Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Февраль 2021, 20:00

Яҙыусылар Союзынан матур хәбәрҙәр бар

Быйыл Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы республика Башлығы грантына «Илаһи һүҙ» проектын тормошҡа ашырасаҡ. Проект сиктәрендә, тәү сиратта, барлыҡ яҙыусыларыбыҙҙы, тәнҡитселәребеҙҙе һәм башҡа әҙәбиәткә ҡағылышлы белгестәрҙе туплап оло Әҙәби форум уҙғарыу күҙ уңында тотола. Форумда эшләйәсәк секцияларҙың эш йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән резолюция республиканың Яҙыусылар берләшмәһен һөҙөмтәле үҫтереү өсөн ныҡлы нигеҙ булып хеҙмәт итер, нәшриәт өлкәһендәге проблемаларға, республика Яҙыусылар союзының составы буйынса мәсьәләләргә иғтибар итер, Башҡортостанда ҙур әҙәби проекттарҙы тормошҡа ашырыуға өҫтөнлөк бирер тип күҙаллана.

Заманында бындай саралар ғәҙәти күренеш булһа, һуңғы йылдарҙа ҡәләм тотоп ижад иткән һүҙ оҫталарына ҡор йыйыр мөмкинлектәр сикләнеп торған ине. Яҙыусылар берләшмәһе етәкселегенең ауырлыҡтарға бирешмәй, заман биргән мөмкинлектәр менән файҙаланып, был хәлде төҙәтеү яйын табыуы ҡыуаныслы күренеш. Проект сиктәрендә шулай уҡ лайыҡлы ижадсыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен башҡа телдәргә тәржемә итеү буйынса ла байтаҡ эштәр башҡарыу планлаштырылған. Был аҙым башҡорт яҙыусыларының һуңғы йылдарҙа тыуҙырған матур-матур әҫәрҙәрен бүтән милләт уҡыусыларына ла еткереп, әҙәбиәтебеҙ офоҡтарын киңәйтер, бейегәйтер тип көтөлә.
4 февралдә Башҡортостан Яҙыусылар Союзында “Илаһи һүҙ” проектының презентацияһы ла уҙҙы. Сарала оҙайлы пандемия арҡаһында күптән күрешмәгән ҡәләм эйәләре осрашып, аралашып ҡына ҡалманы, яңы йылға яңы маҡсаттар ҡуйып, ҡанатланып таралышты.
Читайте нас: