Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 21:00

Салауат тоҡомо

Атаһы көҙ башында һуғышҡа алынған булһа, ҡышҡа инеп, тышҡа сығып йөрөүҙәр һирәгәйеп, оҙон кистәрҙе ярымһуҡыр шәм яҡтыһында үткәргәндә, Нурия әсәһендә ниндәйҙер үҙгәрештәр аңғара башланы. Ҡуҙғалыуы ла яй, туҡтауһыҙ ынтылып, алдына алыуҙы һорап торған ҡустыһын да йыш ҡына ситкә этә, “ҙурһың бит инде” тип тыя. Хәҙер уларға көн дә тигәндәй Асия апаһы килә, кәбәндән малға бесән ҡутарыу, кәртә көрәп түгеү һымаҡ ауыр эштәрҙе башҡарып китә. Йыш ҡына йоҡларға ла ҡала. Бында ниндәйҙер ғиллә барлығын төшөнһә лә, асығын ғына белә алмай йөрөй ине, һуңғы тапҡырҙа, йоҡлап китә алмай ятып, ололарҙың һөйләшеүен ишетте.– Тегеләрендә бер ҙә улай булмағайнысы, йүгереп йөрөлгәйне... – ти әсәһе, һыңар ҡулы менән билен ыуып.

Атаһы көҙ башында һуғышҡа алынған булһа, ҡышҡа инеп, тышҡа сығып йөрөүҙәр һирәгәйеп, оҙон кистәрҙе ярымһуҡыр шәм яҡтыһында үткәргәндә, Нурия әсәһендә ниндәйҙер үҙгәрештәр аңғара башланы. Ҡуҙғалыуы ла яй, туҡтауһыҙ ынтылып, алдына алыуҙы һорап торған ҡустыһын да йыш ҡына ситкә этә, “ҙурһың бит инде” тип тыя. Хәҙер уларға көн дә тигәндәй Асия апаһы килә, кәбәндән малға бесән ҡутарыу, кәртә көрәп түгеү һымаҡ ауыр эштәрҙе башҡарып китә. Йыш ҡына йоҡларға ла ҡала. Бында ниндәйҙер ғиллә барлығын төшөнһә лә, асығын ғына белә алмай йөрөй ине, һуңғы тапҡырҙа, йоҡлап китә алмай ятып, ололарҙың һөйләшеүен ишетте.
– Тегеләрендә бер ҙә улай булмағайнысы, йүгереп йөрөлгәйне... – ти әсәһе, һыңар ҡулы менән билен ыуып.
– Һәр бер бала үҙ фиғеле менән ярала тине бит һиңә ҡәйнәң, – тигән була Асия апаһы.
– Эсем дә килеп шәп үҫә. Килеп билдән тотоп ҡатыра...
– Ағайым нимә яҙа? Исем атап ҡуйманымы әле?
– Ҡуймаҫ. Ҡуйҙы-ы... Ҡыҙ булһа Нураниә, малай булһа Нурислам тип ҡуш, тип яҙған ине үткәндәге хатында уҡ. Быныһына исемде үҙем бирермен тиһәм, хут бирәме ул һиңә ир.
– Ярай, матур исемдәр бит. Өйөң тулы нур була инде был тиклем нурлы халыҡтан, – апаһы шым ғына көлә.
– Эй, Алла!.. Аталары ғына имен-һау ҡайтһын инде, “ыһ” та итмәй өстө түгел, унды табыр инем мин уға, – әсәһе ауыр көрһөнә. – Рәйсә апай улына пахарунка алған тигәс, ферманан өйгәсә туҡтамай йүгергәйнем... Ҡайта һалып етәйем, мине лә шундай ҡағыҙ көтөп ятмаймы икән тип ҡот осоп... Шуға ҡуҙғыны шикелле эсем дә.
Ҡатындарҙың шыпырт ҡына һөйләшеүенән Нурия тиҙҙән тағы ла бер бәпес булаһын төшөндө. Әммә ул бәпесте бер нисек итеп тә күҙ алдына килтерә алманы. Ҡайҙан килер икән ул, тип уйланы. Уны һәм ҡустыһы Нурлығаянды йылғанан тотоп алғандар. Ә был баланы тотоу өсөн йылға туңған. Үткәндә генә апаһы менән мал эсерә барғанда үҙ күҙҙәре менән күреп, боҙ шыуып ҡайтты. Һәм был хаҡта белмәйсә йоҡлап та китә алмай, шуға шундуҡ асыҡлап ҡуйырға булды:
– Ә бәпәйҙе ҡайҙан алаһығыҙ?
Әңгәмәселәр ҡапыл тынып ҡалды ла, пырхылдап көлөшөп алды.
Читайте нас: