Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 19:13

Радий Хәбиров: Евразия ғилми-мәғариф үҙәге «белем иҡтисадын» үҫтереү үҙәгенә әүерелер.

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге «белем иҡтисадын» үҫтереү үҙәгенә, ысын мәғәнәһендә «стартаптар фабрикаһы»на әүерелер. Быйылдан республика магистранттары һәм аспиранттары өсөн «Сколтех» университеты менән берлектәге программалар башлана. Төбәк «мегагранттары» ғәмәлгә ашырыла, предуниверсарийҙар селтәре киңәйтелә.

«2024 йылда заманса студенттар кампусын төҙөрбөҙ, сит ил студенттары һанын 10 меңгә еткерербеҙ. Беҙҙең ғилми-мәғариф үҙәге республикаға таланттарҙы йәлеп итер, Рәсәй һәм донъя компаниялары менән партнерлыҡты нығытыр. Йәй көнө Вәлиди урамындағы комплекста IQ-ПАРК – «Сколково» төбәк операторы статусы менән юғары технологиялар технопаркының беренсе сиратын асабыҙ. Был инновацион бизнес өсөн юғары һөҙөмтәле майҙансыҡ булырға тейеш. Парк резиденттарына «Сколково» ресурстарына инеү мөмкинлеге, махсус преференциялар һәм заманса сервистар бирелә», — тип билдәләне республика етәксеһе йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда.
Радий Хәбиров Ғилми-белем биреү үҙәге проекттарын алға ебәргәндәрҙең һәммәһенә рәхмәт әйтеп, Евразия ғилми-мәғариф үҙәген үҫтереүҙә ҡатнашҡан ғалимдарҙы ла билдәләне. Бөгөн уларҙың икәүһе Колонналар залында ултыра. Улар – йәш ғалим, «Авиация өсөн яңы быуын электр машиналары» проекты лидеры, техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Вячеслав Вавилов һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Инжиниринг үҙәге етәксеһе Дмитрий Матвеев. Әйткәндәй, Инжиниринг үҙәгенең проекты Ғилми-мәғариф үҙәге программаһына инде һәм 300 миллион һумлыҡ грант алды.
Читайте нас: