Сарала шулай уҡ республиканың конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Денис Булатов, эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова, Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин, Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Олег Полстовалов, Күп функциялы үҙәктең республика бүлексәһе етәксеһе Гөлшат Арыҫланова ҡатнашты.
Быйыл республикалағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсенләр һанын һөҙөмтәле саралар ярҙамында 433-тән 456 мең кешегә тиклем арттырыу планлаштырыла. Илшат Тажетдинов белдереүенсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – төбәктәге эшҡыуарлыҡ хәлен һәм сифатын күрһәткән төп индикатор. Онлайн сарала кредит алыу мөмкинлеген булдырыуҙың, конкурентҡа һәләтлелекте арттырыуҙың, етештерелгән продукцияға һорауҙың артыуы кеүек шарттарҙың был өлкәлә шөғөлләнгәндәр һанын арттырыуға булышлыҡ итеүе хаҡында әйтелде.
“Был күрһәткесте тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара, район һәм ҡала хакимимәттәре эшләй. Тап ошо күрһәткес буйынса ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса милли проекттың тормошҡа ашырылыуы баһалана”, – тип белдерҙе Илшат Азамат улы.