Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан йылылыҡ таратыу селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Интер РАО” федераль төркөмөнә инә) етәкселеге ҡатнашлығында 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ өсөн түләү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов аңлатыуынса, миҙгелдең температура үҙенсәлектәренә бәйле, декабрҙә йылылыҡ өсөн түләү ноябрь менән сағыштырғанда 42 проценттан да артырға тейеш түгел ине. “БашРТС” раҫлауынса, компания хеҙмәтләндергән 474 мең фатирҙың 310 меңендә күрһәткестәр ошо сикте ашып киткән. Был 5,6 мең йорт тигән һүҙ.
Башҡортостан етәксеһе республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына “БашРТС” менән берлектә килеп тыуған хәлде мөмкин тиклем тиҙерәк төҙәтеү өсөн, төбәк халҡының ихтыяжын иҫәпкә алып, нигеҙле саралар күрергә ҡушты.
– Әгәр ҙә беҙ йылы өсөн түләү нигеҙһеҙ арттырылғанын беләбеҙ икән, бының сәбәбен асыҡларға, хәлде төҙәтергә һәм киләсәкитә быға юл ҡуйылмауы өсөн саралар күрергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.