Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирустан тағы ике үлем осрағы теркәлде. Шулай итеп, республикала COVID-19 ҡорбандары 210 кешегә етте, тип хәбәр иттеләр хәүефле сирҙең таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтан.
Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 25 731 кешенең диагнозы раҫланған. 9 февралгә алты меңдән ашыу кеше инфекцияны әүҙем йөрөтөүсе тип иҫәпләнә. Тәүлек эсендә 165 кешелә COVID-19 асыҡланған.
Әле 307 пациент «ковид»-госпиталдәрҙә дауалана. 46 сирленең хәле ауыр тип баһалана, биш пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 5 659 кеше ауырыуҙы еңел формала үткәрә. Бер тәүлектә — 187, бөтәһе 19 555 кеше һауыҡҡан.
Республикала һаман да дауахананан тыш пневмония осраҡтары теркәлә. Тәүлек эсендә – 189, ә 195 сирле һауығып сыҡҡан.