Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 18:27

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Үткән аҙнала Күгәрсен районының Төйөмбәт ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге йыллыҡ премияны тапшырыу сараһы үтте. Оло әҙибәбеҙ исемендәге район премияһы бынан теүәл егерме ике йыл элек Башҡортостан яҙыусылар союзы менән берлектә булдырылып, ошо арауыҡ эсендә бөтәһе 58 ижадсының эшмәкәрлеге баһаланған. 2020 йылдың исемлеген "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзите хәбәрсеһе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм Яҙыусылар Союзы ағзаһы Арыҫланбекова (Айытҡолова) Айгөл Рәжәп ҡыҙы... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#АйгөлАйытҡолова#Премия

Үткән аҙнала Күгәрсен районының Төйөмбәт ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге йыллыҡ премияны тапшырыу сараһы үтте. Оло әҙибәбеҙ исемендәге район премияһы бынан теүәл егерме ике йыл элек Башҡортостан яҙыусылар союзы менән берлектә булдырылып, ошо арауыҡ эсендә бөтәһе 58 ижадсының эшмәкәрлеге баһаланған. 2020 йылдың исемлеген "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзите хәбәрсеһе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм Яҙыусылар Союзы ағзаһы Арыҫланбекова (Айытҡолова) Айгөл Рәжәп ҡыҙы менән Республика ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау үҙәге директоры - Биҡҡоллов Илшат Нафик улы, Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Ресрубликаһының Журналистар Союзы ағзаһы Ишемғолов Тәлғәт Ғәлийән улы тулыландырҙы.
Милләтебеҙ яҙмышына битараф булмаған, һәр күренешкә үҙ ҡарашы булған үҙенсәлекле ҡәләмле журналист, яҙғанынан ҡымыҙ еҫе аңҡытыр шағирә, районда үткән һәр төрлө әҙәби-мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнаған, журналыбыҙҙы таратыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Айгөл Айытҡолова өсөн айырата шатбыҙ. Уны мәртәбәле премияға эйә булыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ!
"Ағиҙел"селәр
Читайте нас: