Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль 2021, 17:16

Радий Хәбиров Указға ҡул ҡуйҙы.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индереүгә бәйле, Указға ҡул ҡуйҙы. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#РадийХәбиров

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет тураһындағы положениеға үҙгәрештәр индереүгә бәйле, Указға ҡул ҡуйҙы.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, Советҡа урындағы идаралыҡ органдары вәкилдәре инергә мөмкин.
Указ, шулай уҡ, Башҡортостан Башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет составына үҙгәрештәр индереүҙе күҙ уңында тота. Шулай итеп, Совет составынан мәрхүм Алексей Зеликман сығарылған. Билдәле юрист Рафиҡ Дүсәлиев Башҡортостан Башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет составына индерелгән.
Читайте нас: