, тәҙрәгә ишараланы, ләкин бер ни ҙә күренмәгәс, ауыҙ эсенән мығырҙаны. – Әле генә ошонда ине...
Кемдер утты ҡабыҙҙы. Сирлеләрҙең ҡотон алып бөткән Тарзан менән Маугли ҡушаматлы санитарҙар ишек төбөндә уҫал ҡарап тора ине.
– Ниндәй баҙар бында? – тип екерҙе Тарзан, бөйөрөнә таянып.
Сирлеләр санитарҙарҙың тауышын ишетеү менән карауаттарына ашыҡты. Ленин, нимәгәлер өмөтләнгәндәй, усын маңлайына ҡуйып, тәҙрә аша тышты байҡаны.
– Эй, Ленин, нимә күрҙең унда? – Санитарҙар уларҙың эргәһенә килде.
– Бына, Хыялый әйтә, ен күрҙем, ти. Ә мин революция башландымы тип торам, – тип һөйләнде Ленин, ялтас башын ыуып.
– Күрһәтермен мин һиңә революцияны! – Тарзан Лениндың елкәһенә төртөп ебәрҙе. – Марш урыныңа!
– Килер бер көн... Осҡондан ялҡын тоҡаныр... – Ленин һөйләнә-һөйләнә карауатына ятып, юрғанын бөркәнде.
– Йоҡлап ятҡан халыҡты ниңә уяттың?
– Мин... Мин уятманым... Ен... – тип ыҡ-мыҡ итте Хыялый.
– Ниндәй ен һөйләйһең һин? – Санитарҙар көлөмһөрәне.
– Ен инде... Шәп-шәрә килеш ошонан үтеп китте. – Хыялый, ышандырырға теләгәндәй, тышҡа төртөп күрһәтте. Ике санитар ҙа тәҙрәгә ҡапланды.
Санитарҙар бер-береһенә ҡараны:
– Эйе, келәт мөйөшөнә китте, – тип раҫланы Хыялый.
– Алдашмайһыңмы? – Маугли тишеп ҡараны тегеңә.
– Юҡ!.. Ысын әйтәм! Шәп-шәрә ине.
Тарзан, бер аҙ уйланып торғас, Мауглиға шиген белдерҙе:
– Нимә ысын булһа? Енме ни?!.
– Һин нимә, аҡылдан яҙҙыңмы, ниндәй ен, ти. Әгәр келәткә ҡараҡтар төшһә... – Тарзандың шикләнеүе Мауглиға ла күсә башланы.
– Ысынлап та... – тине ул, һораулы ҡарашын Тарзанға төбәп. – Ә ҡарауылсы?..
– Как-будто белмәйһең уны, яталыр шунда иҫереп.
– Әйҙә, ҡарап сығайыҡ. Берәй хәл булһа, Карабас Барабас беҙҙең дә баштан һыйпамаҫ.
Карабас Барабас тигәнде ишеткәс, Хыялыйҙың тәне семерҙәп китте. Ошо йорттоң, атап әйткәндә, психиатрия дауаханаһының баш табибы Карам Барабашов ул. Хеҙмәткәрҙәр ҙә уны Карабас Барабас тип кенә йөрөтә.
Тарзан менән Маугли тиҙ генә фонарь эләктереп, урамға йүнәлде. Хыялый күрһәткән ергә еткәс, фонарь яҡтыһында ниндәйҙер шәүләне шәйләп, ҡатып ҡалдылар. Абайлабыраҡ ҡарағайнылар, сүкәйеп ултыраған шәп-шәрә берәүҙе шәйләнеләр.
– Бына һиңә ен!.. Кем һин? – тип һораны Тарзан, былай ҙа ҡалын тауышына ҡырыҫлыҡ өҫтәп.
Теге кеше бер һүҙ өндәшмәй, кендек аҫтын усы менән ҡаплап, яйлап ҡына турайҙы.
– Эй, һиңә әйтәм, кем һин? – Тарзан һорауын тағы ҡабатланы.
– Кем булһын, үҙебеҙҙең дурак икәне күренеп тора, – тине Маугли. – Ҡасырға уйлаған, сволочь! Палатанан нисек сыға алды икән был?
– Әйҙә, атла! – тип бойорҙо Тарзан.
– Мин... Мин... Мин – сит планетанан... – тип һөйләнде яланғас кеше. – Мин – Әҙәм. Тегенән килдем... – Ул бармағы менән күккә төртөп күрһәтте.
– Ҡыйыҡтан сыҡтымы икән ни? – Маугли аптырап, һыҙғырып ҡуйҙы.
– Булыр был дурактарҙан, – тине Тарзан. – Этлеккә тиһәң, баштары шәп эшләй уларҙың.
– Әйҙә, бынан һуң шиш ҡасырһың! – Тарзан менән Маугли тегене дауаханаға индергәс, халат кейҙереп, махсус “Йомшаҡ бүлмә”гә бикләп ҡуйҙы.
Бүлмә эсендә бер нәмә лә юҡ. Иҙән дә, стеналар ҙа ниндәйҙер ҡалын йомшаҡ туҡыма менән ҡапланған. Ҡоторған сирлеләр баштарын бәреп ярмаһын өсөн иҙән-стеналарҙың махсус шулай эшләнгәнен белмәй ине Әҙәм. Тоноҡ яҡтылыҡта стеналағы бихисап яҙыуҙар араһында таныш билдә һәм һандарҙы күреп, үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо. Былар бит – формула! Ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы!.. Бына һиңә мә-ә!.. Уға мәғлүм булыуынса, был планетала әле үҙ ҡабыҡтарынан сыға алмаған примитив заттар йәшәй. Сәйер!.. Ни өсөн йыһандың башҡа киңлектәрендәге юғары аң вәкилдәре белмәй былар тураһында? Аптырарлыҡ та шул: үҙҙәрендә ҡәтғи сер иеп һаҡланған, һайлап алынған һирәктәр өсөн генә мәғлүм булған формула бында стенаға яҙып ҡуйылған...
Оҙаҡ уйланды ул, ләкин аныҡ бер фекергә килә алманы.
...Ишекте астылар. Коридор буйлап барғанда рәшәткәле тәҙрәләрҙәге яҡтыны күреп, көн тыуғанын төшөндө Әҙәм. Төрлөсә фаразлап ҡараһа ла, ни өсөн тәҙрәгә тимер рәшәткә ҡуйылыуын аңламаны. Үҙенсә һығымта яһаны: бәлки, яуыз заттарҙан һаҡланаларҙыр. Был планетала арыҫлан-юлбарыҫ, айыу-бүре кеүек теш-тырнаҡлы хәтәр януарҙар барын да һөйләп, һүрәттәрен күрһәткәйнеләр уға. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуы еңде, ауыҙ эсенән ниндәйҙер көй мөңөрәп эргәһендә килгән Тарзандан һораны:
– Әйт әле, бынау тимер рәшәткәләрҙе ниңә ҡуйғандар ул?
– Хәйләкәр, – тип йылмайғандай итте Тарзан. – Һинең кеүектәр сыға алмаһын өсөн...
Әҙәмдең башына барып етмәне яуап. Нисек инде, үҙҙәрен-үҙҙәре бикләп ҡуйған былар?..
Кабинетҡа барып инделәр. Киң өҫтәл артында ултырған ир, ялтаслана башлаған башын саҡ ҡына күтәреп, ҡаш аҫтынан күҙ һирпеп алды ла, ҡәләм тотҡан ҡулы менән ишара яһаны.
– Ултыр! – тип йыуан беләге менән Әҙәмдең яурынына баҫты Тарзан.
Байтаҡ ултырҙылар. Быларҙың йолаһы шулаймы икән, тип уйланы Әҙәм. Үҙҙәрендә берәйһе килеп инһә, бөтә эштәрен ташлап, ҡунаҡҡа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышалар, сәй тәҡдим итәләр.
Ниһайәт, ир ҡағыҙынан айырылды, усы менән битен ыуып, кирелеп алғас, Әҙәмгә текләп торҙо ла Тарзанға башын борҙо:
– Яңымы? Бер ҙә таныш сирлегә оҡшамаған, – тине.
Тарзан, автоматтан атҡандай, төнгө ваҡиғаны бәйнә-бәйнә теҙеп сыҡты.
– Ярай, – тип тамаҡ ҡырҙы ир. – Исемең кем?
– Мине Карабас Барабас тиҙәр, – тип кеткелдәп көлдө ир. – Әйҙә, рәхим ит минең театрға!
– Ниндәй театр? – Әҙәм бер ни ҙә төшөнмәне.
– Трагикомедиялар театры... – тине Карабас Барабас, һаҡалһыҙ эйәген һыйпап, шунан һорап ҡуйҙы: – Һин ҡайҙан булаһың?
– Мин... Мин, һеҙҙеңсә әйткәндә, Кеплер планетаһынан... – тине Әҙәм.
– Ула-а-ай икән... – тип һуҙҙы Карабас Барабас. – Ул планета тигәнең ҡайҙа инде?
– Лира йондоҙлоғонда. Ерҙән яҡтылыҡ тиҙлеге менән 1700 йыллыҡ ара.
– О-һо!.. – тип йылмайҙы Карабас Барабас. – Тимәк, һин 1700 йыл буйына осоп килгәнһең...
– Һеҙ шаяртаһығыҙмы? Ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы һеҙгә мәғлүм бит, – тине Әҙәм, бая стенала күргән яҙыуҙарҙы күҙ алдына килтереп.
– Ә-ә... Эйе, эйе... – тип баш ҡаҡты Карабас Барабас. – Беҙҙә инопланетяндар күп ул...
– Күп?!. Нисек инде?! Белеүемсә, ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы беҙгә һәм һеҙгә генә билдәле, – тип аптыраны Әҙәм.
Карабас-Барабас урынынан торҙо.
– Ярай, – тине ул, тамаҡ ҡырып. – Хәҙер һине палатаға урынлаштырырҙар. Ял ит, юлда арығанһыңдыр.
– Мин арыманым! – Әҙәм һикереп торҙо. – Һеҙ мине аңламанығыҙ!.. Мин – юғары аң вәкиле. Бында һеҙгә ярҙам итергә ебәрелдем!
– Ниндәй ярҙам инде? – Карабас Барабас ирен сите менән көлөмһөрәне.
– Мин Ер халҡына яңы технологиялар тапшырырға килдем. Был – беҙҙең тарафтан дуҫлыҡ билдәһе.
– О-о, шулай уҡмы ни? – Карабас Барабас ҡоластарын йәйеп, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Ну, чудактар, ә! Һеҙҙең менән күңелһеҙлеккә урын юҡ.
Был тиклем вайымһыҙ ҡыланыштан Әҙәм ярһый башланы:
– Һеҙ әллә беҙҙең технологияларҙы мыҫҡыл итәһегеҙме? – тип ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
– Тыныслан, кем... Әҙәм! Тыныслан! Барыһы ла аңлашылды. Беҙ бит ярҙамыңдан баш тартмайбыҙ. Әлбиттә, ярҙам итерһең. Беҙҙең өсөн һин – көтөп алған ҡунаҡ... – Карабас Барабас Тарзанға ишараланы, тегенеһе Әҙәмде, ҡулынан эләктереп, ишеккә һөрәкләне.
– Туҡтағыҙ әле! Миңә президент менән осрашырға кәрәк!.. – Әҙәм сәбәләнеп маташты.
– Бар, бар, – тип ҡул һелтәне Карабас Барабас. – Палатала осрашырһың, Президент та шунда.
Әҙәмде елтерәтеп алып сығып китте Тарзан. Палатаға индереп, ике ҡатлы карауатҡа ымланы:
– Урының ошонда булыр – икенсе ҡатта. Ҡара уны, тауышың сыҡмаһын!
Тарзан киткәс, тирә-яғына күҙ һалды Әҙәм. Унлаған кеше күренә, уға иғтибар итеүсе юҡ. Берәүһе башын тотоп, өҙлөкһөҙ һелкенеп ултыра, икенсеһе ҡулдарын һелтәй-һелтәй тегеләй-былай йөрөй, өсөнсөһө стенаға ҡарап ҡатҡан... Бер сибек кенә ир уға ҡулын һуҙҙы:
– Таныш булайыҡ – Хыялый.
– Әҙәм... Яҡшы. Анауһы – Ленин, тегенеһе – Наполеон, бынау ултырғаны – Президент, – тип таныштырҙы Хыялый.
– Эйе. Донъяның барлыҡ бөйөктәре йыйылған бында.
– Миңә президент кәрәк ине.
– Миңә хәҙер кәрәк, – тип Президентҡа табан уҡталды Әҙәм, ләкин Хыялый уның еңенән эләктереп алды.
– Файҙаһыҙ. Ул ҡабул итмәй.
– Нисек инде, ҡабул итмәй? Бер эшһеҙ ултыра лабаһа.
– Ғөмүмән, уның иғтибарын йәлеп итеү мөмкин түгел.
– Ул әлеге мәлдә ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә... Сәйәси эштәр менән мәшғүл.
Карауатында аяҡ бөкләп ултырған ир эргәһенә килде Әҙәм.
Тегенеһе ҡымшанманы, тораташ кеүек бер нөктәгә текләп ултырыуын белде. Аптырағас, ҡулын Президенттың күҙҙәре алдында йөрөтөп алды, ләкин хәл үҙгәрмәне.
– Әйттем бит, ҡабул итмәй, – тип ҡул һелтәне Хыялый.
Быларҙың закондары бик сәйер, тип уйланы Әҙәм.
– Борсолма, – тине Хыялый. – Уның иғтибарын хатта Лениндың туҙыныуы ла йәлеп итә алмай. Ул – бар, шул уҡ ваҡытта – юҡ!..
Был хәлде Әҙәм барыбер аңлай алманы.
– Ҡарале, һинең әйберҙәрең бармы? – тип һораны Хыялый.
– Ниңә? – һорауға һорау менән яуапланы Әҙәм.
– Әйберҙәреңде ныҡ йәшер. Юғиһә, урлаясаҡтар.
– Бында бөтәһе лә урлай, – тине Хыялый. – Президенттан башлап, Ленинға тиклем...
“Завтрак!” – тип һөрәнләнеләр. Барыһы ла урындарынан һикереп тороп, ишеккә тығыла-тығыла йүгерешә башланы. Таш һын кеүек ҡатып ултырған Президент та иң алдан сығып сапты, бер ҡарт ҡына ултырып ҡалды.
– Нимә булды ул? – Ҡапыл килеп тыуған ығы-зығыға аптыраны Әҙәм.
– Әйҙә, ашарға саҡыралар. Һуңлаһаң, ас ҡалаһың, – тип аңлатты Хыялый.
– Ә был? – тип ҡартҡа күрһәтте Әҙәм.
– Кисә ашаны, шул еткән. Ҡарт ул, бер кемгә лә кәрәге ҡалмаған.
– Бер генә тапҡыр туҡланамы ни?
– Булһа, ун тапҡыр туҡланыр ине... – тип көлөмһөрәне Хыялый. – Уның өлөшөн Президент ашай. Әйҙә, һин бараһыңмы, юҡмы?
– Юҡ, – тип баш тартты Әҙәм. – Мин асыҡманым.
– Ярай, һинең өлөшөңдө ҡартҡа килтерермен, – Хыялый сығып сапты.
Бер нөктәгә текләп ултырған ҡарт янына килде Әҙәм. Уның йәш тулған күҙҙәрен күреп, һаҡ ҡына һораны:
Ҡарт йәшле күҙҙәрен уға төбәне:
– Иламайым, – тине ҡалтыранған тауыш менән.
– Ҡарт кешенең күҙендә һәр саҡ йәш була...
Үҙҙәренең планетаһындағы ҡарттарҙың илағанын күргәне юҡ Әҙәмдең. Тормоштан ҡәнәғәтлек кисереп, донъяға һоҡланып йәшәүҙән күҙҙәре янып тора уларҙың.
– Ә һин кем? – тип һораны ҡарт.
– Мин – Әҙәм. Сит планетанан килдем.
– Шулаймы? – Ҡарт йәнләнеп китте. – Ал мине үҙеңдең планетаңа! Үтенеп һорайым!
– Ниңә? – Әҙәм уның эргәһенә ултырҙы.
– Арыным! – тине ҡарт уфтанып, шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Һуғышып арыным...
– Дошмандар менән. Беҙҙе дошмандар уратып алған. Татар-монголдарын ҡыйраттым, төрөктәр, шведтар, япондар менән һуғыштым. Унан граждандар һуғышы ҡупты, немец ябырылды. Тағы Афғанстан, Кавказ һуғышы... Һанап бөтөрлөк түгел, гел һуғыш...
– Нисек йәшәнең улай? – Әҙәм баш сайҡаны.
– Йәшәргә ваҡыт ҡалманы. Ә һеҙҙә һуғышмайҙармы һуң?
– Зинһар, ал мине үҙеңдең планетаңа! Исмаһам, ҡарт көнөмдә йәшәү барлығын тойоп ҡалырмын!.. – Ҡарт йәшле күҙҙәре менән ялбарып ҡараны, Әҙәмдең тәндәре семерҙәп китте хатта, тамаҡ төбөнә нимәлер килеп тығылды. Үҙе менән барған аңлайышһыҙ ваҡиғаларҙы барларға самаланы. Был планета кешеләре аҡыллы һымаҡ булһа ла, йәшәйештәренең аңлы заттарҙан ныҡ айырылыуы мейеһенә һыйманы. Ергә ебәрелер алдынан, унда аңлы заттар йәшәгәнгә оҡшай, тигәнгә генә шатланып риза булғайны. Әле ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кешеләрҙең сәйер ҡылыҡтарын күреп, бында килеүенә үкенә лә башланы хатта. Артабан нимә булыр?
Халыҡ шаулашып килеп инде. Ҡайһы берәүҙәрҙең мендәр аҫтына икмәк киҫәге йәшереүен күреп, Әҙәм:
– Былар нимә эшләй ул? – тип һораны Хыялыйҙан.
– Запас... – тине тегенеһе.
– Запас?!. – Барыбер төшөнмәне Әҙәм.
– Бәй, бында ҡытлыҡтар ҙа булып торамы әллә?
– Беҙҙең тормошобоҙ ҡытлыҡтарҙан тора, – тип аңлатты Хыялый. – Запасһыҙ йәшәп булмай.
Әҙәм белгән башҡа бер ниндәй планетала ла бындай уңайлы һауа шарттары юҡ. Ҡулыңдан яңылыш ҡына төшөп киткән орлоҡ та шунда уҡ шытып сығасаҡ. Ә был Хыялый ниндәйҙер ҡытлыҡ тураһында һөйләп тора. Булыуы мөмкин түгел!..
– Беҙ һинең менән яҡындан танышманыҡ бит әле, – тип Әҙәмдең уйҙарын бүлде Хыялый. – Һин ҡайһы яҡтыҡы булаһың?
– Мин... – Әйтһәм, был ышанырмы икән, тигәндәй һынап ҡараны Әҙәм. – Кеплер планетаһынан.
– Ә-ә-ә... – тип ҡуйҙы Хыялый, иҫе лә китмәй. – Ғаләмдең төрлө тарафтарын гиҙеп сыҡтым, ләкин һинең... Нимә тинең әле?
– Эйе, Кеплерҙа булғаным юҡ. – Хыялый йөҙөнә үкенес һыҙаттары сығарҙы.
– Бәй, һин дә Йыһан сәйәхәтсеһеме ни? – Әҙәм үҙенең ишен табыуға шатланғандай һораны.
– Эйе!.. Йыһан – минең донъям!.. Мин бит бында аҙашып ҡына килеп сыҡтым. – Хыялый көрһөндө.
– Ҡайҙа һуң һинең планетаң? Исеме нисек? – Әҙәмдең күңелен ҡыҙыҡһыныу солғаны.
– Алыҫта ул... – Хыялый тимер рәшәткәле тәҙрә аша күккә текләне. –Ул планетала күҙ йәштәре лә, ғазаптар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә юҡ. Мөхәббәт кенә хөкөм һөрә.
– Нисек атала һуң ул? – Ғаләм киңлектәрен күпме гиҙһә лә, Хыялый әйткән планетаны күреү түгел, ишеткәне лә юҡ ине Әҙәмдең.
– Бәхет!.. Бәхет тип атала ул!.. – Хыялый, хистәренән арынып, Әҙәмгә текләне. – Үҙеңдең планетаң тураһында һөйлә әле.
– Беҙҙең планетабыҙ ошо Ер кеүек. Игеҙәк тиһәң дә була. Әлбиттә, айырмалыҡтар ҙа күп: һауа баҫымы, көн-төн алмашыныуы, күк йөҙөнөң ҡыҙарып тороуы... Ләкин иң ҙур айырма ике планетала йәшәгән аңлы заттар араһындалыр, тип уйлайым. Беҙҙең халыҡ һуғыш, дошманлыҡ кеүек ҡот осҡос афәттәрҙе белмәй, сөнки бер туғандарбыҙ. Беҙҙә йәнле заттарҙың барыһы ла бер туған булып һанала...
Әҙәм һөйләп бөтмәне, шәфҡәт туташы эйәртеп, бүлмәгә Тарзан менән Маугли килеп инде.
– Ну-ка, һаҫыҡ артығыҙҙы асығыҙ! – тип ҡысҡырҙы Маугли.
Бойороҡҡа бойһоноп, һәр береһе ыштанын төшөрҙө. Шәфҡәт туташы өйрәнелгән хәрәкәттәр менән тиҙ арала асыҡ осаларға энә ҡаҙап сыҡты.
Быларҙың ҡушҡанын Президенттың да тыңлаусан малайҙарса үтәүен күреп, Хыялыйға өндәште Әҙәм:
– Президентты ла бар тип белмәйҙәр әллә?..
– И-и, быларға нимә ул Президент. Бөтә власть – улар ҡулында. Беҙҙең Президенттың, исеме булһа ла, есеме юҡ... – тине Хыялый бышылдап.
– Ә һин нимә аңшайып тораһың, һал ыштаныңды! – тип екерҙе Маугли быларҙы күҙәтеп торған Әҙәмгә.
– Мин?! Миңә кәрәкмәй! – Әҙәм артҡа сигенде.
– Һиңә нимә кәрәген беҙ хәл итәбеҙ, аңланыңмы!? Сис ыштаныңды!
Хыялый, хәлдең ҙурға китеүенән шөрләп, Әҙәмдең ҡолағына шыбырлыны:
– Ҡарышма! Улар барыбер үҙенекен эшләй.
– Юҡ! – тип Тарзандың ҡулын этте Әҙәм. Был тиклемен көтмәгән санитарҙың төҫө үҙгәреп китте.
– Һин шулаймы ни әле!.. Маугли, бир күлдәкте! – тип иптәшенә ҡысҡырҙы ул. Әзмәүерҙәй ике ир Әҙәмгә “һә” тигәнсе оҙон еңле күлдәк кейҙереп, ҡулдарын ҡаушарып бәйләп тә ҡуйҙы. Шул арала осаһына энә ҡаҙанылар.
– Ҡаршылашһаң, шулай була! – тине Маугли, ҡәнәғәт кеткелдәп. – Хәҙер ят инде тыпырсынып.
Тарзан менән Маугли шәфҡәт туташы артынан сығып киткәс, Әҙәм эргәһенә Хыялый килде:
– Әйттем бит, ҡарышма, тип. Уларға ҡаршы тороу мөмкинлеге юҡ.
– Нисек улай? – тип һөйләнде тәне ойой башлаған Әҙәм. – Ә хоҡуҡтар?
– Һин нимә, күктән төштөңмө? – Хыялый баш сайҡаны. – Ана, һиңә кейҙерелгән күлдәк һымаҡ ул хоҡуҡ.
– Ни өсөн миңә был күлдәкте кейҙерҙеләр?
– “Тынысландырыу күлдәге” ул. Хәйер, һәр беребеҙгә кейҙерелгән... – тине Хыялый, ауыр һулап.
– Бер кемдә лә юҡ бит. – Был нимә һөйләй әле тигәндәй, Хыялыйға шикле ҡараш ташланы Әҙәм.
– Йәнебеҙгә кейҙерелгән. Күҙгә күренмәй, ә йәнебеҙҙе ҡыҫа... – тине Хыялый. Уның зәңгәр күҙҙәрендә сикһеҙ ғаләм киңлеге сағылып киткәндәй булды. Ошо ҡараштар тәрәнлегендә ниндәйҙер ғазаплы яңғыҙлыҡ һағышын тойҙо Әҙәм. Күлдәк эсендә уңайһыҙ ине уға, Хыялыйға өндәште:
– Сисә алмайым... – тине Хыялый ситкә ҡарап.
– Нисек инде, сисә алмайһың?
– Шулай. Әйттем бит, мин дә ошо күлдәктә...
– Юҡты һөйләмә, күреп торам, һин бит – азат!
– Азатлыҡ тыштан түгел, эстән башлана... Ә унда – күлдәк... – Сәйер һөйләй был. – Сабыр ит, өйрәнерһең... Тәүҙә шулай ҡыйын була... Күнергә теләмәһәң, бында процедуралар күп. Күндерерҙәр...
Уларҙың эргәһенә Ленин килде.
– Тс-с!.. Бында шымсылар йөрөй... – тип бармағын ауыҙына ҡуйып, тирә-яҡты байҡаны ул, шунан Әҙәмгә эйелде. – Нимә, иптәш, ирек өсөн көрәшәбеҙме?
Хыялый Ленинды ҡыуып ебәрҙе. Бер ни ҙә аңламаған Әҙәм һораулы ҡарашын уға төбәне.
– Һине үҙенең өйөрөнә алырға теләй, – тип аңлатты Хыялый.
– Өйөр тигәне нимә һуң ул? – Әҙәм был һүҙҙе тәүге тапҡыр ишетә ине.
– Бер “вожак” үҙенә бүреләр шикелле өйөр туплап ала ла дошмандарына ҡаршы көрәш башлай. Бында ундай өйөрҙәр байтаҡ... – тине Хыялый.
Уның әйткәндәренән Әҙәмдең башы әйләнә башланы. Камил аҡыл ҡабул итмәй торған төшөнсәләр тураһында һөйләй Хыялый. “Дошман”дарҙы осратҡаны булмаһа ла, йыһанда аңлы заттар йәшәгән планеталарға һөжүм итеп йөрөгән ҡара көстәр барлығы тураһында ишеткәне бар Әҙәмдең. Тимәк, улар Ер планетаһын баҫып алырға теләй.
– Дошмандар ниндәй планетанан? – тип һораны ул хәүефләнеп.
– Һин әллә былайыраҡмы? – Хыялый бармағын маңлай сикәһенә ҡуйып борҙо. – Кешеләр!..
– Кешеләр?! – Хыялыйҙың яуабынан Әҙәмдең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. – Бер нәмә лә аңламайым: нисек инде, кешенең дошманы – кеше? Абсурд!
– Аңларһың, – тине Хыялый мәғәнәле итеп. – Кешенең иң ҡурҡыныс дошманы – кеше!
– Был бит – үҙ-үҙеңде үлтереү!.. Ә миңә, Ерҙә аңлы заттар йәшәй, тигәйнеләр... – Әҙәмдең кәйефе төштө.
Шул саҡ палатаға биҙрә тотҡан ҡатын килеп инде. Әҙәм уға ҡараны ла, эргәһендәге Хыялыйҙы ғына түгел, бар донъяны онотто.
– Эй!.. Һиңә әйтәм! Нимә булды? – ҡатынға текләп ҡатҡан Әҙәмдең яурынынан һелкетте Хыялый.
– Был ниндәй гүзәл зат? – тип һораны Әҙәм, һушына килеп.
– Кемде әйтәһең, әллә күҙеңә күренәме? – Хыялый, нимәлер шәйләргә теләгәндәй, тирә-яҡҡа ҡараны.
– Ана бит!.. – Әҙәм ҡатынға ишараланы.
– Ә-ә-ә... Ул бисәне әйтәһеңме... – Хыялый көлөп ебәрҙе. – Афродита ул. Бында иҙән йыуыусы.
Ул арала ҡатын быларҙың эргәһенә килеп, Хыялыйҙың аяғына типте:
– Нишләп ултыраһың, күтәр аяғыңды!
Хыялый һикереп тороп, үҙ урынына ашыҡты. Афродита “Тынысландырыу күлдәге” кейеп ятҡан Әҙәмгә бер талай ҡарап торҙо ла:
– Бахыр!.. – тине. – Килтереп торалар!.. Килтереп торалар!.. Әллә бөтә донъяһы аҡылдан яҙа инде...
Әҙәм үҙенә текләгән күҙҙәргә ҡарағайны, күкрәк тапҡырын сәйер тойғо солғап алды. Бындай тойғоно үҙҙәрендә бер тапҡыр ҙа татығаны юҡ ине уның. Гүйә, ҡатындың күҙҙәренән уның өҫтөнә ымһындырғыс нур ағылды һәм, күҙәнәктәре аша тәненә үтеп, күкрәгенә тулды. Был ни ғәләмәт булды һуң әле?
Афродита иҙәнде һөртөп сыҡҡансы аңҡы-тиңке булып ятты Әҙәм. Эргәһенә ҡабат килеп ултырған Хыялыйҙы күргәс кенә үҙенең бар булмышын солғап алған томан тарала төшкәндәй тойолдо.
– Нимә булды ул? – был һорауҙы Хыялыйға түгел, үҙенә бирҙе шикелле Әҙәм. – Ғәжәп!..
– Нимә булһын, Афродита иҙән йыуып сыҡты, – тине Хыялый. – Көн һайын йыуа ул.
– Уның күҙҙәренән ағылған тулҡын минең тәнемә үтеп инде... – тип һөйләнде Әҙәм.
– Әллә һин... – Хыялый йылмайғандай итте. – Ғашиҡ булдыңмы?
– Үәт, дүрәк, ә!.. – тип көлөп ебәрҙе Хыялый. – Бисәләргә ирҙәрҙең ғашиҡ була торған ғәҙәте бар инде. Әллә һеҙҙә ғашиҡ булмайҙармы?
– Юҡ! – тип баш һелкте Әҙәм.
– Ә балалар нисек тыуа һуң?
– Балалар беҙҙә инкубаторҙа барлыҡҡа килә.
– Инкубаторҙа? Ә мөхәббәт?.. – тип ғәжәпләнде Хыялый.
– Беҙҙә бөтә кисерештәр юғары технологиялар менән башҡарыла. Төрлө аппараттар ярҙамында үҙебеҙҙең барлыҡ ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерәбеҙ.
– Дә-ә... – тип һуҙып ҡуйҙы ниңәлер Хыялый. Шунан Әҙәмдең күкрәгенә ипләп кенә туҡылдатып ҡараны.
– Һине әйтәм, робот түгелме, тим...
– Нисек инде робот булайым?
– Әй, – Хыялый ҡул һелтәне. – Барыбыҙҙың да йөрәге тимер...
Шул саҡ төпкө яҡта өс-дүрт сирле ҡалай тәрилкәләргә ҡалаҡ менән һуға башланы. Уларҙың араһында ҡулдарын болғай-болғай Ленин нимәлер һөйләп маташа, ләкин уның тауышы берәүгә лә ишетелмәй.
– Нишләйҙәр ул? – тип һораны Әҙәм.
– Лениндың өйөрөндәгеләр бойкот ойоштора, – тип аңлатты Хыялый.
Шау-шыуға дубинка тотҡан Тарзан менән Маугли килеп инде.
– Туҡтатығыҙ!.. Яҡшы саҡта таралығыҙ!.. – тип оран һалды Тарзан. Тегеләр, уның аҡырыуына иғтибар итмәй, тәрилкәгә һуғыуын белде.
– Һеҙ шулаймы әле!.. – Тарзан менән Маугли дубинка менән тегеләрҙе бәргеләргә тотондо. Сирлеләр, ауыртыуға сыҙай алмай, кем карауат аҫтына йәшенеп, кем юрған менән ҡапланып маташты. Ығы-зығы һыпырып алған кеүек “һә” тигәнсе баҫылды, сирлеләрҙең һыҙланыуҙан ыңғырашҡаны, Маугли менән Тарзандың ара-тирә һүгенгәне генә ишетелеп тора.
– Лениндың ҡотҡоһо был! – тине Тарзан. – Маугли, күлдәк бир!..
Маугли мәхшәрҙе күҙәтеп ятҡан Әҙәм эргәһенә килеп:
– Эй, ә һин тынысландыңмы? – тине. Үҙе яуап та көтөп тормай, Әҙәмдәге күлдәкте систереп алды. Шулай ҙа киҫәтергә онотманы: – Ҡара уны, тауышың сыҡмаһын!
Күҙ асып йомған арала бахыр Ленинға “тынысландырыу күлдәге” кейҙереп тә ҡуйҙылар. Ул тыпырсынып ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла шымды. “Күлдәк” кейҙерелгән Ленин ситтән ҡарағанда Мысырҙағы бәлзәмләнгән фирғәүенгә оҡшап ҡалғайны.
Былар, ысынлап та, Хыялый әйткәнсә, бер-береһенә дошман, ахырыһы, тип уйланы Әҙәм, санитарҙар тантаналы ҡиәфәттә сығып киткәс. Әгәр кешеләр уның планетаһына барһа, хәлдең нимә менән бөтәсәген күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Яуызлыҡтың ни икәнен белмәгән халҡының ҡыйырһытылыуын күҙ алдына килтереүҙән тәне семерҙәп китте.
Ике ҡулы менән яңағына таянып ултырған Хыялый эргәһенә килде Әҙәм.
– Хыялый, мине бер һорау борсой, – тине ул, йәнәш ултырып.
– Ә мине күп һорауҙар борсой, – Хыялый битараф ҡына яуапланы. – Кеше үҙ-үҙенә өҙлөкһөҙ һорауҙар бирергә тейеш, сөнки һорауҙарҙан да яҡшыраҡ уҡытыусы юҡ донъяла...
– Һин беләһеңме икән, бер бүлмә стенаһында бик күп яҙыуҙар күрҙем. Кем яҙҙы икән уларҙы?
– Яҙыу? Ә-ә-ә... – Хыялыйҙың йөҙө балҡып китте. – Теге “Йомшаҡ бүлмә”ләме?
– Эйе, эйе, шунда. – Әҙәм дә йәнләнде.
– Унда йыш ҡына Эйнштейнды бикләй торғайнылар.
– Эйе. Бер математик булды. Эйнштейн тип йөрөттөләр. Өс ай элек үлде.
– Ул бүлмәгә нисек эләгергә икән? – тип ҡыҙыҡһынды Әҙәм.
– Һи-и, – тип ҡул һелтәне Хыялый. – Унда эләгер өсөн бер һүҙ әйтеүең етә!..
Шул саҡ ҡатып ултырған Президент карауаттың икенсе ҡатына менеп баҫты.
– Шымығыҙ! Президент һөйләй! – тип ҡысҡырҙы кемдер.
Президент тамаҡ ҡырҙы, тирә-яҡҡа күҙ ташлап алды.
– Әфәнделәр! – тип һүҙен башланы ул. – Беҙҙең йүнәлеш траекторияһы күҙ ҡараштары яҫылығында ятҡан бейеклектәр һәм киңлектәр тәңгәлендә киҫешкән дәүмәлдәрҙең, атап әйткәндә, алға ҡуйған маҡсаттар бәрелешенең көс-ҡеүәтенән ғәйрәтләнеп, барлыҡ сығым һәм килемдәр даирәһенән ҡуйған сәйәси маҡсаттар бейеклегенә йүнәлеш ала...
Президент ошо юҫыҡта оҙон телмәр тотто. Әҙәм аптыраулы ҡарашын Хыялыйға йүнәлтте:
– Нимә һөйләй ул? Мин бер нәмә лә аңламаным.
– Аңлау кәрәкмәй, – тине Хыялый. – Иң мөһиме – тынысландыра. Ваҡыты-ваҡыты менән ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап тора ул. Әйткәндәре сирлеләргә дарыуҙан да көслөрәк тәьҫир итә – тынысланып ҡалалар.
– Сирлеләргә?!. Кемдәр сирле һуң бында? – Ғәжәпләнеп һораны Әҙәм.
– Барыбыҙ ҙа... – тине Хыялый.
– Ниндәй сир ул? – Әҙәмдең күңелен шом биләне.
– Аңды томалай... – Хыялый көрһөндө. – Ул сир беҙҙең белем биреү йорттарына үтеп ингән... Бала саҡтан кешенең ихтыяр көсөн, фекерләү ҡеүәһен кимерә башлай.
– Йоғошломо? – Әҙәмдең ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан ине.
– Көсләп йоҡторалар... Ул сирҙе таратыу яйға һалынған... – тине Хыялый. – Кешеләрҙә уға ҡаршы иммунитет юҡ...
Хыялыйҙың ҡот осҡос һүҙҙәрен тыңлап, тамам ҡурҡыуға ҡалды Әҙәм. Әгәр был хәтәр сирҙе йоҡторһа, уны үҙ планетаһына ҡабул итмәйәсәктәре көн кеүек асыҡ.
– Ҡәһәрле сирҙән ҡотолоу юлы барҙыр бит? – тип өмөтлө ҡарашын Хыялыйға төбәне ул.
– Бар, әлбиттә, – тине тегенеһе. – Ләкин кешеләр үҙҙәре унан ҡотолорға теләмәй...
– Нисек инде, ҡотолорға теләмәй? – Әҙәмдең башы бутала башланы.
– Ул сир менән йәшәүе еңелерәк: бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай.
Сирлеләр бер-береһен этә-төртә Президент янына килеп, ҡулдарын һуҙҙы. Әҙәмдең һораулы ҡарашын күреп:
– Президент хәйер өләшә, – тине Хыялый, шунан башҡаларға ҡушылды. – Әйҙә, алып ҡалайыҡ, юғиһә етмәйәсәк.
Бер ни аңламаған Әҙәм урынында тора бирҙе. Президент һуҙылған ҡулдарға ниндәйҙер гәзитте йыртҡылап, ҡағыҙ киҫәктәре тоттороп сыҡты. Хыялый, үҙенә эләккән өлөштө усына йомарлап, Әҙәм эргәһенә кире килде.
– Был нимә һуң? – тип ғәжәпләнде Әҙәм, Хыялый биргән ҡағыҙ киҫәген ҡулында әйләндергеләп.
– Изге?!. – Әҙәмдең мейе төбөндә нимәлер ҡыймырлап ҡуйғандай итте. Төрлө төҫтәге ҡағыҙ киҫәктәре күҙ алдында зыр-зыр әйләнде, ләкин аныҡ ҡына бер нәмә лә хәтерләй алманы. – Бының бер ниндәй ҡиммәте юҡ бит...
– Ҡиммәте юҡ, ләкин тәьҫир көсө бар, – тине Хыялый, ҡағыҙҙы кеҫәһенә тығып. – Тылсымлы ҡағыҙ был. Тормоштоң бөтә мәғәнәһе тупланған, унһыҙ бер ни ҙә эшләп булмай.
Шул саҡ ике сирле зыҡ ҡубып көрмәкләшә башланы.
– Ни эшләйҙәр ул? – тип һораны Әҙәм, ҡурҡышынан артҡа сигенә биреп.
– Талашалар, – Хыялыйҙың яуабы тыныс ине.
– Ҡағыҙ етмәгән. Шуға талашалар.
Ғәжәп, ниндәйҙер бер ҡағыҙ киҫәге өсөн бер-береһен үлтерә бит хәҙер былар. Әҙәмдең башына көтмәгәндә бер уй килде.
– Хыялый, бир әле ҡағыҙыңды! – тине ул ҡабаланып.
– Ниңә? – тегенеһе икеләнеп торҙо. – Нимә эшләтәһең уны?
Хыялый ҡағыҙ һондо. Әҙәм уны эләктерә һалып, бер-береһен дөмбәҫләгән сирлеләргә ҡысҡырҙы:
– Әй, туҡтағыҙ!.. Бына һеҙҙең изге ҡағыҙығыҙ!..
Ығы-зығы шундуҡ баҫылды. Теге икәү, был нимә һөйләй әле тигәндәй, уҫал ҡараштарын Әҙәмгә текләп, уға табан килә башланы.
– Һин нимә эшләйһең? Хәҙер үҙеңдең кәрәгеңде бирәсәктәр! – тип ҡурҡыуға ҡалды Хыялый.
– Бына һеҙгә! – Әҙәм ҡулындағы ҡағыҙҙы киҫәктәргә турап, тегеләргә тотторҙо. – Бына, икегеҙгә лә етә...
Әле генә үлешер сиккә етеп һуғышҡан ике сирленең ауыҙы йырылды. Әҙәм биргән ҡағыҙ киҫәген устарына йомоп, урындарына киттеләр. Эш нимә менән бөтөр, тип ситтән күҙәтеп торған Хыялый тел шартлатты.
– Нисек башыңа етте был? – тип аптырап һораны ул.
– Белмәйем, – тине Әҙәм, шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Дәүмәл түгел, күләм мөһим...
– Ну, һиндә баш! – тип ихлас һоҡланды Хыялый.
Палатаға ашығып килеп ингән Тарзандың ҡалын тауышы яңғыраны:
Бер нөктәгә текләп, ҡатып ҡалған Президент менән “күлдәк”ле ятҡан Лениндан башҡалар ҡымжырға кереште: берәүҙәр тумбочкаһын аҡтарҙы, икенселәр мендәр аҫтына йәшергән икмәген һоғондо...
– Нимә булды? – тип ҡыҙыҡһынды Әҙәм.
– Карабас Барабас килә... – тип шомло бышылданы Хыялый.
– Тиҙ генә палатаны йыйыштырығыҙ! Бөтә ерҙә тәртип булһын! – тип усына йоҙроғо менән һуғып алды Тарзан. – Тә-ә-әк... Карабас Барабастың һорауҙарына нисек яуап бирергә икәнен онотманығыҙмы? Ну-ка, Хыялый, һин нимә тип яуап бирерһең?
– Минме? – Үҙенең исемен ишеткән Хыялый шундуҡ урынынан торҙо.
– Кемгә? – Хыялый ярҙам эҙләгәндәй тирә-яғына ҡаранды.
– Ахмаҡ!.. Карабас Барабасҡа, тим.
– Ә-ә, ахмаҡ Карабас Барабасҡа?
– Һин нимә!.. Кемде ахмаҡ тинең?!. – Тарзан Хыялыйҙың яғаһынан матҡып алды.
– Мин әйтмәнем, үҙең әйттең бит... – Хыялый аҡланып маташты.
– Тфү!.. – Тарзан ҡулдарын ысҡындырып, усын-усҡа ҡағып ҡуйҙы. – Карабас Барабас һинән, йәшәү нисек, ашау ҡәнәғәтләндерәме, тип һораһа, нимә әйтерһең?
– Ә-ә-ә... – Хыялыйҙың ҡаштары йыйырылды. – Нисек йәшәйем тип... Йән аҫырап ятам шунда... Ашнаҡсылар аҙыҡ-түлекте урлап торғас, йүнле ашау буламы ни!..
– Тәк!.. Ҡара уны, Карабас Барабас алдында ауыҙыңды асаһы булма! Юғиһә, “Йомшаҡ бүлмә” – һинеке! Аңланыңмы?
Хыялый аңлағанын раҫлап баш ҡаҡты.
– Ишетһен ҡолағығыҙ! – тип ғәҙәттәгесә янаны Тарзан. – Карабас Барабас насар хәбәрҙәрҙе яратмай. Уның алдында мыжырға уйлаһағыҙ, бына! – Санитар тос йоҙороғон һелкеп алды. – Йылмайығыҙ. Тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтлек йөҙөгөҙгә сыҡһын.
Карабас Барабас тигәндәре шул тиклем имәнес затмы икән, ниңә барыһы ла ҡурҡа? Әҙәм шым ғына Хыялыйҙан һораны:
– Кем ул Карабас Барабас?
– Донъя хужаһы. Унан да юғары кеше юҡ. Бындағы бөтә мөлкәт – уныҡы!
– Ә президент? – тип аптыраны Әҙәм.
– Президент та уға бойһона... – тип ҡул һелтәне Хыялый.
– Сөнки театр – Карабас Барабас ҡулында...
Палатаға Карабас Барабас килеп инде.
– Хәйерле иртә, сирле әфәнделәр! – уның көр тауышы барыһын да шымып ҡалырға мәжбүр итте ул. Шунан тығыҙ ҡуйылған карауаттар араһынан үтеп, иң төптә ултырған сирле эргәһенә килде.
– Йә, дуҫ кеше, хәлдәрең нисек? Дауа килешәме? – тине, йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарып.
– Мин һеҙ биргән дарыуҙарҙы ауырыған өсөн ҡабул итмәйем, – тип мығырҙаны сирле. – Мин уларҙы башҡаларға яраҡлашырға теләп эсәм, сөнки мине аҡылынан яҙғандар уратып алған.
– Бик хуп, бик хуп! – тине ҡәнәғәт ҡиәфәттә Карабас Барабас. – Башҡаларға яраҡлашырға кәрәк.
Шул саҡ Лениндың сәрелдәк тауышы ишетелде:
– Йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай...
Лениндың өйөрөндә йөрөгән бер-ике сирле уны хуплап ауыҙҙарын асҡайны, Тарзандың тос йоҙроғон күреп, өндәрен тыҡтылар.
– Ә-ә-ә... Ленин!.. Һаман тыныслана алмайһың... – Карабас Барабас бер аҙ уға уҫал итеп текләп торҙо. – Һинең ҡотҡоң сирлеләрҙе дауалауға ҡамасаулай.
– Донъя буйлап шәүлә йөрөй... – тип ҡысҡырҙы Ленин.
Карабас Барабас эргәһендә торған Тарзанға өндәште:
– Ике доза өҫтә уға, сирлеләрҙең башын бутамаһын...
– Күлдәкте сисергәме? – тип һораны Тарзан.
– Күлдәктә килеш хәүефһеҙерәк булыр... – тип, Карабас Барабас икенсе сирлегә боролдо.
– Йә, һинең хәлдәрең нисек? Нимәгә зарланаһың?
– Миңә операция эшләнеләр... – тине уныһы.
– Ҡайһы ереңә? – тип ҡыҙыҡһынды Карабас Барабас.
– Телемә. Мин һөйләшә алмайым. Тауышым сыҡмай, – тип тамағын ыуҙы сирле.
– Борсолма, тауышың бар. Беҙ ишетәбеҙ.
– Юҡ, мине бер кем дә ишетмәй.
– Һөйләшәһең бит, – тигән булды Карабас Барабас, уны йыуатырға теләгәндәй.
– Был минең тауыш түгел. Минең тауыш сыға алмай, – тип үҙенекен тылҡыны сирле.
– Нисек инде, сыға алмай?
– Әйтәм бит, операция эшләнеләр. Үҙемдең тауышым юҡ. Миндә башҡа кешенең тауышы. Хәҙер күҙҙәргә лә операция эшләргә теләйҙәр.
– Һм-м... Күҙҙәрең дә күрмәйме?
– Күргәс, операция эшләмәҫтәр, – тип Карабас Барабас сирленең арҡаһынан ҡағып алды.
– Күргән өсөн эшләйҙәр. Күрмәһә, эшләмәҫтәр ине... – тине сирле бошонҡо ҡиәфәттә. – Бөтәһенә лә эшләйҙәр. Телдәренә, күҙҙәренә, ҡолаҡтарына... Уларҙы яһалмаға алмаштырып ҡуялар...
Карабас Барабас санитарға ҡарап:
– Быға галоперидол өҫтә, – тине.
– Мейеһенә зарар килмәҫме һуң? – тип ҡыҙыҡһынды Тарзан.
Карабас Барабас көлөмһөрәне:
– Уның мейеһенә күптән “операция” эшләнгән. Зарарланырлығы ҡалмаған... – Карабас Барабас башын баҫып ултырған сирлегә өндәште. – Ә һин ниңә бойоҡ?
Тегенеһе башын күтәреп, йәшкәҙәгән күҙҙәре менән докторға ялбарғандай ҡараны.
– Мин – бөйөк кеше! – тине бер аҙҙан. – Ләкин мине танырға теләмәйҙәр. Минән көнләшәләр, кәмһетергә тырышалар.
– Эйе, – тине Карабас Барабас, сирлене йыуатып. – Һин – бөйөк! Бында бер кемдең дә шиге юҡ, һинең бөйөклөгөңдө барыбыҙ ҙа таный.
– Ысынмы? – сирленең күҙҙәрендә өмөт осҡондары ялтланы.
– Әлбиттә, – тине Карабас Барабас. – Бына, минең ярҙамсым да раҫлай.
– Эйе, эйе, һин – бөйөк! Һиңә киләсәктә һәйкәл ҡуйырҙар! – тип ҡупыртып ебәрҙе Тарзан.
– Мин – бөйөк! Мин – бөйөк! Мине таныйҙар! – Ҡыуанысынан сирле сәпәкәй итә-итә һикерәнләргә тотондо..
Карабас Барабас Әҙәм эргәһенә килеп туҡтаны:
– Йә, һинең хәлдәрең нисек, сирле?
– Мин сирле түгел, – тип дорфа ғына яуапланы Әҙәм. – Әйттем бит, мин – сит планета вәкиле!
Карабас Барабас ҡаршылағы карауатҡа ултырҙы:
– Йә, беҙҙең планетала үҙеңде нисек тояһың?
– Бындағы тормош беҙ уйлағанса түгел, – тип яуапланы Әҙәм. – Миңә һеҙҙең заттың бер-береһенә булған мөнәсәбәте оҡшамай.
– Килешәм, – тип тамаҡ ҡырҙы доктор. – Беҙҙең йәшәйеш ҡанундары һиңә оҡшамаҫҡа мөмкин.
– Һеҙҙең тормошоғоҙ аңлы заттарҙың йәшәү рәүешенә тап килмәй. Һеҙ ҡорған ҡанундар ыҙғыш ҡына тыуҙыра.
– Ҡыҙыҡ... – тип көлөмһөрәне Карабас Барабас.
– Был ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс!
– Шулай ҙа тормош ҡанундарын кешеләр үҙҙәре һайлаған. Тимәк, шулай ҡулайыраҡ, – доктор урынынан торҙо.
– Минеңсә, ул ҡанундарҙы кешеләр һайламаған, берәүҙәр икенселәрҙе талау маҡсатынан булдырған, – яуапһыҙ ҡалырға теләмәне Әҙәм.
– Бәлки... – Был юлы Карабас Барабас ихлас йылмайҙы. – Кемдер бойорорға, кемдер буйһонорға тейеш. Баш – уйлар өсөн, ҡул – эшләр өсөн...
– Һеҙҙең төп хатағыҙ – ағзаларҙы бүлеп ҡарауҙа. Улар бер бөтөн булырға тейеш. Берәүһе инҡар ителә икән, тимәк, камиллыҡ юҡ, ул – ғәрип.
– Сәйәсәт – иң хәүефле вирус... – тип үҙ алдына һөйләнде доктор, шунан Тарзанға ымланы.
– Иғтибар! Бөтәгеҙ ҙә уңайлы итеп ултырығыҙ. Гипноз терапияһы башлана! – тип ҡысҡырҙы Тарзан.
Карабас Барабас уртаға сығып баҫты. Бер аҙҙан талғын көй ағылды һәм докторҙың бойороусан, шул уҡ ваҡытта яғымлы тауышы яңғыраны:
– Көй һеҙҙең бөтә булмышығыҙҙы биләй бара. Яйлап ҡына күҙҙәрегеҙ йомола. Һеҙ минең тауышҡа ғына буйһонаһығыҙ. Тәнегеҙҙе йылы ағым солғай. Һеҙгә рәхәт һәм әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт кисерәһегеҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ йәйрәп ятҡан диңгеҙ ярында, йылы ҡомда ҡыҙынып ятаһығыҙ. Талғын тулҡындар шауы ишетелә, аҡсарлаҡтар ҡысҡыра. Һеҙгә ошо рәхәтлектән башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй.
Был сәйер күренешкә аптырап, Әҙәм тирә-яғын байҡаны. Берәүҙәр күҙен йомоп, урынында һелкенә, икенселәр ҡулдарын болғап, карауаттар араһында яй ғына хәрәкәт итә. Гипноз тәьҫиренә иң ныҡ бирелгәне Президенттыр, моғайын. Уның ҡәнәғәтлек кисереүе йөҙөнә сыҡҡан ине.
Карабас Барабас дауам итте:
– Донъя иҫ киткес матур! Һеҙ ошо гүзәллек ҡосағында нурҙа ҡойонаһығыҙ. Башығыҙҙа бер ниндәй ҙә насар уй юҡ, фәҡәт шатлыҡ һәм рәхәтлек кенә күңелегеҙҙе наҙлай. Тәнегеҙ ҙә, йәнегеҙ ҙә һыҙламай. Һеҙ сирҙәрҙән азат. Һутлы емештәрҙең хуш еҫе танауығыҙҙы ҡытыҡлай. Һеҙ тормоштан ҡәнәғәтлек кисерәһегеҙ! Фәҡәт ҡәнәғәтлек кенә!.. Ә хәҙер яйлап ҡына күҙҙәрегеҙ асыла. Һеҙ уяндығыҙ, ләкин ҡәнәғәтлек тойғоһо күңелегеҙҙә ҡалды. – Доктор үткер күҙҙәре менән һәр кемде ҡапшаны, шикләнерлек бер ни ҙә тойолмағас: – Киләһе сеансҡа тиклем, – тине лә сығып китте.
Ысынлап та, сирлеләргә гипноз килешеп ҡалды. Палатала һиллек урынлашты. Тәрән йоҡоһонан арына алмаған Лениндың ғына хырылдаған тауышы ишетелә...
Ығы-зығы менән көн үтеп китте. Биҙрә шалтыраған тауыш уятты Әҙәмде. Иренеп кенә күҙҙәрен асҡайны, иҙән йыуып йөрөгән Афродитаны күреп, тороп ултырҙы.
– Йоҡла, иртә әле. Берәү ҙә тормаған, – тине ҡатын.
– Афродита!.. – Был һүҙ Әҙәмдең ауыҙынан үҙенән-үҙе сыҡты.
– Нимә кәрәк? Туалетҡа барғың килдеме?
– Юҡ. Был һин бит, Афродита!? – Әҙәм үҙ күҙҙәренә ышанып бөтмәй ине шикелле.
– Һе... – тип иҙән йыуыуынан туҡтап, Әҙәмгә текләне Афродита. – Мин булмай, кем булһын...
– Афродита!.. Һине тәүге тапҡыр күргәндә күҙҙәреңдән бөркөлгән илаһи нур күҙәнәктәрем аша үтеп, йөрәгемде ялманы. Һинең ҡараштарың мине арбаны, мин гел һинең турала ғына уйлайым...
– Минең турала?.. Нимә уйлайһың инде?
– Беләһеңме, һин кем?.. – Әҙәмдең күҙҙәре янды.
– Кем?.. – Ҡатын һағая төштө.
– Һин!.. Һин нурҙан, төҫтәрҙән һәм илаһи еҫтәрҙән әүәләп эшләнгән гүзәлдәрҙән-гүзәл зат! – Әҙәм йөрәк төбөндә ятҡан ҡәҙрәтле һүҙҙәрҙе табырға тырышты. – Һинең сихри ҡараштарың йәнгә дауа булып яғыла, һандуғас һайрауылай моңло тауышың күңелдең нескә ҡылдарын тибрәтә, ҡарлуғас ҡауырыйылай һыҙылған ҡаштарың күҙҙәрҙе иркәләй...
Афродита, был нимә булды һуң әле, тигәндәй, биҙрәһен тотҡан килеш ҡатып ҡалды. Бер аҙҙан ғына һушына килеп:
– Минән көләһеңме әллә? – тине. Уның был һүҙҙәрендә тамсы ла асыу юҡ ине.
– Мин?!. Көләм?!.. Илаһи заттан нисек көлөргә мөмкин?!.. Мин күңелемдә ятҡан хистәремде әйттем. Зинһар, рәнйемә, Афродита! Һин, ысынлап та, минең кеүек байғоштарҙың буйы етмәҫлек бейеклектә талпынаһың!..
Афродита был сәйер егеттең күҙҙәренә бер ни тиклем текләп торҙо ла, устары менән йөҙөн ҡаплап, палатанан сығып китте. Ҡатындың был ҡылығын бер нисек тә аңлай алманы Әҙәм. Әллә, ысынлап та, рәнйеттеме икән?
Күп тә үтмәне, палатаға Тарзан килеп инде. Нәфрәт осҡондары сәскән ҡарашы менән йоҡлап ятҡан сирлеләрҙе байҡап сыҡты, шунан карауатында ултырған Әҙәмде күреп:
– Һин!.. Ни өсөн Афродитаны рәнйеттең? – тип екерҙе.
– М... мин?!. – Әҙәм ыҡ-мыҡ итте. – Рәнйетмәнем!
– Аҡланып маташа етмәһә. Әле генә, илап, палатанан сығып йүгерҙе. Нимә тинең уға?
– Мин уға бер ниндәй насар һүҙ әйтмәнем.
– Яҡшы һүҙҙән кеше иламай. Һине аҡылға ултыртып алмай булмаҫ... Әйҙә! – Тарзан Әҙәмдең ҡулынан эләктерҙе.
– Мине ҡайҙа алып бараһың? – Әҙәм ҡарышып маташты, ләкин Тарзандың көслө ҡулдары уны кәзә бәрәселәй елтерәтте.
– Санаторийға. Ял итеп алырһың... – Тип мыҫҡыллы йылмайҙы санитар.
Шул саҡ ҡаршыларына Афродита йүгереп килеп етте.
– Тарзан, теймә уға! Уның ғәйебе юҡ! – Тине ҡатын ялбарып.
– Нисек инде, ғәйебе юҡ? Кем илатты һуң?
– Үҙем... Үҙем иланым... – Афродита ҡараштарын йәшереп маташты.
– Ниңә? Тик томалдан кеше илаймы ни?
Тарзандың был һорауына нимә тип яуап бирергә белмәне ҡатын. Эйе, ниңә илағанын ул үҙе лә аңлап етмәй. Бая Әҙәмдең әйткән һүҙҙәренән ҡапыл күңеле тулды ла китте шул, күҙҙәренә үҙенән-үҙе йәш эркелде.
Афродитаға һынсыл ҡарап торған Тарзан баш сайҡаны:
– Былар араһында йөрөп, әллә һин дә... – Уйлағанын әйтеп бөтмәне, ҡул һелтәп, Әҙәмгә өндәште. – Ярай, бер юлға кисерәм. Ана, Афродитаға рәхмәт уҡы.
