Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 11:25

Яратмаған

Заһиҙә МусинаТөшкө аштан һуң эшемә, ЗАГС-ҡа, килеүемә мине көтәләр ине. Кабинетымдың әргәһендәге эскәмйәлә Фәрзәнә әбей ултыра. Бәләкәй генә һәм тумалаҡ кәүҙәһе бер мөйөшкә генә һыйынған, ә аяҡтары ергә лә теймәй, һауала һәленеп тора. Алдына сумкаһын һалған, ә ҡулдары ул сумакыһының тотҡаһын улай бөгә, былай бөгә. Ул мине кабинетыма килеп еттем тигәндә генә күреп ҡалды һәм урынан ырғып килеп торҙо. Матур итеп кейенеп алған үҙе. Бындай сәскәле яулығын, күлдәген концерттарға йә ауылдың башҡа сараларына ғына кейә.

Заһиҙә Мусина
ЯРАТМАҒАН
Төшкө аштан һуң эшемә, ЗАГС-ҡа, килеүемә мине көтәләр ине. Кабинетымдың әргәһендәге эскәмйәлә Фәрзәнә әбей ултыра. Бәләкәй генә һәм тумалаҡ кәүҙәһе бер мөйөшкә генә һыйынған, ә аяҡтары ергә лә теймәй, һауала һәленеп тора. Алдына сумкаһын һалған, ә ҡулдары ул сумакыһының тотҡаһын улай бөгә, былай бөгә. Ул мине кабинетыма килеп еттем тигәндә генә күреп ҡалды һәм урынан ырғып килеп торҙо. Матур итеп кейенеп алған үҙе. Бындай сәскәле яулығын, күлдәген концерттарға йә ауылдың башҡа сараларына ғына кейә.
– Һаумыһығыҙ, инәй! Миңә килдегеҙме?
– Һаубыҙ әле, ҡыҙым, һаубыҙ! - тип ул ҡапыл тертләгән кешеләй ҡысҡырып ебәрҙе. - Һиңә, ҡыҙым.
Кабинетыма ингәс, уға диванға ултырырға тәҡдим иттем. Фәрзәнә әбей, эскәмйәләге кеүек үк дивандың ҡырына ғына барып ултырҙы һәм сумкаһын ҡайҙа итергә белмәй йә иҙәнгә, йә эргәһенә, йә алдына һалғыланы. Уның шулай тулҡынланыуына үҙемә ҡыйын булып китте һәм түҙмәй һораным:
– Ни йомош, инәй?
Әбей өндәшмәне. Ҡарашын йә стенаға, йә сумкаһына, йә минең яҡҡакүтәренкерәп ҡуйҙы. Бер-ике минут шулай ыуаланғас, ул ырғып тороп сумкаһын ҡутарырға тотондо. Ҡулы ҡалтырауҙан уныһы төшөп китә яҙҙы. Сумкаһынан бер шыптыр сығарҙы һәм минең өҫтәлгә килетереп һалды. Шыптырҙа - документтар.
– Айырылабыҙ, - тине ҡысҡырып, хатта тауышан үҙе тертләп китте.
– Кем менән?! - 80-гә етеп барған әбейҙән бындай һүҙҙәр ишетеүгә аптырап киттем. - Насырйән олатай менәнме ней?
– Айырылабыҙ! - тине әбей яуапҡа.
Аптырауымды йәшерә алмай уға түңәрәк күҙҙәрем менән текләнем. Инәй, ҡарашымдан оялыпмы икән, кире диванға барып ултырҙы.
– Нишләп айырылағыҙ? - тинем мин, үҙемде ҡулға алырға маташып. – Нимә булды һуң, инәй?
Фәрзәнә әбей тынып ҡалды. Әҙерек тынысланып, фекерҙәрен туплағандай булды һәм миңә ҡараны:
– Мин бит уға бала табып бирә алманым...
– Һуң тапмаһаңсы?! 50 йылдан ашыу йәшәнегеҙ, ташламаған бит...
– Әнисә мәрхүмәнең Фәнисе Насырҙың улы! - тип бүлдереп, миңә тура ҡараны.
– Аһ!
– Айырылам! Айырылам!
– Туҡта, инәй. Һуң ул Фәнискә инде ҡырҡ йәше тула түгелме? 40 йыл элек булған нәмә өсөн хәҙер айырылаңмы?
– Юҡ, айырылам, - тине ул саҡ ишетерлек итеп.
– Инәй...
Ҡулы менән “тыңларға ла теләмәйем” тип ишара белдерҙе. Мин тындым.
– Мин бит уға балалар йортонан бала алайыҡ тип күпме әйттем! Тыңламаны, - Фәрзәнә инәй ҡапыл ҡыҙып алып китте. - Ғүмерем буйы мин үҙемде уның алдында ғәйепле тойҙом. Минән китеүен дә һораным. Китмәне. Яраталыр, тип уйланым. Балаларым булмаһа ла, ҡандай мине яратҡан ир бүләк иттең, тип хоҙайға рәхмәттәр әйттем. Ә Насырымды атай итә алмғаным өсөн үҙемде күрә алманым... Ә уның балаһы бар!... Ә минеке юҡ... Ул минең менән бәхете менән уртаҡлашмаған!.. 40 йыл буйы минһеҙ генә бәхетле булған. Мин түгел, ул мине балаһыҙ итте... Айырылам, - тип Фәрзәнә әбей илап ебәрҙе.
Уны тынысландырырға һүҙҙәр тапманым. Ундай һүҙҙәр юҡ та шикелле. Ғаризаны ҡабул иттем.
Читайте нас: