Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 20:25

Фекер

Фәнил КҮЗБӘКОВ“Ҡағыҙ китап”тың көнө һанаулымы?Ҡәләмдәштәремдең ҡайһы берҙәре тыңлағандыр ҙа иғтибар иткәндер (ә ишетмәгәндәре тыңлаһын ине): 30 ғинуарҙа “Рәсәй-Башҡортостан” радиоканалының “Переплет” программаһында “Сегодня у нас неблагодарная роль “свистеть ” в уши подросткам” тигән тапшырыу эфирға сыҡты. Билдәле радиожурналист Наталья Санникова ойошторған әңгәмәлә А.Л. Фенин (яуаплылығы сикләнгән “Инеш” нәшриәтенең баш мөхәррире) менән Ю.А. Горюхин (“Бельские просторы” әҙәби-публицистик журналдың баш мөхәррире) ҡатнашты. Һүҙ унда китап хаҡында. Цифрлаштырылып, интернет сетәрҙәренә һалынған виртуаль китаптан айырмалы рәүештә, ҡағыҙға (ташҡа!) баҫылғаны, тәржемә эше бөгөн хөкүмәт яҡлауына мохтаж булыуына ныҡ баҫым яһалды.

Фәнил КҮЗБӘКОВ
“Ҡағыҙ китап”тың көнө һанаулымы?
Ҡәләмдәштәремдең ҡайһы берҙәре тыңлағандыр ҙа иғтибар иткәндер (ә ишетмәгәндәре тыңлаһын ине): 30 ғинуарҙа “Рәсәй-Башҡортостан” радиоканалының “Переплет” программаһында “Сегодня у нас неблагодарная роль “свистеть ” в уши подросткам” тигән тапшырыу эфирға сыҡты. Билдәле радиожурналист Наталья Санникова ойошторған әңгәмәлә А.Л. Фенин (яуаплылығы сикләнгән “Инеш” нәшриәтенең баш мөхәррире) менән Ю.А. Горюхин (“Бельские просторы” әҙәби-публицистик журналдың баш мөхәррире) ҡатнашты. Һүҙ унда китап хаҡында. Цифрлаштырылып, интернет сетәрҙәренә һалынған виртуаль китаптан айырмалы рәүештә, ҡағыҙға (ташҡа!) баҫылғаны, тәржемә эше бөгөн хөкүмәт яҡлауына мохтаж булыуына ныҡ баҫым яһалды. Ә хөкүмәт “ташҡа баҫылған”ды яҡларға әҙерме һуң? Тәржемәнең мөһимлеге аңлашыламы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң юғары даирәләрҙә лә: “Интернетҡа хәҙер нәшриәт эштәрен дә тапшырып була – китаптың ҡағыҙ варианты кәрәкмәй; русса баҫылған әҫәрҙәрҙе күптәр төп нөсхәһендә уҡый ала – уларҙы нимәгә тәржемәләргә!” – тигән ҡараш таралған. Бындай фекер менән килешеп буламы? Виртуаль донъя ысынбарлыҡты тулыһынса алыштыра аламы? Баланың бары тик әсә телендә генә тейешенсә тәрбиәләнеү мөмкинлеге тикшеренеүселәр тарафынан ҡат-ҡат иҫбатлана килә түгелме ни?!
Хөкүмәт, дөрөҫөн әйткәндә, башлыса, бөгөн финанслап, бөгөн үк килем килтергән йүнәлештәргә генә өҫтөнлөк бирә шул…
Ҡәләмдәштәр! Әгәр ҙә һеҙ: “Беҙҙең өсөн әлегеһе мәлдә “ташҡа баҫылған” китап ҡәҙерлерәк тә, мөһимерәк тә, гонорар яғы ла бар”, - тип инанһағыҙ (социологик тишеренеүҙәр күрһәтеүенсә, алдынғы иҫәпләнгән илдәрҙә лә виртуаль китапҡа халыҡтың иң күп тигәндә лә бары тик 30% ғына өҫтөнлөк бирә!), фекер алышып, хөкүмәт исеменә хат менән мөрәжәғәт итәйек. Хат ярҙам итмәй икән, башҡа юлдары хаҡында ла алдан уҡ хәстәрлек күрер кәрәк. Маҡсатҡа илткән юлдың һәр аҙымы билдәләнгән булһын ине. Әҙиптең, ысын мәғәнәһендәге рухиәт илсеһенең, төп бурысы иһә, халҡының, милләтенең рухын нығытыуҙа бит. Был маҡсатҡа ул “ташҡа баҫылған” һүҙе менән генә ирешә ала.
