Режиссер Булат Йосоповтың “Ауыл өҫтөндә йәйғор”, “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Бабич” кеүек фильмдәре тамашасылар күңелен яуланы. Уның эштәре республикабыҙҙан ситтә лә киң танылыу яулай бара. Күптән түгел «Беренсе Республика» фильмы «Иң яҡшы фильм» номинацияһында «Лаурус» халыҡ-ара кинофестивалендә еңеү яуланы. Ул инглиз телендәге субтитрҙар менән күрһәтелде.
Билдәле режиссер Булат Йосоповтың тарихи картинаһы башҡорт профессиональ сәнғәте, әҙәбиәте, драма һәм музыкаль театрына нигеҙ һалған күренекле шәхестәрҙең фажиғәле яҙмыштары тураһында.
Кинофестиваль Белоруссияла 1-6 февралдә уҙҙы. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында – Рәсәй, Израиль, Бөйөк Британия, АҠШ, Болгария, Ҡаҙағстан, Төркиә, Ҡытай һәм Австралиянан кино эштәре.