Ағиҙел
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2021, 09:30

Хәүефһеҙлек ҡайышы

Әбүзәрҙән шиғри күстәнәсСалауат ӘБҮЗӘРХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҠАЙЫШЫАңлап етмәнем, ахыры,Был тормоштоң айышын, –Эләктереп йөрөмәнемХәүефһеҙлек ҡайышын. Йәшел ут ни, ҡыҙыл ут ни, –Айырмай күңел, аҙһа.Баҫыр урында тормозға,Нығыраҡ баҫтым газға. Елеп үтеп китте йәшлек,Ҡалды уйнап саң-туҙан.Спидометрға ҡараһам,О-һо!.. Күпме юл уҙған!.. Йөрәк ҡыҙған мотор кеүекТиҙлек көҫәй йәш саҡта.Мөһим түгел уның өсөнКүпме бензин бар бакта... Ҡыҫҡара бара юлдарым, –Күрәм ҡояш байышын.Ләкин эләктерге килмәйХәүефһеҙлек ҡайышын...

Салауат ӘБҮЗӘР
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҠАЙЫШЫ
Аңлап етмәнем, ахыры,
Был тормоштоң айышын, –
Эләктереп йөрөмәнем
Хәүефһеҙлек ҡайышын.
Йәшел ут ни, ҡыҙыл ут ни, –
Айырмай күңел, аҙһа.
Баҫыр урында тормозға,
Нығыраҡ баҫтым газға.
Елеп үтеп китте йәшлек,
Ҡалды уйнап саң-туҙан.
Спидометрға ҡараһам,
О-һо!.. Күпме юл уҙған!..
Йөрәк ҡыҙған мотор кеүек
Тиҙлек көҫәй йәш саҡта.
Мөһим түгел уның өсөн
Күпме бензин бар бакта...
Ҡыҫҡара бара юлдарым, –
Күрәм ҡояш байышын.
Ләкин эләктерге килмәй
Хәүефһеҙлек ҡайышын...
Читайте нас в