Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2021, 12:12

«Өфөоргсинтез» йәмғиәте заводында янғын һүндерелде – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

«Өфөоргсинтез» йәмғиәте заводында сыҡҡан янғын тулыһынса һүндерелде, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.«Бөгөн урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7-се 33 минутта утты тулыһынса һүндереүҙәре тураһында иғлан ителде. Янғынды һүндереүҙә бөтәһе 127 кеше ҡатнашты, 44 берәмек техника йәлеп ителде», — тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

«Өфөоргсинтез» йәмғиәте заводында сыҡҡан янғын тулыһынса һүндерелде, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.
«Бөгөн урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 7-се 33 минутта утты тулыһынса һүндереүҙәре тураһында иғлан ителде. Янғынды һүндереүҙә бөтәһе 127 кеше ҡатнашты, 44 берәмек техника йәлеп ителде», — тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 ғинуарҙа 235-се газ бүлеү бүлегендә янғын сыҡҡан. Был ваҡытта унда – 18, машина залында 25 кеше булған. Бензин, яғыулыҡ биреү ябылған.
«Газды ташлау өсөн тәғәйенләнгән метан-водород фракциялы 20 һәм 25 кубометр күләмендәге ике һауытта ут тоҡанған. Бер һыйышлыҡ емерелгән, икенсе һыйышлыҡтан бүленгән газ 10-15 метр бейеклектәге ялҡын булып яна», — тип хәбәр итте кисә ҡотҡарыусылар.
Янғынға ҡатмарлыҡтың дүртенсе дәрәжәһе бирелгән. Бер кеше ашығыс ярҙам менән токсикология бүлегенә оҙатылған. Берәүһенең үле кәүҙәһе табылған.
Мәғлүмәт һәм фото: Башинформ
Читайте нас: