Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ЗУМ платформаһында 21 ғинуарҙа, республиканың ғилми йәмәғәтселеге, Тәтешле районы уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән берлектә халҡыбыҙҙың данлыҡлы шәхесе, ғалим, мәғрифәтсе, шағир, дин тәғлимәттәре тәржемәсеһе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған “Башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой: тормошо һәм мираҫы” тип аталған онлайн конференция уҙғарҙы.
Яҙмаларында үҙен “Урман башҡорттарынан булам” тип танытҡан Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы 1826 йылда (бәхәсле, бәлки, 1828 йылда) Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ирәкте олоҫонда (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылы) мулла ғаиләһендә донъяға килә. Кейековтар шәжәрәһе Ирәкте тигән башҡорт ырыуының ҙур тармағын тәшкил итеп, ырыу башлығы Иҫән хан вариҫтары булып тора.
Ғилем, әҙәбиәт һәм дин өлкәләренә ҡағылышлы байтаҡ хеҙмәттәр яҙып ҡалдырған ҡәләм эйәһенә бағышланған сарала Башҡортостандың Фәндәр Академияһы етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты, ғалим Айтуған Аҡманов, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы етәксеһе Марат Зөлҡәрнәйев, филология фәндәре докторҙары Ғиниәтулла Ҡунафин, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Луиза Сәмситова, филология фәндәре кандидаты Айнур Хужахмәтов, Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы бүлеге етәксеһе Булат Зиннуров, тарих фәндәре кандидаттары Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Әхәт Сәлихов, Рәсих Зәйтүнов, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин һәм Тәтешле районынан тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.
Тәрән ғилми эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә төйнәлгән фекерҙәр, табылған документтар һәм тарихи дәлилдәр менән нығытылған сығыштар, мәғлүмәттәр арҙаҡлы ғалимдың килеп сығышын, тормош юлын, ғилми эштәрен һәм ижадын тулыһынса күҙ алдына баҫтырҙы. Конференцияла яңғыраған сығыштар Ғәли Соҡоройҙоң тарихи хеҙмәттәре, ижады заманы өсөн алдынғы булыуын иҫбатланы, уның башҡорттоң башҡа тарихи шәхестәре менән бер рәттә торорға тейешлеген күрһәтте. Түңәрәк өҫтәл үҙенең эшен резолюция ҡабул итеү менән тамамланы. Унда ҡабул ителгән ҡарарҙар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫ, ә киреһенсә, төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙаңын нығытырлыҡ саралар булып тормошҡа ашыр тип ышанғы килә.
Әйткәндәй, “Ағиҙел” журналының 1-се һанында филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафиндың Ғәли Соҡоройҙың тормошо һәм ижадын киң яҡтыртҡан, бик ҡыҙыҡлы факттар менән байытылған ”Беҙ Урман башҡорто булабыҙ” тип аталған мәҡәләһе донъя күрәсәк. Баҫмабыҙҙың тышлығын иһә Фазлетдин Ислаховтың “Ғәли Соҡорой” тип аталған картинаһы биҙәй. Халҡыбыҙға Ғәли Соҡорой һәм Ғарифулла Кейеков кеүек оло шәхестәр биргән Тәтешле районы Соҡор ауылы шулай уҡ беҙҙең осорҙа арҙаҡлы моң эйәләре булып танылған Хәниә Фәрхи, Салауат Фәтхетдиновтарҙы ла биргән бәрәкәтле төбәк.