Тарзан киткәс, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙо улар. Ҡыҙыҡ, бер һүҙ әйтмәһәләр ҙә, бер-береһен ап-асыҡ аңлаған һымаҡсы. Шулай ҙа Әҙәм һорарға булды:
– Афродита, һин ниңә иланың ул?
Бәй, шуны ла белмәйһеңме ни, тигәндәй, үпкәсел ҡараш ташланы ҡатын. Шунан өҙөк-һурыҡ аңлатып маташты:
– Ундай һүҙҙәрҙе... Бер ҡасан да... Әйткәндәре юҡ... Миңә... Һин әйткәнде...
Сикәләренә ҡыҙыллыҡ йүгереүҙән тағы ла матурайып киткәнен ҡатындан күҙен айыра алманы Әҙәм.
– Ярай, мин киттем... Эшем күп, – тип йылмайҙы Афродита.
Бер һүҙ ҙә әйтә алманы Әҙәм. Ошолай ғүмер буйы ҡатынға ҡарап тик торғоһо килә уның. Үҙе лә абайламаҫтан, Афродитаны туҡтатырға теләгәндәй, ҡулын һуҙҙы. Ҡатын уның был ҡылығын шәйләмәне шикелле, бара биргәс боролоп ҡул болғаны ла коридор осонда күҙҙән юғалды.
Палаталағы ығы-зығы Әҙәмде ләззәтле хистәренән арындырҙы. Бер-береһенә нимәлер аңлатырға теләп, ҡыҙып бәхәсләшкән өс-дүрт сирле шундуҡ уны ҡамап алды. Хәбәрҙәрен һис аңларлыҡ түгел, ара-тирә “Беҙ – аҡыллы халыҡ!”, “Дауахана – һинең ҡулда!”, “Долой процедуралар!”, “Бөтһөн сир!” кеүек һүҙҙәр ишетелеп ҡала. Әҙәм быларҙан көс-хәл менән ҡотолоп, карауатында ултырған Хыялый янына килде.
– Быларға нимә булған? – тип һораны ул аптырап.
Хыялый битараф ҡына яуапланы:
– Үҙҙәренә Президент тәғәйенләйҙәр...
– Ниндәй Президент тағы? Ана ултыра бит Президент.
– Шундай уйын... – тип ҡул һелтәне Хыялый.
– Уйын?! – Барыбер төшөнөп етмәне Әҙәм.
Быға нисегерәк аңлатырға икән, тигәндәй, башын ҡашып байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы Хыялый, шунан тамаҡ ҡырып:
– Был уйында һин ҡатнашмаһаң да була, ләкин барыбер ҡатнашҡан булып иҫәпләнәһең... – тине.
– Бәй, уйындың ҡағиҙәһе шулаймы? – Әҙәмдең ғәжәпләнеүе арта барҙы.
– Ҡағиҙәһе ябай ғына... – Хыялый бер ҡағыҙ киҫәге алды. – Бына ошонда яҙылған исемдәрҙең береһенә тамға ҡуйырға кәрәк. Ҡуйһаң да була, ҡуймаһаң да була...
– Аңланым, – тип бүлдерҙе уны Әҙәм. – Тимәк, кем күберәк тауыш йыя, шул – Президент.
– Юҡ! – тине Хыялый. – Улай түгел.
– Күрерһең... – Хыялый тағы нимәлер әйтергә теләгәйне, бер сирленең ҡысҡырған тауышы бүлдерҙе:
– Шымығыҙ! Президент һөйләй!
Президент карауатына баҫты, тамағын ҡырҙы:
– Әфәнделәр! – тине ул ҡәнәғәт ҡиәфәттә. – Беҙҙең йүнәлеш траекторияһы күҙ ҡараштары яҫылығында ятҡан бейеклектәр һәм киңлектәр тәңгәлендә киҫешкән дәүмәлдәрҙең, атап әйткәндә, алға ҡуйған маҡсаттар бәрелешенең көс-ҡеүәтенән ғәйрәтләнеп, барлыҡ сығым һәм килемдәр даирәһенән ҡуйған сәйәси маҡсаттар бейеклегенә йүнәлеш ала...
– Тфү!.. – Әҙәм үксәһе менән иҙәнде төйөп ҡуйҙы. – Тағы шул бер балыҡ башы...
– Тыныслан. Тимәк, бер тауыштан ул һайланды... – тине Хыялый.
– Нисек инде? Беҙ тауыш бирмәнек...
– Әйттем бит, бирһәң дә була, бирмәһәң дә була... Тауыштарҙы Президент үҙе һанай...
– Улай булғас, ни бысағыма кәрәк был кәмит?
– Сирлеләрҙе тынысландырыу процедураһы ул...
Әҙәмдең күңелен шом биләп алды. Гүйә, уны ниндәйҙер йәнһеҙ шәүләләр уратып алған. Әгәр ошо шәүлә уның планетаһына ла барып етһә, ҡот осҡос һәләкәт буласаҡ! Нимә эшләргә? Бер генә юл бар: “Йомшаҡ бүлмә” стенаһына яҙылған ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһын юҡ итергә кәрәк. Мотлаҡ юҡ итергә! Тик ул бүлмәгә нисек эләгергә һуң? Әһә, теге саҡта Хыялый, унда эләгеү өсөн бер һүҙ етә, тигәйне бит. Ошоно иҫенә төшөрөп, Әҙәм Хыялыйға бышылданы:
– “Йомшаҡ бүлмәгә” эләгеү өсөн бер һүҙ етә, тип әйткәйнең, ниндәй һүҙ ул?
Хыялый уға сәйер итеп ҡарап ҡуйҙы:
– Һин нимә, аҡылдан яҙҙыңмы?
– Миңә унда эләгергә кәрәк!
Хыялый баш сайҡаны. Үҙ теләге менән “Йомшаҡ бүлмә”гә инеүсене быға тиклем күргәне юҡ уның.
– Зинһар, әйт! – тип ялбарып өндәште Әҙәм.
Хыялый тел шартлатып ҡуйҙы.
– Уның ни бер сере юҡ, – тине, Әҙәмдең күҙҙәренә текләп. – Бер һүҙ етә...
Хыялый, әйтергәме-юҡмы, тигәндәй, икеләнеп торҙо, шунан киҫәтте:
– Унда эләкһәң, тиҙ генә сығармаҫтар!.. Унан ҡотола алмағандар ҙа күп...
– Был һүҙ сер түгел. Уны бөтәһе лә белә, тик әйтергә телдәре әйләнмәй, – Хыялый Әҙәмдең яурынынан ҡағып алды. – Ул һүҙ – ирек!
– Эйе. Ошо һүҙҙе ҡысҡырһаң, шунда уҡ “Йомшаҡ бүлмә”гә ябып ҡуясаҡтар.
– Рәхмәт! – Әҙәм Хыялыйҙы ҡосаҡлап алды. – Һин – ысын дуҫ!
Бының ҡылығына аптыраны Хыялый, нимә тип әйтергә лә белмәне. Хәйер, аптырары алда булған икән. Көтмәгәндә Әҙәм яр һалырға тотондо:
– Ирек!.. Ирек!.. Ирек!..
Әле генә геү килгән сирлеләр, ҡот осҡос һүҙ ишеткәндәй, ҡапыл шымып ҡалды. Эштең былайға китерен уйламаған Хыялый уны туҡтатырға теләп, усы менән ауыҙын ҡапларға маташты. Тегенеһе уның һайын нығыраҡ ҡысҡырҙы:
– Ирек!.. Ирек!.. Ирек!..
Күҙ асып йомған арала Тарзан менән Маугли пәйҙә булды. Әзмәүерҙәй ике ир Әҙәмде шундуҡ эләктереп тә алды.
– Һиңә ирек кәрәкме?!. – тине Тарзан, Әҙәмгә дубинкаһы менән һелтәнеп. – Мә!..
Түҙмәне Хыялый, ҡулдары шаҡарылған Әҙәмде ҡотҡарырға теләп, Тарзандың беләгенә йәбеште:
– Теймәгеҙ Әҙәмгә! Ул ғәйепле түгел!.. Мин... Мин ғәйепле!..
Маугли дубинка менән Хыялыйға тондорҙо, тегенеһе, ауыртыуға сыҙай алмай, бөгөлөп төштө. Тарзан да өлөшһөҙ ҡалдырманы, бөгәрләнеп ултырған Хыялыйҙың бөйөрөнә типте.
Әҙәмде “Йомшаҡ бүлмә”гә бикләп ҡуйҙылар. Уйламағанда бында килеп эләгеүенә эстән генә һөйөнөп ҡуйҙы ул. Ошонда нисек инергә тигән уй теге саҡта уҡ күңелен өйкәй башлағайны. Ҡалай йәтеш килеп сыҡты әле. Әҙәм тиҙ генә күлдәк еңен йыртып, төкөрә-төкөрә стеналағы яҙыуҙарҙы юйырға кереште. Шуны яҡшы аңлай хәҙер: был яҙыуҙарҙы, йәғни ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһын, башҡалар белергә тейеш түгел. Бигерәк тә Ер кешеләре, юғиһә ғаләмдәге башҡа планеталарға ҡурҡыныс янаясаҡ!
Әллә өс, әллә дүрт көн үтеп китте. Әҙәм өсөн ваҡыт иҫәбе юғалды. Бер мөйөшкә ултырып ала ла Афродита тураһында уйлай. Һуңғы тапҡыр осрашҡан саҡта ҡатындың матур йылмайып ҡарауын күҙ алдына килтерә лә, йәнен рәхәтләндереп, тәненә йылылыҡ йүгерә. Ошо татлы уйҙарынан артыҡ уға бер ни ҙә кәрәкмәй һымаҡ.
Ишекте шар асып, Тарзан килеп инде. Бөйөрөнә таянып, бер талай тирә-яҡты ҡарап торғас, баш сайҡап ҡуйҙы ул.
– Әллә аҡыл ултыра башланымы? – Тарзан был һорауҙы үҙ-үҙенә бирҙе шикелле, шунан Әҙәмгә текләне. – Эй, инопланетянин, стенаны һин һөрттөңмө?
– Мин. – Әҙәмдең тауышы ҡалтыранып сыҡты, дөрөҫөрәге, Тарзандан шөрләүе һиҙелә ине. Яңылыш һүҙ ысҡындырһаң, шундуҡ билендәге дубинкаһына тотонасаҡ. Туҡмалғыһы килмәй Әҙәмдең, теге саҡта дубинка эләккән һырт буйы әле лә һыҙлап тора.
– Маладис! – Тарзан был һүҙен ихлас әйтте. – Ана бит, саҡ ҡына өшкөрөп алһаң, аҡыл ултырырға тора... Бар, һыпырт палатаңа!
Коридор буйлап атлағанда кемдәрҙеңдер ҡысҡырышҡаны, иҙән дөбөрҙәткән тауыштар аптырауға һалды Әҙәмде. Нимә булды икән? Палатаға инергәме-юҡмы тигәндәй, икеләнеп торғас, тәүәккәлләп, ишекте асты. Йырлап-бейеп маташҡан сирлеләрҙе күреп, шаҡ ҡатып, оҙаҡ ҡына ишек төбөндә торғандан һуң, карауатында ятҡан Хыялый янына килде.
– Быларға нимә булған? – тип һораны ул, бер Хыялыйға, бер сирлеләргә аптыраулы ҡараш ташлап.
– Байрам... – Хыялыйҙың тауышы тоноҡ сыҡты.
– Байрам?! – Әҙәмдең ғәжәпләнеүе тағы ла арта төштө.
– Карабас Барабас байрам итергә бойорған...
– Бәй, нисек инде бойорған? Байрам кешенең күңелендә була бит...
– Бында бөтә нәмә бойороҡ менән башҡарыла... – Хыялый, хәлһеҙ генә ҡул һелтәп, күҙҙәрен йомдо.
– Хыялый, әллә һин сирләйһеңме?
Хыялый ауыр итеп тын алды:
– Теге саҡта... Тарзан... Билгә типте... – тип өҙөк-өҙөк әйтте ул. – Хәҙер тороп булмай...
– Ҡәбәхәт! – Әҙәм тештәрен ҡыҫты, йыуатырға теләп, Хыялыйҙың башынан һыйпаны.
Палатаға Афродита килеп инде. Әҙәмде күреү менән йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе һәм ҡул болғаны.
– Бар, һине саҡыра! – тине Хыялый, көскә ирендәрен ҡыбырҙатып.
– Мин хәҙер... Хәҙер киләм, Хыялый дуҫ! – Афродитаны бер күрер өсөн Әҙәм былай ҙа зар-интизар булғайны – ҡатындың ҡаршыһына килеп тә баҫты.
Афродитаның күҙҙәрендә уйнаған нурҙарҙан Әҙәмдең башы әйләнеп китте, йөрәге ярһып тибергә кереште.
– Әйҙә, – тине ҡатын, серле ҡараш ташлап. Әҙәм уның артынан эйәрҙе. Коридор осондағы тар ғына бүлмәгә инделәр. Шул саҡ Афродита ҡапыл боролоп, Әҙәмде ҡосаҡлап алды.
– Һағындым!.. Һағындым!.. – тип бышылданы ҡатын, янған ирендәрен Әҙәмдең сикәһенә терәп. Сикә буйлап шыуған ирендәр Әҙәмдең ирененә килеп терәлде. Ирҙең башы әйләнде, ул бер ни ҙә шәйләмәй, гүйә йомшаҡ болоттар араһында йөҙә. Ғәжәп, бындай тойғоно уның бер ҡасан да татығаны юҡ ине...
Йөрәгенә тулған хистәрен дуҫы менән уртаҡлашырға теләп, палатаға осоп килеп инде Әҙәм. Хыялыйҙың карауатын уратып алған сирлеләрҙе күреп, күңелен шом биләне. Уларҙы этә-төртә үтеп, хәрәкәтһеҙ ятҡан дуҫының баш осона сүгәләне.
– Хыялый!.. Дуҫ!.. – тип сикәһен һыйпаны уның. Эштең ҡайҙа барғанын аңлағайны инде. – Сабыр ит, дуҫ! Хәҙер докторҙы саҡырам.
Хыялый ауырлыҡ менән күҙҙәрен асты, Әҙәмдең беләгенән тотто һәм, нимәлер әйтергә теләп, ирендәрен ҡыбырҙатты.
– Нимә тинең, дуҫ? – Әҙәм уның ауыҙына ҡолағын яҡынайтты.
– Мин... таптым... – тине Хыялый хәлһеҙ тауыш менән. – Таптым!..
– Нимә таптың? – Әҙәмдең күҙҙәренә йәш төйөлдө.
– Планетамды... – Хыялый көслөк менән йылмайып маташты. – Үҙемдең планетамды...
– Мин дә таптым... – Нимә тип әйтергә белмәгән Әҙәм дуҫын йыуатырға теләне.
– Мин унда китәм... Мине көтәләр... – Һағышлы күҙҙәр йомолдо. Китте Хыялый... Бер кем күрмәгән, бер кем ишетмәгән үҙ донъяһына юлланды...
Дауахана ишеге алдында төрткөләшеп шаярышҡан Тарзан менән Маугли, тәненә һылашып торған күлдәк кейгән ҡатынды күреп, ауыҙҙарын асып ҡатты. Ул аяҡ ослап, бер яҡ ҡабырғаһына боролобораҡ күтәрмәнән менде, тар итәктәрен һыйпаштырып алғас, санитарҙарға ҡараш ташланы:
– Психик клиника ошо бит? – тип һораны ҡатын, ҡыҙыл ирендәренә йылмайыу яғып.
– Миңә баш врач кәрәк ине.
Тарзан менән Маугли икеһе бер юлы ишек тотҡаһына үрелде.
– Рәхим итегеҙ! – Тине улар шулай уҡ бер тауыштан. – Һеҙҙең өсөн беҙҙең ишек һәр саҡ асыҡ.
Ҡатын тупһа аша атланы. Санитарҙар уның ике яғынан төшөп, баш табип бүлмәһенә алып килде. Карабас Барабас сибәр ҡатынды күреү менән урынынан һикереп торҙо.
– Мине... Карабас... Ғәфү... Карам Барабашов тиҙәр. Рәхим итеп, ултырығыҙ, – тине ул ҡатындың йөҙөнән күҙен алмай.
– Мин – банкир ҡатыны... – тине ҡатын, аяғын-аяҡҡа һалып ултырғас.
– Ә-ә... – Карабас Барабастың йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе. – Беҙҙә генерал, хатта маршал ҡатындары бар...
– Бына... – Ҡатын, сумкаһынан гәзит сығарып, өҫтәлгә һалды. – Һеҙҙең иғлан бит. Дауаханаға исем-шәрифе билдәһеҙ кеше килеп эләкте, тиелгән. Фотоһы ла ҡуйылған.
– Ә-ә-ә... Эйе. Бар ундай кеше, – тине төшөнкө тауыш менән Карабас Барабас. – Ә Һеҙ уның кеме булаһығыҙ?
– Мин – уның ҡатыны. Ул – банкир. “Планета” банкының хужаһы. Аҙна элек ҡапыл юғалды ла ҡуйҙы...
– Дә-ә-ә... – тип үҙ алдына һуҙып әйтте Карабас Барабас. – Әйткәндәй, ул банк банкротҡа төшкән, тип ишеткәйнем... Аҡса күптәрҙе аҡылдан яҙҙыра шул...
– Нимә тинегеҙ? – Ҡатындың күҙҙәре ҙур асылды.
– Ирегеҙҙе әйтәм... Тиҙ генә һауығырлыҡ түгел... Үҙен инопланетянин, ти... Әлбиттә, теләһәгеҙ, уны алып китә алаһығыҙ...
Ҡатын, ирендәрен ҡымтып, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы.
– Тимәк... – Тине бер аҙҙан. – Ул – сирле... Аҡылдан яҙған...
– Шулай килеп сыға, – баш табип бармаҡтары менән өҫтәлгә туҡылдатты. – Йә, нисек хәл иттегеҙ?
– Ирегеҙҙе алып китәһегеҙме?
– Туҡтағыҙ әле, ә уны күрергә мөмкинме? – Ҡатындың мейеһен икеле-микеле уйҙар солғаны.
– Мөмкин, әлбиттә. – Карабас Барабас ишек төбөндә торған Тарзан менән Мауглиға өндәште. – Килтерегеҙ!
Күҙ асып йомған арала Әҙәмде алып килделәр. Быларға ниңә кәрәгем тейҙе икән, тигәндәй, ишек төбөндә тапанып торған Әҙәмгә:
– Таныйһыңмы? – тип, ҡатынға ишаралап күрһәтте Карабас Барабас.
– Юҡ, – тип баш ҡаҡты Әҙәм, бер аҙ текләп торғас. – Ул беҙҙең планета кешеһенә оҡшамаған...
Күрҙегеҙме, тигәндәй, ҡатынға һынап ҡараны Карабас Барабас, шунан Әҙәмгә боролдо:
– Бына – ҡатының. Һине алырға килгән!..
– Ҡатын?!. Алырға?!. – Әҙәмдең теле тотлоҡто. – Юҡ, юҡ, мин бер ҡайҙа ла бармайым!
Ҡатын беленер-беленмәҫ кенә йылмайғандай итте:
– Ғәфү итегеҙ, мин хаталанғанмын, – тине, урынынан тороп. – Был минең ирем түгел!..
Әҙәм баш табип бүлмәһенән сығыу менән туп-тура Афродита янына ашыҡты. Күҙҙәренән сихри нурҙар ағылған, аҡ тәненә иҫерткес еҫ яғылған Афродитаһы бар уның! Үҙ донъяһы, үҙ планетаһы бар уның!..