Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 17:35

Башҡорт телендә рәхәтләнеп һөйләшкән һуңғы быуын булып ҡалмайыҡ!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә эшләп килгән Республика ата-әсәләр комиссияһы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән ата-әсәйҙәр менән осрашыу үткәрҙе. Онлайн-майҙансыҡҡа Асҡын, Балтас, Бөрө, Благовещен, Борай, Ҡариҙел районы һәм Бөрө ҡалаһы вәкилдәре йыйылды. Сараны Ата-әсәләр комиисияһы рәйесе урынбаҫары Айгөл Атанғолова алып барҙы.Көн тәртибенә сығарылған төп һорау - ошо төбәктә йәшәгән башҡорт балаларының туған телде өйрәнеү мәсьәләһе. Яҡтар балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырыу, башҡорт синыфтарын асыу хаҡында фекер алышты. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БашҡортТеле#Ҡоролтай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә эшләп килгән Республика ата-әсәләр комиссияһы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән ата-әсәйҙәр менән осрашыу үткәрҙе. Онлайн-майҙансыҡҡа Асҡын, Балтас, Бөрө, Благовещен, Борай, Ҡариҙел районы һәм Бөрө ҡалаһы вәкилдәре йыйылды. Сараны Ата-әсәләр комиисияһы рәйесе урынбаҫары Айгөл Атанғолова алып барҙы.
Көн тәртибенә сығарылған төп һорау - ошо төбәктә йәшәгән башҡорт балаларының туған телде өйрәнеү мәсьәләһе. Яҡтар балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырыу, башҡорт синыфтарын асыу хаҡында фекер алышты.
Тарих фәндәре кандитаты, Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социологик һәм мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында ырыуҙар бәйләнешенең һаҡланып килеүе тураһында һөйләне, шәжәрә тамырҙарының тарихына байҡау яһаны. Һәр бер ата-әсәлә туған тел, уны һаҡлау мәсьәләһенә төплө ҡараш булырға тейеш тип белдерҙе.
Күренекле шәхес, Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Сәфиулла улы Ҡунафиндың уйландырырлыҡ итеп һөйләгән фәһемле телмәре барыһын да борсоған һорауға яуап кеүек яңғыраны.
- Әҙәбиәтте өйҙә, бала баҡсаларында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында өйрәнергә тейешбеҙ. Хатта юғары власть әһелдәре лә быны иғтибарҙан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Әҙәбиәт, рухиәт мәҙәниәттең ике ҡанаты булғанда ғына йәмғиәт алға барасаҡ. Тимәк, әҙәбиәт телде үҫтерә, ә тел әҙәбиәтте һаҡлап килә. Һәр халыҡ йәшәһен өсөн яҙма милли теле лә һаҡланырға тейеш. Башҡорт теле тураһында бөгөндән уйланмаһаҡ,ҡайғыртмаһаҡ,киләсәктә телебеҙгә ҡурҡыныс янаясаҡ. Бөгөн беҙ башҡорт телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшкән һуңғы быуын булып ҡалмайыҡ! – тине Ғиниәт Ҡунафин.
Бынан бер-нисә йыл элек булдырылған Республика ата-әсәләр комиссияһы балаларҙың туған телдәрен өйрәнеүгә хоҡуҡтарын яҡлай. Мәғариф учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуҙы ҡануни нигеҙҙә ойоштороу мөмкинлектәре тураһында бәйән итә. Башҡорт теленең киләсәге, йәғни балаларҙың туған телдәрен өйрәнеүе өсөн төп яуаплылыҡ ата-әсәләрҙә икәнлеген аңлата.
Читайте нас: