Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 12:20

Назар Нәжми

Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел,Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы.Халыҡ рухы — халыҡ ҡанынан ул,Ул бөйөк hәм изге төшөнсә.Ул мөҡәддәс! Борғоларға уныТейеш түгел hәр кем үҙенсә.Халыҡ рухы hәр кем йөрәгендәУл дөйөм дә hәм ул үҙ аллы.Әгәр ҙә hин ысын башҡорт икән,Йырлап күрhәт миңә "Урал"ды...

Назар Нәжми – Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡырға инә. Өсөнсө курстан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.
Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Назар Нәжми 1947—1949 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияларында эшләй. 1955—1959 йылдарҙа ул — «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1962—1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.
Читайте нас: