Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 14:35

Заманса шиғыр

Бөгөн “Тәбиғәткә сығам да, глэмпингҡа инеп ятам...” тигән һөйләмде уҡып, элекке бер шиғыр иҫкә төштө.Салауат ӘБҮЗӘРЗАМАНСА ШИҒЫРЙәшәргә кәрәк заманса, –Алгоритм ҡуйып алға.Кастингтар, проба үтеп,Имтихандар биреп балға. Шундай булһын концептың, –Иҫкелеккә ҡарап торма.Харизмаңа тура килһенҺин һайлаған платформа. Боронғоға, иҫкелеккәЙәбешеп ята бары һармаҡ.Рейтингты юғарылаТота алмай ундай формат. Имиджыңды күрһәтә бел,Юғарыға уны мендер.Бының өсөн буклет эшлә,Реклама бир, үткәр тендер. Кем замандан артта ҡала,Нимә тиһең – наҙан инде.Контент... Грант... Тренд... Кредо... –Уф-ф!.. Аҡылдан яҙам инде...

Бөгөн “Тәбиғәткә сығам да, глэмпингҡа инеп ятам...” тигән һөйләмде уҡып, элекке бер шиғыр иҫкә төштө.
Салауат ӘБҮЗӘР
ЗАМАНСА ШИҒЫР
Йәшәргә кәрәк заманса, –
Алгоритм ҡуйып алға.
Кастингтар, проба үтеп,
Имтихандар биреп балға.
Шундай булһын концептың, –
Иҫкелеккә ҡарап торма.
Харизмаңа тура килһен
Һин һайлаған платформа.
Боронғоға, иҫкелеккә
Йәбешеп ята бары һармаҡ.
Рейтингты юғарыла
Тота алмай ундай формат.
Имиджыңды күрһәтә бел,
Юғарыға уны мендер.
Бының өсөн буклет эшлә,
Реклама бир, үткәр тендер.
Кем замандан артта ҡала,
Нимә тиһең – наҙан инде.
Контент... Грант... Тренд... Кредо... –
Уф-ф!.. Аҡылдан яҙам инде...
Читайте нас: