Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2021, 17:10

Вице-премьер Азат Бадранов Көньяҡ Уралға эш сәфәре менән килде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Көньяҡ Урал райондарына, атап әйткәндә, Баймаҡ районына һәм Сибай ҡалаһына эш сәфәре барышында мәғариф һәм спорт учреждениеларының эше менән танышты. Уны Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов оҙатып йөрөнө. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#АзатБадранов

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Көньяҡ Урал райондарына, атап әйткәндә, Баймаҡ районына һәм Сибай ҡалаһына эш сәфәре барышында мәғариф һәм спорт учреждениеларының эше менән танышты. Уны Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов оҙатып йөрөнө.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов билдәләүенсә, “Көньяҡ Уралдың йәмәғәт инициативаһы ойошмаһы” инициативаһы ярҙамында Сибай ҡалаһының һәм Көньяҡ Урал райондарының матди базаһы нығынасаҡ, һүҙ ҙә юҡ, был аҙым спортсыларҙың тағы ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүенә килтерәсәк.
Вице-премьер Баймаҡ районының Урғаҙы, Иҫке Сибай, Әхмәр ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһында булды, бында ул спортсылар менән осрашты, бокс бирсәткәһе, волейбол һәм баскетбол туптары, спорт формаһы ише яңы спорт инвентарҙәре тапшырҙы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов “Көньяҡ Уралдың йәмәғәт инициативаһы ойошмаһы” әүҙемселәре менән Сибай ҡалаһының балалар үҫмерҙәр спорт мәктәбен, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжын ҡараны. Бында ла бокс менән шөғөлләнеү өсөн спорт инвентарҙәре тапшырылды, шулай уҡ коллективҡа бокс рингы алыу өсөн сертификат бирелде.
Читайте нас: