Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы шәхси автотранспортта йөрөгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, рулдә уяу булырға, алыҫ юлға сыҡҡанда йылы кейемдәр, яғыулыҡ алырға кәңәш бирә. Тиҙлек режимын, автомобилдәр араһында дистанцияны һаҡлау һәм уҙып китеү ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ.