Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 13:25

Роза Аҡкучукова

Билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова вафат булды. Уға 12 февралдә 71 йәш булыр ине.Роза Сабирйән ҡыҙы 1950 йылдың 12 февралендә Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуған.

Билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова вафат булды. Уға 12 февралдә 71 йәш булыр ине.
Роза Сабирйән ҡыҙы 1950 йылдың 12 февралендә Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуған.
Абҙаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң Өфө музыка-педагогика училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас Башҡорт дәүләт филармонияһында вокалист булып эшләй. Үҙенсәлекле моңло тауышы тамашасы күңеленә хуш килә, емешле ижады өсөн БАССР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы тигән исемдәргә лайыҡ була.
Халҡыбыҙҙың моңло һандуғасы Роза Аҡҡучукованың йырҙары мәңге халыҡ күңелендә ҡалыр. Бәхил бул, моң һандуғасы!
Читайте нас: