Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 15:40

Бында барлыҡ мәғлүмәттәр эшкәртелә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәген ҡараны.Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы: #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#АндрейНазаров

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәген ҡараны.
Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы: “Нисек эшләй, ниндәй проблемалар бар, нимәне яҡшыртып була. Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге – республикабыҙҙың һанлы үҙәге. Бында һаулыҡ һаҡлауҙан дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында йыйылған мәғлүмәттәргә тиклемге барлыҡ башҡарма власть органдарынан килгән мәғлүмәт эшкәртелә. Был мәғлүмәттәр барлыҡ өлкәләрҙә файҙаланыла. Мәҫәлән, видеокүҙәтеү камералары ярҙамында йыйылған мәғлүмәттәр ЮХХДИ-ға һәләкәттә ғәйеплеләрҙе эҙләргә ярҙам итә.
Бөгөн Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгендә 160-тан ашыу мәғлүмәт системаһы урынлашҡан. Көнөнә унан бер теребайт тирәһе мәғлүмәт үтә. Был – ҙур күләм һәм улар үҫәсәк әле. Шуға Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәгенең һанау мөмкинлектәрен киңәйтергә булдыҡ.
Бынан тыш, мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙең резерв үҙәген ойошторорға булдыҡ. Ул ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта кәрәк. Әле төҙөлгән төбәкте идара итеү үҙәгендә яңы пункт урынлаштырырға теләйем.
Мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү үҙәге эше – иҡтисад һәм социаль өлкәһе һанлы трансформация процессы элементтарының береһе. Беҙ уларҙың барыһы менән дә әүҙем шөғөлләнәбеҙ, сөнки һандар ярҙамында эшебеҙ һөҙөмтәлелеге лә артасаҡ, граждандарға ла дәүләт ойошмалары менән эш итеү еңелләшәсәк”.
Читайте нас: