Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2021, 12:37

“Аҡбуҙат” балалар журналы сыға башалуға – 30 йыл.

“Аҡбуҙат” – боронғо эпостың исемен йөрөткән, Башҡортостан Республикаһының йөҙөн билдәләгән төп баҫма! Тәрбиәүи, әҙәби, тарихи, танып белеү тураһындағы материалдарҙы туплаған, айына бер тапҡыр сыҡҡан башҡорт телендәге журналдың аудиторияһы – донъяға саҡ тауыш биргән кескәй башҡорттан алып башланғыс класс уҡыусылары. Баҫмаға 1990 йылда нигеҙ һалынған, әммә тәүге һаны ғинуарҙа донъя күргән. Тәүге баш мөхәррире – Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева. Унан һуң баҫманы Тамара Юлдашева етәкләгән. Журнал күп тапҡырҙар Мәскәүҙә үткән “Матбуғаттың алтын фонды” халыҡ-ара күргәҙмәһендә иң шәп баҫма булараҡ билдәләнгән. 2012 йылда “Аҡбуҙат” Рәсәй Журналистар союзы ойошторған илдең кескәйҙәр өсөн сығарылған баҫмалары араһында “Бәләкәй принц” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Аҡбуҙат#Акбузат

“Аҡбуҙат” – боронғо эпостың исемен йөрөткән, Башҡортостан Республикаһының йөҙөн билдәләгән төп баҫма! Тәрбиәүи, әҙәби, тарихи, танып белеү тураһындағы материалдарҙы туплаған, айына бер тапҡыр сыҡҡан башҡорт телендәге журналдың аудиторияһы – донъяға саҡ тауыш биргән кескәй башҡорттан алып башланғыс класс уҡыусылары. Баҫмаға 1990 йылда нигеҙ һалынған, әммә тәүге һаны ғинуарҙа донъя күргән. Тәүге баш мөхәррире – Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева. Унан һуң баҫманы Тамара Юлдашева етәкләгән. Журнал күп тапҡырҙар Мәскәүҙә үткән “Матбуғаттың алтын фонды” халыҡ-ара күргәҙмәһендә иң шәп баҫма булараҡ билдәләнгән. 2012 йылда “Аҡбуҙат” Рәсәй Журналистар союзы ойошторған илдең кескәйҙәр өсөн сығарылған баҫмалары араһында “Бәләкәй принц” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды.
2020 йылдың сентябрендә баҫма Башҡортостан Башлығы грантына “Урал батыр” йәнһүрәтен сығарҙы. Ошо уҡ йылда Рәсәй Федерацияһының Пермь өлкәһендә йәшәгән Ғәйнә ырыуының кескәй башҡорттары өсөн 13-сө һан нәшер ителде. Башҡорт теле йылында редакция хеҙмәткәрҙәре республиканың ике дәүләт телендә “Ҡояш ҡыҙы иленән” китабын баҫтырыуға өлгәште. Унда журнал тарафынан ойошторолған конкурста еңеүсе балаларҙың шиғырҙарын Рәсәйҙә билдәле яҙыусылар – Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары Нина Ягодинцева, Дағстандың халыҡ шағиры Марина Ахмедова-Колюбакина, Башҡортостанда билдәле шағирҙар Сергей Янаки, Светлана Чураева, Кристина Андрианова, “Корифейҙар” фестивалендә ҡатнашҡан Юрий Татаренко, Евгения Решетникова тәржемә итте.
“Аҡбуҙат”ты Рәсәй Федерацияһының беренсе автономиялы республикаһында йәшәгән кескәй башҡорт уҡый. 2021 йылда альтернатив яҙылыу нигеҙендә яңы ойошторолған тарихи-мәҙәни үҙәктәр ярҙамында баҫма Свердловск, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән бәләкәстәргә лә барып етәсәк.
Журнал бөгөн баҫма вариантта ғына түгел, электрон форматта, бар социаль селтәрҙәр аша үҙ уҡыусыһына юл таба. “Аҡбуҙат” тарафынан ойошторолған барлыҡ конкурстар социаль селтәрҙәр аша ойошторола, шуға башҡорт телендә тарихи, мәҙәни, тәрбиәүи мәғлүмәт таратыуҙа, тотош милләттең киләсәген үҫтереүҙә уның роле ҙур.
Бөгөн баҫмала балалар яҙыусылары Миңлегөл Тайсина, Зөбәйҙә Исламова, Гөлнара Мостафина, йәш быуын шағирәһе Айгөл Йәмилева эшләй. Кескәйҙәр өсөн сағыу һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған һүрәттәрҙе республикала ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле рәссамдар Азамат Ғарипова, Сулпан Билалова, Майя Ҡәйүмова, Артур Вәсилов, Салауат Ғиләзетдинов, Лиана Ниғмәтйәнова, Сергей Эйтвид, Ирина Әхмәҙуллина, Дамир Мөхәмәтйәров эшләй. Баҫманы шағирә Лариса Абдуллина етәкләй.
Читайте нас: