Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль 2021, 16:00

Әбүзәрҙән әҙип мәҙәктәре

Әбүзәрҙән әҙип мәҙәктәреБАЙРАМ ШАУҠЫМЫ...Шағир Рәмил Йәнбәк (йәне йәннәттә булһын!) йор һүҙле, шаян телле ине. Миңә уның менән “Ағиҙел” журналында эшләргә тура килде.Яңы йыл ялынан һуң эш бүлмәһенә килеп инде Рәмил ағай.--Тыңла, бер анекдот һөйләйем,

Әбүзәрҙән әҙип мәҙәктәре
БАЙРАМ ШАУҠЫМЫ...
Шағир Рәмил Йәнбәк (йәне йәннәттә булһын!) йор һүҙле, шаян телле ине. Миңә уның менән “Ағиҙел” журналында эшләргә тура килде.
Яңы йыл ялынан һуң эш бүлмәһенә килеп инде Рәмил ағай.
  • Тыңла, бер анекдот һөйләйем, – тине ул, ауыҙ йырып. – Был байрамдан һуң Рәсәй халҡының иҫкесә Яңы йылды ҡаршыларға көсө етерме икән?..
  • Йәнбәк бүлмә яңғыратып көлөп ебәрҙе лә, ғәжәпләнгәндәй, миңә текләне:
    • Бәй, нишләп көлмәйһең, ҡыҙыҡ түгелме әллә?..
    • Һуң, Рәмил ағай, был көләмәсте миңә бөгөн өсөнсө тапҡыр һөйләйһең бит инде...
    • ХӘЛ БЕЛЕҮ
      Былтыр, Яңы йылға бер ай ҡалғас, өлкән йәштәге бер шағир редакция бүлмәһенә килеп, шиғырҙар ҡалдырып китте. Ике көн үттеме-юҡмы, был ағай шылтырата:
      • Хәлдәрең нисек, ҡустым? Былай ғына, хәл белергә шылтыратам...
      • Тағы өс-дүрт көндән йәнә шылтырата ағай:
        • Хәлдәрең нисек? Хәлеңде беләйем, тим...
        • Яңы йыл һанында шиғырҙары сыҡҡансы “хәлемде белеште” ағай, унан һуң тауыш-тыны ишетелмәне.
          Был ваҡиға онотолоп бөткәйне инде. Быйыл, Яңы йылға бер ай ҡалғас, ул тағы шиғырҙар ҡалдырып китте. Телефон шылтырай:
          • Хәлдәрең нисек, ҡустым? Былай ғына, хәл белергә шылтыратам...
          • БАЙРАМ ҠАРШЫЛАУ
            Яңы йыл алдынан бер шағир арыу ғына “һалып” ҡайта.
            • Нимә тип эсеп йөрөйһөң?! – тип битәрләй ҡатыны.
            • Асыуланма, кәләш, – тип аҡлана шағир. – Яңы йыл байрамын ҡаршыланым...
            • Ниндәй байрам булһын!?. Яңы йылға өс көн бар бит әле.
            • Эйе... – ти шағир ҡолас йәйеп. – Шағирҙар халыҡтан алда йөрөргә тейеш!..
            • Читайте нас: