Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 10:35

Цех

Был ил биләмәләренең күп өлөшө ғалимдар тарафынан ер эшкәртеү, игенселек, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн хәүефле, тип танылған. Йәғни, сәскәнеңдең теләгәнсә үҫеп сығырына ҙур өмөт бағлау урынһыҙ. Сарыфлаған көстө ҡапларлыҡ уңыш алһаң да – аллаға шөкөр. Сөнки сәсеү, утау, ашлау, урыу өсөн яраҡлы миҙгелдәр бик ҡыҫҡа. Улары һуҙымында ғына ла бәйелһеҙ тәбиғәт көстәре игенсе менән баҡсасының сәсен ағартырлыҡ ғәрәсәттәр күрһәтергә өлгөрә. Һөргән ереңде саңға ҡалдырған ҡоролоҡмо был, кистән генә йәнде рәхәтләп бөҙрәләнгән йәшел баҡсаңды таң атыуға ҡара ер иткән ҡыраумы, йә баҫыуыңды һаҙлыҡҡа әйләндергән туҡтауһыҙ яуынмы… Шуға ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ әҙәми зат тәбиғәтте, ер-әсәне һәм, шул йәһәттән хатта үҙен дә алдарға тырышып, төрлө үҫемлектәрҙе тәжрибәгә дусар ҡыла, ҡарҙа – алма, сүлдә дөгө үҫтерергә маташа…

Эйткәндәй, Ғәлимйәндең яңы цехтар ҡороп заводын үҫтерергә булған ниәте лә тап юғарыла һөйләнгән ғәмәлгә ярап тора бит. Шуға ла сыуала уның башында был сәйер уйҙар…
Совет дәүләтенең тарихын шул рәүешле итеп күрергә, һүрәтләргә мөмкиндер. Хыялыйҙарса булһа ла… Сөнки быуаттан да кәм дәүер һуҙымында булған хәл-ваҡиғалар үтә лә ҡатмарлы һәм аңлайышһыҙ, уларҙы сүпләп тикшереү, берҙән, өлөшләп таратыуҙан тамаҡ туйҙырмаған ҡорбан ашылай етлекһеҙ тойолһа, икенсенән, дөйөмләштереп ҡарауҙан, яңғыҙаҡта йөҙ ултырыуҙа ла ейеп бөтмәҫлек оло мал һуғымылай бигерәк күп, мул. Эйе, бөгөнгө көндә исемдәре бөтә донъяға билдәле булған иҫәүән «баҡсасылар», бер килеп, ошо ергә көслөк менән «коммунизм орлоғо» сәсте. Ул мөһабәт ағас булып үҫте. Тик бер аҙҙан урындағы бар мөхиткә ят булған был «ағасҡа» ҡорт төштө…
Тарҡалыуҙан сиктәре юйылған сырхау ил шул ваҡытта ни ғиллә менән тамам юҡҡа сыҡмай иҫән ҡалғандыр. Халыҡтың сабырлығынан инде… Күп лапылдауҙан баштары буталған ил башлыҡтарының башбаштаҡлығын күтәреү өсөн генә лә күпме көс, түҙем кәрәк ине ул саҡта. Шунан, илде коммунизм юлынан алып, капитализмға күсереү башланды. Бының ысулы ла бер генә ине. Ул да булһа – бығаса халыҡтыҡы тип танылған милекте, дәүләт мөлкәтен эреле-ваҡлы әмәлдарҙар, сәнәғәт етәкселәре араһында үҙ-ара бүлешеү…
Читайте нас: