Сибай ҡалаһының «Мироколица» рус йыры ансамбле Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы» капитал-шоуында ҡатнашты. Был хаҡта Сибай мэры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.
Ансамблдең «Мөғжизәләр яланы»на саҡырылыуы сибайҙарға программаны төшөрөүгә бер аҙна ҡалғас ҡына билдәле булды.
Етәкселек Мәскәүгә саҡырыуҙы ҡабул итеү ҡарарын хупланы. Ансамбль ағзаларына бүләктәр йыйырға ярҙам иттеләр һәм сығыш яһау өсөн йыр һайланылар. Уйында коллектив исеменән Александра Алыева ҡатнашты.
Тапшырыуҙы йома, 5 февралдә, Беренсе каналда киске сәғәт 8 тула 15 минутта ҡарарға мөмкин.