Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Азат Бадранов кисә Татарстан Хөкүмәте вице-премьеры Вәсил Шәйхразиев менән осрашты. Азат Бадранов журналистарға әле генә уҙған осрашыу хаҡында һөйләне. Ул осрашыуҙы ыңғай баһалап, уның эшлекле һәм йөкмәткеле үтеүен билдәләне.
«Беҙ милләт-ара, милли ойошмаларыбыҙ – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бөтә донъя татарҙары конгресы менән килешеп эш итеү пландары тураһында фекер алыштыҡ. Глобалләшеү шарттарында донъяла үҙенсәлекле башҡорт һәм татар мәҙәниәттәрен һаҡлау, этнотел сәйәсәте, республикалар эсендә лә, уларҙан ситтә лә телдәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ алып барҙыҡ», — тип билдәләне Азат Бадранов.
Вәсил Шәйхразиев яуап сәфәре менән Ҡазанға килергә тәҡдим итте, тине ул. Сәфәрҙе ике аҙна эсендә тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Азат Бадранов йәмәғәтселекте аныҡ проекттар һәм программалар менән улар әҙер булғас таныштырырға вәғәҙә бирҙе.
Мәғлүмәт Башинформдың рәсми сайтынан тупланды
Фото социаль селтәрҙәрҙән