Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 11:05

Салауат тоҡомо

Асия юлға еңгәһе өйөнән йыйынып сыҡты. Әсәһенең шелтәле ҡарашынан, ризалыҡ бирһә лә яҙылып китә алмаған үпкәле күҙҙәренән ҡасып, Нурияларҙа кейенеп-яһанып алды ул.

Асия юлға еңгәһе өйөнән йыйынып сыҡты. Әсәһенең шелтәле ҡарашынан, ризалыҡ бирһә лә яҙылып китә алмаған үпкәле күҙҙәренән ҡасып, Нурияларҙа кейенеп-яһанып алды ул. Башына һарауыс ябынды, балитәкле күлдәк кейҙе, түшенә һаҡал таҡты. Быларҙың барыһын дебет шәл менән көрән пальто йәшерҙе. Юлға тотоп сығыр моҡса тегелеп, арҡаға аҫырлыҡ итеп баулап ҡуйылған ине. Шуны йөкмәп, ҡулына бәләкәй төйөнсөк тотоп, ҡалаға китә торған юлға сыҡты. Оҙата барған Нурияны урам осонда кире борҙо:
– Бар, ҡайт инде. Аръяғына үҙем китәм.
Апаһына күтәрелеп ҡараған ҡыҙыҡай уның муйыл күҙҙәрендә ҡурҡыу күрҙе. Ашҡынып барған күрәсәгенәнме, әллә ҡышҡы юлдан һағаямы ул? Тик һорашып өлгөрмәне, юлсы ашығып атлап та китте.
“Ошолай йәйәүләп ҡалаға барып етерме? – тип аптырап ҡарап ҡалды уның артынан бәләкәйе, – Атайым ҡалаға ат менән китә торғайны. Апайға ултырып ял итергә урын да юҡ, бөтә ерҙә ҡар...”
Читайте нас: