Башҡортостандың халыҡ шағиры
Был, ахыры, мәңгелек сер,
Донъя сикһеҙ... Йондоҙҙарҙың
Мәңгелек сер... Юҡ, уйлама,
“Тулҡынланырға ярамай!..”
Етмәһә, шиғыр... Ул килә,
Шағир ғүмере... Ул — яҙмыш,
Иҫке йөрәк, яңы дәрт, тип,
Харап та шәп — артта ҡалғас
Мираҫым бар — вариҫым бар,
Һәр саҡ һағайта ниҙәрҙер,
Ҡорос... Уны һаҡлау — бурыс,
Затым, ул — төп хәстәрең.
Хәл итеү минән торһа, тип,
Бәлки, белһә, хәтерләр ул
Йыр маҡтай бит, мин дә уға
Күңел бит ул — төрлө сағы була,
Ә рух? Ул — инаныс. Ул төрләнмәй.
Имән олонолай булһа әгәр,
Ел ыңғайына ул бәргеләнмәй.
Ниңә икән ҡай бер әҙәм шундай,
Әйтәм быны һалмай йәбергә —
Осрағанда текәлә ул тәүҙә
Ҡул осонда булған әйбергә.
Сабырлыҡтың төбө — һары алтын...
Сабыр итә-итә, ғүмер үтә.
Дөрөҫ тә шул! Алтын баһаһына
Гүрҙәрендә кемдер барып етә.
Ә бит үҙемде мин үҙем беләм,
Булмаһа ла иңдә затлы елән,
Ил ағаһы нисә йәштә булһа,
Шул йәштә мин аҡбуҙатта еләм.
Асылымды асҡан туған тел.
Теләгәндер, буғай, кендек инәм,
Туған телеңдән, тип, ҡыуан гел.
Айыра бел, һин — ҙурлыҡта,
Белһәң, йәнең хозурлыҡта,
Масондарҙа йәшертен көс, тиҙәр,
Улар кем һуң? Ҡайһы өммәттән?
Йәшертен көс... Хәтәр... Хәл-торошто
Үҙгәртмәҫ ул тимә кинәттән.
Бөлөп бөткән ерҙән күтәрелде!
Ҡоролошто түгел, тормошто
Яңы ҡеүәткә ул көйләп, Ҡытай
Байраҡ итте сәмле ярышты.
Илһам, бәлки, шулдыр: еңеү өсөн
Ул бит һүҙҙе, фекерҙе һәм хисте
Бергә туплап ҡупҡан ихтилал.
Мостайҙы хәтерләү... Түрҙе биләй
Ситтән килгән эре-торолар.
Беҙҙекеләр, Мостай вариҫтары,
Тыйнаҡ ҡына ситтә торалар.
Сәскә һала беҙҙекеләр аҙаҡ,
Иҫләй-иҫләй бөйөк әҙипте.
Күрһәтәбеҙ шулай Мостайға хас —
Башҡортҡа хас булған әҙәпте.
Бер ниндәй ҙә бында хилафлыҡ юҡ,
Һин шуныһын бына әйт әле:
Һеҙҙең арала мин ҡалам бит, тип,
Ҡарап ҡала Мостай һәйкәле.
Олоғайғас, хәтер бала саҡҡа
Ҡайта, тиҙәр, бик йыш, раҫ икән.
Шоңҡар сөйөр таһыллыҡҡа әммә
Ҡайтырмынмы, юҡмы мин бүтән.
Был донъяла, дуҫтар, бер ни ҙә бит
Сик-самаһыҙ түгел икән шул.
Ерҙәр ҡалыр, тиеп, ҡар аҫтында,
Көҙҙәр бына килеп еткән шул.
Иҫтә һаман — яуҙа шәһит булған
Атайҙы бер күрге килеүҙәр.
Онотолмай — ҡай саҡ эс һурылып,
Әпәкәйҙең ҡәҙерен белеүҙәр.
Ҡасан, нисек башланғандыр инде,
Китапҡа мин гелән ынтылдым.
Уҡығанда әсәй барлығы ла,
Бил дә шыйтыҡ көйө эшкә сығыу...
Юҡ, өшөтмәй бер ҙә кәзәкей.
Беҙ һабанда, беҙ бесәндә тағы,
Белдек өлгөрөүҙәр ләззәтен.
Шулай үҫте һуғыш балалары...
Ә үкһеүҙәр... Ниңә был хаҡта?
Күкрәк көсө менән күкрәй әҙәм,
Бәлйерәй тик һәлкәү анһатта.
“Беҙ бәхетле!” тиеп йырлатты ил,
Бәхет... Унан һәр саҡ кесеһең.
Йәлсетерлек булмаһа ла тормош,
Өмөт менән һин бит көслөһөң.
Әле, шөкөр, һәр кем үҙ йүнендә,
Өҫтән көтөп юҡтыр инәлеү.
Ә бала саҡ... Беҙҙекенә инде
Була ғына күрһен һаман шулай,
Зирәклектәр хәҙер — бишектән.
Ә үткәндәр — иҫтә. Рәхмәт, тимен,
Ул барыбер беҙҙе кеше иткән.
Олоғайғас бына, бала саҡҡа
Ҡайтыла, ти, раҫтыр был һүҙҙәр.
Ҡар аҫтында ҡалмаһын тип әллә,
Хәтерҙе бит яҡтырта көҙҙәр.
Яҡтыртһын ул, уны, яҡтылыҡты
Ҡалдырыу бит зарур ейәндә.
Байып барһа ла бит, яна ҡояш!
Һеҙ — һеҙҙеңсә, мин үҙемсә
Мостай Кәрим, Назар Нәжми —
Рауил Бикбай... Рух ҡомары
Аҡмулла һәм Рәшит Шәкүр —
Һеҙ — һеҙҙеңсә, мин — үҙемсә,
Ағай — оло, мин — ҙур тигән
Мәүлит бар, Хисмәт тә бар.
Шағирәләр... Кемдәр моңдаш?