Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 10:33

Йылайыр районында тағы бер фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Йылайыр районы Байғужа ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты башлыса ололар йәшәгән Байғужа һәм Бикйән ауылдарын хеҙмәтләндерә. Быға тиклем медицина пункты бәләкәй генә иҫке бинала урынлашҡан булған. Хәҙер ошо ауылдарҙың халҡы уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамын алырға мөмкин. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҺаулыҡҺаҡлау#Йылайыр

Йылайыр районы Байғужа ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.
Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты башлыса ололар йәшәгән Байғужа һәм Бикйән ауылдарын хеҙмәтләндерә. Быға тиклем медицина пункты бәләкәй генә иҫке бинала урынлашҡан булған. Хәҙер ошо ауылдарҙың халҡы уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамын алырға мөмкин.
Яңы модулле ФАП заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап бирә, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, фельдшерҙан тыш, табиптарҙың күсмә бригадалары ла пациенттарҙы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә.
Был йыл башынан Йылайыр районында асылған икенсе модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты.
Читайте нас: