Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 15:05

Шүлгән-таш

Салауат ӘБҮЗӘРШҮЛГӘН-ТАШМилләтемдән көлөүме был!? –Уйлаһаң, һыймай башҡа:Урыҫ исеме ҡушырғаТеләйҙәр Шүлгән-Ташҡа!

Салауат ӘБҮЗӘР
ШҮЛГӘН-ТАШ
Милләтемдән көлөүме был!? –
Уйлаһаң, һыймай башҡа:
Урыҫ исеме ҡушырға
Теләйҙәр Шүлгән-Ташҡа!

Ул – башҡортомдоң бишеге,
Унда –халыҡ имзаһы!
Һәр ташына һеңеп ҡалған
Милләтемдең моң-зары!

Унда – Урал батыр эҙе!
Унда – рухи сығанаҡ!..
Кәмһетелһә тәүбабабыҙ,
Йәнең нисек сыҙамаҡ!?

Халҡым тарихын таларға
Ҡанлы ҡулдар орона!
Был – балта сабыу буласаҡ
Киләсәк тамырына!..
Читайте нас: