Лена Хәйруллина
Еҙнәм инең
Көтмәгәндә шылтыраны телефон. Төнгө икенсе яртылар тирәһендә. Йоҡоно бүлгән шылтыратыуҙың кемдән икәнен белергә лә теләмәйенсә, һәрмәп табып, ҡыҙыл төймәгә баҫтым да, телефонды мендәр аҫтына тыҡтым. Инде йоҡлап киттем тигәндә, ул тағы тауыш бирҙе.
– Сәғәт нисә икәнен беләһегеҙме?!
Көтмәгәндә шылтыраны телефон. Төнгө икенсе яртылар тирәһендә. Йоҡоно бүлгән шылтыратыуҙың кемдән икәнен белергә лә теләмәйенсә, һәрмәп табып, ҡыҙыл төймәгә баҫтым да, телефонды мендәр аҫтына тыҡтым. Инде йоҡлап киттем тигәндә, ул тағы тауыш бирҙе.
– Сәғәт нисә икәнен беләһегеҙме?!
Яуап биреүсе булмағас, ҡыҙа башланым:
– Алло, тим! Ни эшләп өндәшмәйһегеҙ ул? Йоҡо аралаш булһа ла, теге оста мышнау ишетеп, һағайып ҡалдым.
– Һы... Һы- лыу... Ней...
– Уффф..! Һинме ни ул, апай? Тағы ни булды инде? – апайыма һүҙ ҡыҫтырырға бирмәй, енләнеүемде беләм.
Ул бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң тағы шул бер һүҙен ҡабатлай:
– Ней...
Төнгө шылтыратыуҙарҙың яҡшыға булмаҫы саҡ башыма барып еткәс, юрғанымды атып бәреп тороп ултырам:
– Әсәйме? Атаймы? Ҡайһыһы? Әйтә һал!
Башыма килгән иң тәүге уй шул, сөнки бөтә ҡурҡыу-борсолоуҙарым оло йәштәге әсәй менән атай өсөн.
– Еҙ... Еҙ-нәң... китте бит... – Иламһырап әйткән был һүҙенән еңел һулап ҡуям, ә асыуым, киреһенсә, көсәйә генә:
– Уфф! Ап-пай! Ялҡыттың шул нәмәң менән! Китһә, ҡайтыр! – Телефонды шап итеп һүндереп, диван аҫтына уҡ быраҡтырам. “Йоҡоно бүлеп! Тәүгә китеүе тиерһең?!” Һөйләнә-һуҡрана иҙәнгә атып бәргән юрғанымды һөйрәп алып ябынам да йоҡларға ятам. Иртәгә эштә ауыр көн көтә, тикшереү килергә тейеш. Ә был юҡ менән башты әйләндерә. Төн тип тормай!
Иртән телефонды тоҡанмаған көйөнсә генә сумкама ырғытам да эшкә йүгерәм. Апайыма булған асыуым һаман үтеп бөтмәгән әле, йоҡо ла туймаған. Эш бүлмәмә инеп тә өлгөрмәҫтән бер ҡосаҡ документ килтереп тотторалар ҙа, көн аҙағынаса һуҙыласаҡ йүгереш башланып та китә...
Ҡайтырға сәғәт самаһы ҡала теге телефон иҫкә төшөп, ҡабыҙа һалам. “Йә, Хоҙай! Илле алты шылтыратыу?!” Нәҫелебеҙҙә нисә зат бар – һәммәһе шылтыратып сыҡҡан әллә? Хәйер, быға артыҡ иҫем китмәй, сөнки апайымдың ғәҙәтен белеп бөткәнмен: еҙнәнең сығып киткән сәғәте-минутында тотош нәҫелде ҡаҡшатырға тотона ул. Мыжый, илай, зарлана, үҙен йәлләтергә тырыша. Әле лә шул тотош ырыуҙан зар тыңламаған мин генә ҡалғас, күмәкләшеп тотонғандар, күрәһең.
– Зың-зың! Зың-зың!.. – Телефон тағы телгә килде. Быныһы кеме тағы? Әсәй икән. Алмай булмай.
– Эйе, әсәй. Тыңлайым.
Ул ҡайҙалыр ашығып китеп бара, күрәһең, хәбәрен йыш-йыш тын алып һөйләй:
– Ней бит, балам... Әй... Һаумы… Иҫәнләшергә лә онотоп торамсы...
Мин һүҙҙе ҡыҫҡа тотам:
– Эйе. Һаумы. Йә, нейләмәй генә, әсәй, яраймы? Ваҡытым юҡ. Һөйләй һал!
– Еҙнәң...
Был һүҙҙе ишетеү менән тәнемдең һәр күҙәнәге тартышырға тотона:
– Үәт, аптыраттығыҙ шуның менән, ә?!
– Улай тимә, балам. Еҙ... еҙнәң китте бит...
Әсәйҙең теге остағы тауышы өҙөлөп-йолҡоноп ҡына сыға ла бөтөнләй тынып ҡала.
– Китһә һуң, әсәй! Тәүгә түгел бит инде. Йөрөр йөрөр ҙә ҡайтыр. – Мин ҡыҙғандан-ҡыҙам. Тик күрше бүлмәләге хеҙмәттәштәремде иҫкә төшөрөп, үҙемде йәһәт кенә ҡулға алам:
– Ҡайтыр, әсәй, хафаланмағыҙ.
– Ҡайтмаҫ шул. Үлгән бит...
Әсәйҙең был һүҙҙәренән һуң минең өҫтөмә ниҙер ишелеп төшкәндәй була, быуындарым ҡалтырауын тойоп, һәрмәп сығарып, өҫтәл янындағы ултырғысҡа сүгәм.
– Ни... нисек инде... үлгән? – Һуңғы һүҙҙе әллә ҡайҙан төптән саҡ һөйрәп сығарам. – Әсәй! Ни-сек?!
– Нисек тип ни... Башҡалар нисек үлә һуң... Ул да шулай үлгән дә ҡуйған инде...
Минең өсөн бөтә нәмә тотошлайы менән икенсе үлсәмгә күсә. Алдымда өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙар, сабышып йөрөгән хеҙмәттәштәрем, бер туҡтауһыҙ зыңғырлап ултырған телефон – бер ни кәрәк түгел. Әсәйемдең “үлгән бит” тигән һүҙенән бығаса еҙнәм менән икебеҙҙе айырып торған ҡоршау шауҙырлап ҡойолоп төшә...
Өйгә ҡайтышлай күҙгә салынған магазиндарға инеп, хәйерлек, күстәнәс-маҙар йыям, аҡса ваҡлатам. Һәр ҡайһыһында, минең ҡайғымда уларҙың эше бармы-юҡмы, бер хәбәрҙе һөйләйем:
– Еҙнәм үлгән тейсе...
Быларҙы әйткәндә, үҙем дә һиҙмәҫтән, шаңҡып киткәнемде тоям. Әллә нишләнем дә ҡуйҙымсы. Яратмай инем дә һуң үҙен, әле килеп йөрәгем ҡалтырап, күҙгә йәш эркелеп бер була. Осраған бер танышыма был хәбәрҙе әйтеп уҙһам да, мәйетен күрмәйсә, еҙнәмдең юҡлығына барыбер үҙемде ышандыра алмайым. Ишеткәнем аңыма барып етһә лә, күңелдәге йәшерен бер өмөт сатҡыһы баш ҡалҡыта биреп ҡуя.
Өйгә ҡайтып ингәс тә, ашау-эсеү ҡайғыһы юҡ, диванға ауам. Күҙ алдымдан кинолағы шикелле булып еҙнәмә бәйле күренештәр үтә. Бына ул урам буйлап һыбай ҡайтып килә, ҡолас ташлап бесән саба, утын яра, таҡта йыша, бәләкәсерәк сағымда тубығына ултыртып мине һикертә, күтәреп алып күккә сөйә... Үҙемә бәйле мәлдәрҙе иҫләгәс, бөтөнләй йомшап китәм, йырған быуаны туҡтатып алырмын тимә. Шул саҡ телефон шылтырай. Апайым икән.
– Һылыу... – Ҡурҡыңҡырап, ҡыйыуһыҙ ғына өндәшә, – ҡайтаһыңдыр ул?
– Ҡайтам, апай. Бер сәғәттән автобус. – Әй уңайһыҙ үҙемә, төндә енләнеп, апайымды тыңлап та тормағаныма үкенәм. Йоҡо ҡала, тип. Йоҡламаған йоҡомо? “Алйот! Бисура!” Эстән үҙемде һүгәм.
– Әллә илайһың инде? – Апайым һиҙмәй буламы һуң…
Мин мах бирмәҫкә тырышам:
– Юҡсы, тамаҡ әсетеп тора, ауырытырға уйлай, ахыры. – Еҙнәһен яратмаһа ла, хәҙер илап ултыра әле, тимәһен.
– Эй, Аллам! Нығыраҡ кейенеп ҡайт инде, быйма кей, өшөп ҡуйма. – Апай апай инде, әсәйҙәрсә ҡайғыртып маташа. – Юлдан килгәнсе байтаҡ бит әле. Ҡаршы сығып алыр ине лә... Еҙнәң булһа...
Сумкамды һөйрәп сығып барғанда, подъезд ишегендә күршем тап булды. Миндәге үҙгәреште һиҙепме, төпсөнөргә кереште:
– Йөҙөң ҡасҡан. Ни булды? Былай йөкмәнеп ҡайҙа йыйындың ул?
Уға ла шул бер хәбәрҙе ҡабатлайым:
– Еҙнәм үлгән дә ҡуйғансы...
Уның был һүҙгә артыҡ иҫе китмәй. Кит, улай уҡ бөтөрөнмә, күршекәйем, еҙнәнең туғанлығы ла, кәзәнең маллығы, тип тороп ҡала. Янынан өндәшмәй уҙам. “Миңә лә шулай һымаҡ ине лә... – Быларын үҙем ишетерлек итеп кенә бышылдайым. – Улай түгел икән шул...”
…Ауылға илткән юлдан ауыр сумкамды һөйрәп атлағанда, еҙнәмдең юҡлығына ышана биреп ҡуям. Әгәр ул булһа, ошолайтып ыҙаланып йөрөр инемме һуң? Санаһына күпертеп бесән түшәп, быйма-толоптарын һалып аҙ ташыманы ул мине был юлдан. Машина алғас, “тимер ат”ын туҡтауһыҙ йылытып, бер сәғәт алдан төшөп көтөп ултырыр ине бахырым... Әле килеп шуны аңлап ҡалам: үҙе иҫән саҡта мин быларҙы еҙнәмдән күргән изгелек итеп түгел, ә мотлаҡ шулай булырға тейеш хәл итеп ҡабул итеп йөрөгәнмен икән бит... Уйҙарымдан уйылып китерҙәй булып ҡышҡы юлдан атлайым. Йәйәү барып бер ҙә генә ыратып булмай, туҡтап-туҡтап ял итәм. Шул ыңғайҙа ауыл яғына ҡайырылам: анау тауҙар артынан елдертеп кенә еҙнәм килеп сығыр төҫлө. Юҡ шул. Ысынлап та үлдеме икән ни? Тағы хәтирәләрем уға барып тоташа.
Яҡшылығы менән бергә этлеге лә күп булды үҙенең. Артымдан тағылып йөрөп йөҙәтте. Уйындың иң ҡыҙыу мәлендә клубтан алып ҡайтып китһенме, йәштәр менән йыйылышҡан аулаҡ өйҙән эҙләп тапһынмы, егеттәрҙән ҡамалап йонсотһонмо, йөрөгән егетемдең атын туғарып, урынына һыйыр бәйләп ҡуйыуы ҡалманы. Күрһәтте инде ул еҙнә күрмәгәнде... Бүтән балдыҙҙарын бар тип тә белмәне, ҡаныҡҡас миңә ҡаныҡты. Һуңынан үҙе, мин яңғыҙлап оҙаҡ ҡына йөрөп ташлағас, әйләнгән һайын тыҡыған булды:
– Кейәүгә сығыр кәрәк, балдыҙ!
Былай ҙа енем һөймәй бит инде шуны, әйткән һәр һүҙе һарыуымды ҡайната, яйы сыҡҡан һайын этләшкем килеп тик тора:
– Егетемде ҡыуалап ебәрҙең дә, кемгә сығайым һуң хәҙер?
Минең әйткәндәрҙән уйға ҡалып байтаҡ ултыра торғас, бошоноп ҡына әйтеп ҡуя:
– Үтә шыйыҡ күренде ул егет. Һиңә пар булмаҫ, тинем.
Әле иһә уйҙарымды үткән заман менән бәйләп барыуымдан һиҫкәнеп китәм: “Тәки үлдеме икән ни еҙнәм?” Уйланып барып, яныма килеп туҡтаған машинаны ла абайламағанмын.
– Байрастарға бараһыңдыр, һеңлекәш? Ултыр.
Эйе, тигәнде аңлатып, баш ҡағам.
– Тик еҙнәм юҡ тей шул инде. – Эскә инеп ултырыр-ултырмаҫтан шул һүҙҙе әйтәм. Әлеге мәлдәге иң тәрән һәм тетрәндергес ҡайғымды кем менәндер бүлешкем килә. Кем менәндер еҙнәмде иҫләгем, уның хаҡында бығаса үҙем ишетмәгән һәм белмәгәндәремде ишеткем, тыңлағым һәм ҡысҡырып илағым килә. Рулдәге ағай ауыр көрһөнөп ҡуя:
– Шулааай… Өс көнлөк донъя был... Бөгөн бар унда кеше, иртәгә юҡ. Мәңгелеккә килгән кеүек донъя ҡыуа ла бер генә көн дә йәшәмәгән кеүек китеп тә бара инде. Үкенесле был донъя... Һай, үкенесле! Шуныһына аптырарһың, һеңлекәш, анауындай ыздарауай, дәртле кеше лә үлеп ятһынсы. Байрасты әйтәм. Ышанырлыҡ та хәл түгел бит!
...Ихатала аяҡ төртөр урын юҡ. Өйөлөшөп торған кешеләрҙе аралап йортҡа табан атлайым. Ҡулымдағы сумканы шул ыңғайҙа кемдер һыпырып алып ҡала. Теҙелешеп торғандарҙың сәйер ҡараштарын абайлап уҙам:
– Ҡайтты бит тәки.
– Ҡайтмаҫтыр ҙа тигәйнем мин аны!
– Еҙнәһе бит ҡалай булһа ла... Нисек ҡайтмаһын?!
Быларҙың барыһы ла үҙем хаҡында әйтелгәнен самалаһам да, кем ауыҙынан сыҡҡанына артыҡ иҫем китмәй. Кеҫәмдәге яулыҡты сығарып соланда уҡ ябынып алғас, төпкә үтәм.
...Еҙнәмдең мәйетен күргәс, донъя түңкәрелеп төшкәндәй була. Түрҙә һыҡтап ултырған апайымды, унан ситтәрәк баҫып торған биш ҡустымды шәйләп алам. Ҡаҙ бәпкәләре ише теҙелеп, бер-береһенә һыйынышып ҡына торған була туғанҡайҙарым. Ғәзиз кешеләрен юғалтыуҙандыр, яурындары төшөп, кәүҙәләре бәләкәсәйеп ҡалғандай тойола. Атайһыҙлыҡ шулай бөгәлер әҙәм балаһын…
Төн буйына керпек тә ҡаҡмай еҙнәмдең баш осонда ултырып сыҡтым. Бүтәндәр сиратлап булһа ла серем итеп алды, мин иһә, ошо еҙнәйле сағымды оҙайтырға тырышыпмы, керпек тә ҡаҡмай таң аттырҙым.
Зыяратҡа алып китер алдынан мәйетте ихатаға сығарып һалғас, мулла өйөлөшөп торғандарға мөрәжәғәт итте:
– Донъялыҡта саҡта ниндәй булды был кеше?
– Яҡшы булды!
– Һәйбәт ине Байрас.
– Ярҙамсыл булды ул бахырың... Ныҡ ярҙамсыл булды...
Бына бит, тип уйлайым мин, кешеләрҙең ике йөҙлөлөгөн хатта ошонда ла күрергә була икән... Тере сағында еҙнәмде әҙәмгә һанамағандар барыһынан да нығыраҡ ҡысҡыра түгелме? Уның артында юҡ-бар һөйләп йөрөгәндәр ҙә, яҡшы булды, үтә һәйбәт ине, тип яр һала. Ә ни эшләп, исмаһам, берәүһе, йөрөмтәл ине Байрас, ай-һай, йөрөмтәл булды, тимәне? Уйлап ҡараһаң, ауылда ул барыһы өсөн дә “йөрөмтәл Байрас” ҡына булды. Һуңғы юлға оҙатҡандарҙы насар һүҙ менән иҫкә алмағандарын аңлар дәрәжәлә булһам да, йөрәгемде тырнаған әрнеүгә сыҙай алмай, өнһөҙ хәсрәт кисерәм...
Еҙнәмде оҙатып, килгән кешеләр таралышып бөткәс, өй бушап ҡалды. Апай янында мин торорға булдым. Бығаса нур уйнап торған өйҙәре нисектер ҡараңғыланып, ҡотһоҙланып ҡалды. Бар әйбер үҙ урынында, еҙнә донъяһын күтәреп китмәне ләһә! Ә шулай ҙа бығаса уйнаған нур юғалды. Уйлай торғас, шуны аңлап ҡалам: ул үҙе ошо нигеҙҙең ҡото, йәме булған икән бит. Булмышы менән бар донъяны балҡытып тотҡан кеше булған икән бит минең еҙнәм...
– Теге ҡайтҡанымда ғына һин дә мин ине бит, апай? – Мейес алдында өнһөҙ генә эш менән булышҡан апайыма өндәшәм. – Ни булды икән һуң?
– Хоҙай белә... – Ошоноң ҡоролоғо йәнемә тейә, ауыҙынан һәр һүҙен һығып ҡына сығара инде был апай. – Йөрәге бөткән, ти бит. Йөрәк туҙған... – Ул тағы телефон аша әйткәндәрен ҡабатлай.
– Мин ҡайтҡанда, тим, йүгереп йөрөп мунса яҡты бит әле, сирләгән кеүек тә түгел ине үҙе. – Ай самаһы элек уларҙа ҡунаҡта булғанды иҫләп һөйләйем. Шунда, ысынлап та, егеттәргә генә хас айырым бер дәрт менән йөрөгәйне ул.
– Мунса... Ана шул мунса... Әле лә өс көн рәттән яғып инде шуны. Ғүмере ҡыланмағанды. Өс көн бит ул! Тота ла яға, тота ла...
Танауын мыш-мыш тартып, минең яҡҡа ҡарамай ғына апайым асылып китмәксе итә. – Тап-таҙа, бер гонаһһыҙ булып китте еҙнәң тегенд,
– Яҡҡан һайын, мунса инеп алам да сығып китәм, тине. Китәм, тине лә ҡысҡырҙы. Китәм, тине лә. Ана, бөтөнләйгә китеп барҙы инде...
– Һаман тегеһенә китәм тинеме икән ни, бахыр?.. – Үҙ алдыма ғына әйткән был һүҙҙән апайымдың ҡулынан болғауысы төшөп китә.
– Кемеһенә ул тағы?
Бығаса уны йомоҡай тип әрләһәм, әле килеп үҙемдең шаран-яранлығыма иҫһеҙ булып ултырам. Ауыҙыңды самалап асмаһаң, бәлә килерен көт тә тор икән ул!
– Берәй нәмәһен белеп йөрөнөңмө әллә һин? – Һәйкәл ише ҡатып миңә тексәйгән апайыма ни әйтергә белмәй йөҙәйем. – Йә, хәҙер әйтһәң дә була инде. Ҡурҡма. Еҙнәң юҡ.
Нисәмә йыл буйы үҙемдә йәшереп тотҡан серҙе ул юҡ тип кенә сисеп, апайымды борсоғом да, еҙнәм рухына хыянат иткем дә килмәй. Булған – булған, төҫө уңған бит инде...
– Мин ҡайҙан беләйем? – Артыҡ һорауҙар ишетеүҙән ҡурҡып, урынымдан тороп уҡ китәм.
– Белмәҫһең һин! – Нимуй тиһәм дә, бер йырылһа йырыла икән был да. Шаҡ ҡатып ҡарап торам.
– Етте, тим, апай! Һөйләмәйек! Еҙнәм юҡ бит инде!
Уның юҡлығы аңыбыҙға әле генә барып еткәндәй, икебеҙ ҙә тынып ҡалабыҙ. Мин, һынсыл ҡарашты күтәрә алмай, төпкө яҡҡа инеп китәм дә, түрҙә эленеп торған еҙнәмдең хәрби кейеменә барып тексәйәм. Түше тулы миҙалдар ҡаҙалған кейемде һыйпайым. Унан еҙнәм еҫе, еҙнәм йылыһы килеп киткәндәй була. Ҡәһәрле афған һуғышында күпме михнәт күреп, дошман пуляһынан иҫән ҡалған кеше ошо ожмах кеүек ерҙә иллегә лә етмәй үлеп ятһын инде?! Ышанырлыҡ та түгел бит! Шул ыңғайҙа уның стенала торған фотоларын ҡарап уҙам. Бынауында бөтөнләй йәш кенә егет ваҡыты, матайына атланып төшкән. Апайым менән сыуалған сағылыр. Фотоның артын әйләндереп ҡарайым. Әй, юҡ икән. Бында “теге”һе менән дәртләнгән мәлелер, әрмеһенә саҡлы төшкән дә инде. Беҙҙекенә бит хеҙмәттән ҡайтҡас та өйләнде лә ҡуйҙы. Кешесә йөрөп тә торманылар шикелле. Әллә үҙен көтмәй кейәүгә киткән ҡыҙына үс итте, белмәҫһең. Үҙе тағы ғүмере буйы шул тип зарыҡты... Кәртешкәләр ҡарап йөрөгән ерҙән ҡайырылып, түрбашҡа күҙ ташлайым, уйҙарым “теге”гә барып еткәс, уңайһыҙланып китәм, апайым стена аша минең бөтә уйымды уҡып торалыр кеүек. Шунда бер хәл иҫемә төшә.
...Эңерҙә һыйыр эҙләп туғайға сығып барһам, юл буйындағы ҡыуаҡлыҡта кемдәрҙер һөйләшә. Ҡолаҡтарымды ҡарпайтып, һағая төшәм. Яҙа-йоҙа ишетелгән хәбәрҙән таныш тауышты эләктереп алам. Бәс! Еҙнәмдең тауышы лаһа был! Ә икенсеһе кем? Танып булмай. Ипләп кенә барып муйыл артына боҫам. Тын да алырға онотоп, тегеләрҙең хәбәрен тыңлайым.
– Онота алмайым һине...
– Мин дә, Байрас.
– Барыбер китәм мин Ғәлиәнән, күр ҙә тор бына! – Еҙнәнең тауышы быныһы. Кеше ишетер тип тә ҡурҡмай, айырым-асыҡ һөйләй. Мин шыпырт ҡына баҫып ағас төбөнә яҡыныраҡ шылам. Икенсеһен танымай ҡалыуҙан ҡурҡам.
– Улай тимә, Байрас. Балаларың бар бит.
Әһә, тип уйлайым мин, теге өс малайҙы әйтә был. Бар шул, өс ҡустым бар минең, тип маһаям. Ул саҡта ике игеҙәге юҡ ине әле, уларын апайым еҙнәнең сираттағы “йөрөп ҡайтыуы”нан һуң тыпылдатты.
– Балалар ни... Үҫерҙәр әле. Ә һинһеҙ йәшәй алмайым. Аңлайһыңмы, йәнем?..
“Йәнем”дән һалдырып ултырғансы, исмаһам, исемен әйтһә, тип, ҡолағымды тауыш килгән яҡҡа тағы ла нығыраҡ бора бирәм.
– Юҡ, Байрас. Яҙмышыбыҙ шулдыр. Күнәйек.
“Һөйләшеүенә ҡарағанда, аҡыллы ғына күренә был апай. Улай тиһәң, ни ҡарап еҙнә менән бынау ҡыуаҡ төбөндә ултыра икән? Төн етеп килгәндә...” Бер ваҡыт былар тынып ҡала ла, суп та суп үбешергә керешә. Мин күҙҙәремде сытырлатып йомоп, ҡолаҡтарымды ҡаплайым да, оялышымдан ергә һеңеп үк бөтәм.
– Йә, ярай, Байрас, ҡайтайым. Юғалтҡандарҙыр...
– Яратам һине! Ишетәһеңме? – Еҙнәнең сөсөләнеп ултырыуына асыуым ҡабара. “Ярата, имеш... Ә апайым?”
Улар етәкләшеп ала ла, йылға буйына төшөп китә. Ай яҡтыһында теге апайҙың биленән түбән төшөп торған толомон ғына шәйләп ҡалам. Һуңынан иһә шул толомдоң эйәһен эҙләп ауыл урамдарын әҙ ҡыҙырмаясаҡмын үҙем...
– Һыйырың бер ҡайҙа ла юҡ, – тим апайыма. – Эҙләмәгән ерем ҡалманы. Эт булдым. Ә еҙнәм ҡайҙа ул?
– Ул да шул мөстәнде эҙләп сығып киткәйне. Оҙаҡланысы...
Был ваҡиғанан һуң еҙнәмде күрә алмаҫ булдым. Етмәһә, гел үҙемдең ярамаған эштең шаһиты икәнлегемде белдергем килеп, телем ҡысып йонсота. Ауыҙымды асам да кире ябам, асам да... Оҙаҡ ҡына түҙеп йөрөһәм дә, тамам асыуымды килтергән бер көндө ул тел тәки теш араһынан сығып сапты. Егетем менән ҡапҡа тышында ҡосаҡлашып тора инек, еҙнәм, башың йәш әле һинең егеттәр менән ҡосаҡлашып торорға, тип әрләп алып инеп китте. Ғәрлеге ни тора! Шунда тоттом да әйттем:
– Ә мин һинең үбешеп торғаныңды күрҙем! Белмәй тигәйнеңме әллә?
Еҙнәм ҙур усын ауыҙыма баҫты:
– Апайың ишетеп ҡалһын тағы!
– Ә-ә-ә! Ҡурҡаһыңмы? Ҡурҡаҡ!
Шул көндəн алып еҙнəм алдымда өлтөрəй башланы: бер алдыма, бер артыма сыға, əйлəнгəн һайын башымдан һыйпамаҡсы йə арҡамдан һөймəксе була. Магазинға барғаны һайын бүлəккə матур сəс ҡыҫтырғысы йə носкиҙар алып ҡайта. Юҡ! Һыйпатмайым да, һөйҙөртмəйем дə, ə алып ҡайтҡан нəмəкəйҙəрен вис кире үҙенə бəрəм. Кəрəкмəй! Тора-бара был ваҡиға онотолһа ла, уның урынына яңылары өҫтəлə торҙо. Əле һуңғы ҡайтҡанымда, мунсанан сығып торһам, еҙнə кеше байтаҡ ҡыҙмасалап алған, өҫтəл башында хəбəргə батып ултыра. Үҙе һаман шул сығып китеү өҫтөндə. – Китəм, балдыҙ, апайыңдан, – ти, – барыбер китəм. Етте. Тормайым! Ҡаршыһында ултырған ҡустым, уртансы улдары, был спектаклдең аҙағы ни менəн бөтөрөн самалап, урынынан ырғып тора:
– Əйҙə, үҙем алып барып ырғытам! Ҡайҙа барырға? Юлды күрһəт! Апайым өҫтəл əйлəнеп йүгерə: – Ҡуй, əйтешмəгеҙ. Ыңғайына ғына тороғоҙ. Ҡаршы өндəшə күрмə! Аҙаҡҡы һүҙҙең нəҡ миңə төбəлгəнен аңғарып көлəм: – Нисə йыл өндəшмəгəнде, хəҙер килеп өндəшеп ултырмам инде, ивет, еҙнə? – Күңелемə уйылып ҡалған теге хəлдең иҫемə төшкəнен аңлатмаҡ булам. Ул миңə тишерҙəй итеп ҡарап ала ла, башын ситкə бороп мығырлай: – Их, балдыҙ... балдыҙ... Аңламайһың һин. Ошоноң ише сыпраңлап, туғарылып киткəн саҡтары йыш булды уның. Сығып китер ҙə кире апайыма ҡайтып йығылыр ине үҙе. Уныһы бер ҡаршы һүҙ əйтмəй, ирен һылап-һыйпап сығарып ебəрə лə, артынан ишек ябылыу менəн, истерика хəленə етеп, янына беҙҙе йыйып ала: – Еҙнəгеҙ китте бит!Был һүҙ ошо өйҙə нисə тапҡыр ҡабатланды икəн? Һəм тағы ла нисə ҡат ҡабатланыр ине икəн? Əгəр ҙə... Мин был икəүҙең тормошон бер кино ҡараған ише күҙəтə торғайным. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине. Үҙен яратмаған иргə бер түгел, биш ул табып ятҡан апайымды йəллəйем. Ҡомһоҙланып донъя көтөп, көн-төн эш тип сабып, иренең күңеле бөтөнлəй башҡа ҡатында икəнен аңлар өсөн ваҡыты ла булманы шикелле
үҙенең. Ə был еҙнəгə ни етмəне икəн?
Сынъяһау донъяңда шалҡандай улдарыңды тупылдатыпт һөйөп тик ят. Ҡыуаҡ төбө тапағансы... Бер саҡ еҙнəне аулаҡта тотоп һораным шулайҙа. “
Еҙнə, – тим, – үҙеңə ике ут араһында йəшəү ялҡытманымы? Аҡылға ултырырға ваҡыттыр ҙа инде...” – Ə һөйөү ҡасандан бирле аҡылһыҙлыҡ тип йөрөтөлə башланы ул? – Былай ҙа ҙур күҙҙəрен тултырып миңə баға был. – Һин дə шул ауыл ғəйбəтенə ышанып йөрөрһөң икəн... Улар бит мине бисəнəн-бисəгə йөрөй тип уйлай. Һуң һин улай түгел икəнен белəһең бит инде?! Ҡапыл əллə нисек уңайһыҙланып китəм: үҙем тураһында əйткəндəре шулай тəьҫир итəме? Теге саҡта үҙем күрҙем бит, еҙнə, тип əйтке килһə лə, тыйылып ҡалам. Ə ул, барыбер һиҙгəндəй, дилбегəне шул яҡҡа тарта: – Белгең килһə... Берəүҙе генə һөйҙөм мин. Ғүмерем буйы. Берəүҙе генə! – Һуҡ бармағын сөйөп, аҙаҡҡы һүҙен ике-өс мəртəбə ҡабатлап ҡуя. – Белгең килһə, мин дə... – Тоттом да шулай тинем. Дөрөҫлөктө ярып һалдым. Бығаса ошо һүҙемде уға əйтер өсөн нисəмə тапҡыр уңайлы осраҡ эҙлəнем, тик бер ҙə əйткəнем булманы. Үҙемдə уның менəн этлəшерлек ҡыйыулыҡ тапһам да, күңелемде асып һалыр өсөн көс таба алманым шул. Минең əйткəндəремдəн ул тəрəн ҡайғы кисергəн кеше ҡиəфəтендə тынып ҡала. Байтаҡ ултырабыҙ əле бынан һуң бер-беребеҙгə теклəшеп. Уның шул ҡарашы һаман күҙ алдымда. – Һөйгəс... ни тип апайыма йəбешеп яттың һуң? – Хəҙер үҙем дə, донъяны байтаҡ аңлап өлгөргəн кеше, яуап көтөп еҙнəмə текəлəм. – Их, балдыҙ... балдыҙ... ...Аңламайһың һин. Был һүҙҙəрҙе һуңынан да еҙнəм ауыҙынан бик күп тапҡыр ишетəсəкмен əле мин. Тик уның менəн ни əйтергə телəгəнен генə, ысынлап та, аңлай алмаясаҡмын. Кем икəн һуң уның йөрəгенə ут һалған ҡатын, тигəн һорауға яуап, еҙнəм ошо донъянан китеп, байтаҡ йылдар уҙғас ҡына килəсəк. Хатта ул апай менəн аралашып йəшəйəсəкмен, тик еҙнəм менəн уларҙың араһында булған мөнəсəбəттəре тураһында бер ҡасан
да һүҙ ҡуҙғатмаясаҡмын. Бары тик ситтəн генə был ҡатынды минең апайымдан яҡшыраҡ, матурыраҡ, ғөмүмəн, өҫтөнөрəк иткəн сифаттарын эҙлəп йонсоясаҡмын...
Һөйөү һөйлəп хислəнеп ултырған еҙнəмə күптəн күңелемде өйкəп торған һорауымды бирəм: – Ни етмəне һуң һиңə, еҙнə? Бына тигəн донъяң, ҡатының, бер көтөү улың бар? Ул байтаҡ ҡына бер нөктəгə ҡарап ултыра ла, көрһөнөп əйтеп ҡуя: – Нейҙер етмəне шул... Нейҙер етмəне... ... – Əй яратты ла инде Байрас һине, – апайым ҡарашын билдәһеҙлектән айырмай ғына әйтеп ҡуя. – Ныҡ яҡын күрҙе үҙеңде. Ике һүҙенең беренə һине ҡыҫтырмай ҡалмаҫ ине бисарам. Шəп ул балдыҙ, ҡəйнештəрең ары
торһон, тип кенə ебəрер ине. Теге егеттəрҙе үпкəлəтермен тип тə уйламаған үҙе...Апайымдың һөйлəгəндəре күңелемə май булып яғыла
бара... Яғыла бара... Ə үҙем шул уҡ ваҡытта уйлайым: ни эшлəп ошоларҙы еҙнəм иҫəн саҡта, үҙенең ауыҙынан ишетмəнем икəн? Ҡасан ғына һуң беҙ, кешелəр, бер-беребеҙгə булған хистəребеҙҙе асыҡтан-асыҡ
белдерергə өйрəнербеҙ ҙə əйтелмəй, ишетелмəй ҡалғандар өсөн үкенестəр кисереүҙəн туҡтарбыҙ?..
– Разведкаға ошо балдыҙ менəн генə йөрөп була, тигəн булыр ине бахырым, – көлөмһөрəп əйтергə тырышһа ла, апайымдың тауышы ҡалтырап китə, – шул ҡыҙыҡ бер һүҙе булды үҙенең. Разведка, имеш. Нимə уйлап əйткəндер уныһын...
Тик унда яңғыҙыма ғына булырға тура килде шул, тип əлеге лə баяғы теге саҡ күргəндəремде иҫлəп, күҙгə эркелгəн йəштəр аша йылмаям.
Еҙнəм менəн танышыу мəлен иҫлəп, моңһоу ғына рəхəтлек кисерəм. Апайымды əйттерергə килгəнендə, ҡасып ҡына ишек ярығынан ҡарап торһам, ҡулын һуҙып миңə ҡарай килə был:
– Мин һинең еҙнəйең булам.
– Булмайһың! –тим. Был аптырай:
– Нишлəп, балдыҙ?
– Хушбуй бирмəнең дə инде! Шулай булғас, мин һине...бабай тип йөрөтəм!
Ул шаҡ ҡатып миңə тексəйə.
– Эйе,- тип этлəшə бирəм. Беҙҙə вис шулайталар ул, хушбуй алмайынса берəүҙе лə еҙнə тип йөрөтмəйҙəр.
-Əпкилдеңме һуң? – танауымды сөйөп быға аҡаям. Үҙемдең, əй, шул хушбуйҙы борҡотоп, əхирəттəрем янына сығып əйлəнгем килə. Үəт көнлəшерҙəр ине теге бисуралар!
– Ай əттəгенəһе, алып килгəндəрен апайҙарыңа таратып бөткəйнем бит əле, – тип ыуалана был.– Бəлəкəсерəк булғас, һиңə тигəн бүлəк тə икенсерəк ине шул, балдыҙ. Əпирермен инде, əлəйһə... Тамам йəнде көйҙөрҙө был нəмə. Бəлəкəсерəк, имеш! Йүнле бүлəк тə алып килмəгəн, ишшыу, хəҙер бер бөртөк кенə апайымды алып китергə йыйына, тип ҡайғыға сумдым. Ултыра торғас, бер этлек уйлап таптым. Мəжлестең ҡыҙған ғына мəлендə тышҡа сыҡтым да бының туфлиҙарын алып солан башына ырғытайым тигəйнем, асыуымдан нығыраҡ һелтəнеп ташлағанмын, ахыры, һыңары мөрйəгə тығылды ла торҙо.
Ҡурҡышымдан өй əйлəнеп сабам. Бер ваҡыт ишекте киреп асып ебəрҙелəр эсендəгелəр сыр-сыу килешеп тышҡа атылды. Əсəй йүгереп йөрөп таҫтамал менəн төтөн ҡыуа. Минең ҡот осто! Ҡурҡыштан торҙом да йүгерҙем тыҡрыҡ аша шишмə буйына. Ултырам шундағы бүрəнə өҫтөндə һерəйеп. Əллə өшөүҙəн, əллə ҡурҡыуҙан дер ҡалтырайым. Ике уйымды ңбереһе шул:«Хəҙер еҙнəм үлтерə!»Ни эшлəргə белмəй аңшайып ултырғанда, ҡараһам, яр башынан берəү төшөп килə. Күҙҙəремде ҙур асып тегегə тексəйə торғас, танып ҡалдым: «Еҙнəм дəһə!» Аяҡ аҫтында ятҡан елле генə күҫəкте тотоп алып тегегə ҡаршы баҫтым: – Тейеп кенə ҡара! Ул минең һүҙемдəн һыны ҡатып көлə. Был асыуланмағас, йомшай төшəм. Ҡушылып көлөргə лə уйлап ҡуям, тик əлеге асыу ныҡ тота, ебəрмəй.
– Мин балдыҙымды эҙлəп ауылды əйлəндем, ə ул шишмə буйындағына ултырған икəн...–Өҫтөндəге кəстүмен сисеп иңдəремə һалғас, арҡамдан һөйөп ҡуя. Уның шул ҡулдарының йылыһын əле лə тойоп киткəндəй булам. Етəгенə алып урам буйлап барғанда, устарының ҡайнарлығынан иреп төшөрҙəй булып йəнəшəһенəн атлайым. Еҙнə тигəн нəмə ошолай йылы ғына була икəн, тип барам. Шунда үҙен ярата башларға ла уйлап ҡуям, тик һаман үслəшкем килеп, яныма «тиҫкəре кəзəмде» саҡырып килтерəм.Үҙем күҙ сите менəн генə уның баҫҡан һайын ҡаптыр-ҡоптор килгəн кəлүшенə ҡарап:
– Ə бындай кəлүште беҙҙə бабайҙар ғына кейə ул,– тип əйтеп һалам. Еҙнəм эйелеңкерəй биреп ҡолағыма бышылдай:
– Матур түфлием эшлектəн сыҡҡан шу-у-л, балдыҙ... Байтаҡ ҙур ғына эш боҙоуымды аңлап, башымды һəлендереп кенə атлайым. Ə ул артыҡ иҫе китмəй генə əйтеп ҡуя:
– Əй ярай, эшлəй башлағас, балдыҙым унан да матурырағын апҡайтып бирə ул, ивет? Ризалығымды белдереп, һəленгəн башты ҡағам. Ə үҙем эстəн генə, оһ-һоо, əле мин эшлəй башлағансы, -тип иҫем китə. Байтаҡ йөрөйһөң икəн əле был ат башындай кəлүштəреңде һөйрəп... ...Шулай ҙа алып ҡайтып кейҙерҙем мин еҙнəмə ул туфлиҙарҙы. Яратып, һаҡлап ҡына кейҙе. Шилма, ҡайтҡаным һайын шаяртып, күҙ ҡыҫып ултырыр ине үҙе:
– Йəшереп кенə тотам быларҙы. Балдыҙ ҡайтып солан башына атмаһын, тип ҡурҡып... ...Əле иһə эсемде өтөп алып барған һағышҡа сыҙай алмай, тəҙрə яңағына һарылып, өнһөҙ-һүҙһеҙ генə ихатаны байҡайым. Үҙе булмаһа ла, ундағы бөтə нəмə еҙнəмде хəтерлəтə. Һарай буйындағы эйəр-йүгəндəре, күмəгебеҙ тейəлешеп бесəнгə йөрөгəн бынау ат арбаһы, утынлыҡҡа һөйəлгəн анау һунар саңғылары, келəт стенаһына рəт-рəт итеп ҡағып эленгəн эш ҡоралдары – һəр ҡайһыһы уның төҫөн һаҡлай кеүек. Үҙе барҙа гөж килə ине бит ошо ихата. Иртəнəн кискə саҡлы унда нимəлер сыйылдай, геүлəй, шыжлай, выжлай торғайны.
Ə əле иһə был ишек алды ғына түгел, ə тотош донъя еҙнəмде юғалтыу ҡайғыһынан иңрәй төҫлө.
...Шул ыңғайҙа, күҙем сөйҙə эленеп торғансы быртҡыға төшкəс, еҙнəнең ҡустыларымды кəзə бəрəстəре ише тазылдатып урамдан ҡыуалап алып ҡайтҡан саҡтары иҫемə төшə. Минең үҙемде лə, тиҫкəрелəшкəн саҡтарымда, шуның менəн ҡурҡытып маташҡаны булды:
– Балдыҙ, теге сыбыртҡы анааа-уын-да ғына элеүле ул!– Бер күҙен ҡыҫа биреп, бармағын һарай мөйөшөнə турылай,- осо килеп тейһə, ныу һыртыңды яндыра инде! Уның бер ҡыҙығы булмаған нəмəнəн шарҡылдап көлөүе асыуымды килтерə. Турһайып байтаҡ ултыра биргəс, əйтеп һалам:
- Ə мин уны берəй ҡасан сабам ул! Ул иһə, минең был һүҙҙəрҙе ысынға алмай, айҡала- сайҡала көлөүен белə. Əйткəнемде эшлəй торған еңмеш бит мин, теңкəмə тейə торғас, ул сыбыртҡыһын тəки балта менəн турап ырғыттым. Шулай еңел генə ҡустыларымды аталарының «һыҙырыу»ынан ҡотҡарҙым. Үҙемдең иһə үсем ҡанып ҡалды. Минең эш икəнен белһə лə, асыуланманы еҙнəм. Өндəшмəй генə яңыһын үреп алды. ...Еҙнəмде юғалтҡан көндəн алып мин тормошто бөтөнлəй башҡаса ҡабул итə башлаясаҡмын. Йəшəйештең асылын аңларлыҡ кимəлгə еткəс, күп кенə хəл-ваҡиға бөтөнлəй башҡа күҙлектəн ҡарарға өйрəнермен. Ваҡытында еҙнəмдең күңелен, ул кисергəн хис-тойғоларҙы аңларға тырышмауым өсөн үкенəсəкмен. Хатта апайыма күргəн-белгəндəремде һөйлəмəгəн өсөн үҙемде ғəйеплəйəсəкмен. Бəлки, ҡалған ҡыҫҡа ғына ғүмерен еҙнəм теге ҡатын менəн бəхетле йəшəп ҡалыр ине, тигəн үкенесле уйҙар байтаҡ йылдар дауамында йəнемде ҡамсылап йонсотасаҡ... ...
– Еҙнəңде əйтəм, ике һүҙенең берендə, балдыҙ мине ғəфү итһен, тине лə торҙосо. Аҙаҡҡы кисте, мунсаһынан сығып ятҡас та, əйтте əле шул һүҙен. Шул ятыуҙан торманы бит инде бахырым. - Апайым илаулап йөрөп еҙнəнең кейем-һалымын йыя. – Нимə өсөн, тиһəм, үҙе белə ул, ти. Əйтмəй. Теге саҡ өҫтəл артында йотҡан көйөнсə боларып алғайны бит, шуға уңайһыҙланалыр һинең алда, тип уйланым. Башҡа улай ҡыйынһынырлыҡ нəмəһе булманы шикелле? – Шуның өсөндөр, апай, шуның өсөндөр... – Үҙем эстəн генə, их, шуның өсөн генə булһасы, тип һыҙланам. Беҙҙең уртаҡ сер һаҡлап йəшəгəнебеҙҙе апайым ҡайҙан белһен инде? Еҙнəмдең əртистəргə оҡшап төшкəн бер фотоһын ҡулыма алғас, бышылдап ҡына əйтеп ҡуям: – Ғəфү иттем мин һине. Тыныс ят, еҙнə. Иҫəн сағыңда əйтə алманым ошо һүҙҙəремде. Ниндəй үкенес... “ Ғөмүмəн, донъялыҡта саҡта беҙ, кешелəр, бер- беребеҙҙе ғəфү итерлек көстө таба алабыҙмы һуң инде?” Күҙгə эркелеп торған йəштəрем, ике юлаҡ яһап, битем буйлап ағып китə: – Еҙнəйем минең...Еҙнəкəйем...