Ағиҙел
-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 15:11

Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың исеме бирелде.

Балет сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән һәм традицияларҙы һаҡлап ҡалған өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың исеме бирелде. Был хаҡта бөгөн республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Театр#Опера

Балет сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән һәм традицияларҙы һаҡлап ҡалған өсөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың исеме бирелде. Был хаҡта бөгөн республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Театрҙың тарихы легендар бейеүсе менән тығыҙ бәйләнгән. Тап ошонда ул үҙенең тәүге профессиональ аҙымдарын яһаған. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһына Рудольф Нуриевтың исемен биреү тураһында тәҡдимде яҡланы.
Ошо ваҡиға уңайынан 26 ғинуарҙа Адольф Адандың «Жизель» балеты күрһәтелә. 1959 йылдың 12 декабрендә Рудольф Нуриев илебеҙ балеринаһы Ирина Колпакова менән тәүге тапҡыр «Жизель» балетында Альберт ролендә сығыш яһай һәм тамашасыларҙы хайран ҡалдыра. Күпмелер ваҡыттан һуң данлыҡлы яҡташыбыҙ ошо спектаклдә Марго Фонтейн менән уйнай башлай.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы артистары башҡарыуындағы «Жизель» балеты 26 ғинуарҙа театрҙың YouTube-каналында һәм КУЛЬТУРА.РФ порталында күрһәтелә.
Читайте нас в