Бәхәс юҡ, хөкүмәт ярҙамынан тыш был проблемаларҙы хәл итеү бик ҡыйынға тура киләсәк. Әммә бөтәһен дә хөкүмәткә генә “терәтеп” ҡуйыу, уға ғына һалышыу, яуаплылыҡты уға ғына тапшырыу дөрөҫ булмаҫ ине.
Нимә эшләргә, эште ниҙән башларға һуң? Тәү сиратта был йүнәлешкә, йәғни нәшриәт эштәренә яуаплы хөкүмәт ағзаһын шуға инандырыу мөһимдер (әгәр ҙә ул “культура подождет” тигән принциптан сығып эш итмәһә, рухиәттең кешене кеше итеүҙәге ролен аңлаһа, аңларға теләһә): юғары мәҙәниәтле граждандар йәмғиәте булдырмай тороп, бер ниндәй иҡдисади, ижтимағи проблемаларҙы тулыһынса, тейешенсә хәл итеп булмай! Совет власы нимәгәлер ирешә алған икән (иң ыңғай мәғәнәһендә) – тәү сиратта әҙиптәрҙе (“рух инженерҙары”н!) үҙ яғына ауҙара, коммунистик идеологияға инандыра алыуында ине бит! Бөгөн билдәле бер төркөмдәргә күпселек араһында: “Идеология юҡ ул, кәрәкмәй ҙә!” – тигән ҡарашты һеңдереү бик отошло. Сөнки был осраҡта “кәрәкле идеология”ны аҫтыртын рәүештә үткәрәргә мөмкин. Идеология иһә, ниндәйҙер төркөмдөң (артабан ул, киңәйеп, тотош ил идеологияһына ла әйләнеүенә тарих шаһит) мәнфәғәттәренә ярашлы уй-ниәттәр тупланмаһы булараҡ, кешелек йәмғиәтендә, кемдәрҙеңдер теләү-теләмәүҙәренә ҡарамаҫтан, булған, бар һәм киләсәк тә лә буласаҡ. Ул объектив ысынбарлыҡ сағылышы. Унан: “Идеология – юҡ нәмә!” – тип кенә ҡотолорға тырышыу – ҡурҡыныс янауҙан ҡомға башын тығып ҡотолорға теләгән страус хәленә ҡалыу менән бер ул. Ҡыҫҡаһы, башҡортто милләт булараҡ бергә тупларға теләйбеҙ икән, милли идеология төп ролде уйнауын ҡайта-ҡайта иҫтә тотмайынса, ҡанда яңыртмайынса мөмкин түгел. Ә милли идеологияның арҡа һөйәген милли рух ҡына тотоп торасаҡ. Бына ни өсөн “рух инженерҙары”на ихтыяж ҙур булырға тейеш. Ә ихтыяж юҡ икән – сәбәптәре нимәлә? “Рух инженерҙары” тигәнебеҙ унан талап ителеүсе сифаттарға яуап бирерлек кимәлдәме? Был сифаттарҙы, художестволы әҫәр кимәлен билдәләүҙең ниндәй критерийҙары бар? Әгәр был осраҡта ла “баҙар бизмәне” тотоп килһәк, нимәгә ирешербеҙ? Былары иң беренсел (кардиналь!) проблемаларҙы хәл иткәс тыуа торғандары…
Теге әңгәмәлә быуындар бәйләнеше, тәржемәнең Рәсәй шарттарында уғата мөһимлеге хаҡында ла һүҙ булды. Әңгәмәселәр ҙә, алып барыусы ла күтәрелгән пробюлемалар буйынса компетентлы ла, йөрәк әрнеү-ярһыуын ҡушып та фекер алышты. Бындай әңгәмәлә башҡорт рухлы берәй әҙиптең булыуы тағы ла фәһемлерәк булыр ине лә бит… Шулай ҙа әңгәмәселәр, китапҡа, бигерәк тә уның бөгөнгө шарттарҙа “ташҡа баҫылғаны”ның әһәмиәтле булыуына, йәш быуынды тәрбиәләүҙә китап уҡыуҙы бер ни ҙә алыштыра алмауына, тәржемәгә етди иғтибар туплап, төп маҡсаттарына ирештеләр, тип уйлайым. Артабан фекер алышыуҙар, шул нигеҙҙә аныҡ эштәр өсөн ул бер этәргес булһын ине!
Читайте нас: