Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2021, 11:43

Республикала 54 ауыл «Айыҡ ауыл» конкурсының финалына сыҡты.

«Конкурстың муниципаль этабы тамамланды. Финалда 54 ауыл ҡатнаша. 2021 йылдың мартында конкурсҡа йомғаҡ яһайбыҙ», — тип хәбәр итте «Башинформ»ға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#АйыҡАуыл#Ҡоролтай

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы башланды. 2020 йылда унда бөтәһе 2114 ауыл ҡатнашты.
«Конкурстың муниципаль этабы тамамланды. Финалда 54 ауыл ҡатнаша. 2021 йылдың мартында конкурсҡа йомғаҡ яһайбыҙ», — тип хәбәр итте «Башинформ»ға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Уҙған аҙнала «Айыҡ ауыл» конкурсы барышында Бөрө районы Бахтыбай ауылында «Уйна, гармун!» халыҡ фестивале ойошторолдо. Иң оло гармунсы Константин Пазачевҡа 86 йәш булһа, ә иң кесеһе Юрий Паликовҡа – 14. Байрамда ҡатнашҡан Башҡортостан парламенты депутаты Яков Кугубаев һөйләүенсә, бөтә Бахтыбай халҡы тиерлек һәм тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр йыйылды, байрам иҫерткес эсемлектәрһеҙ ҙә күңел асырға мөмкин икәнен раҫланы».
«Айыҡ ауыл» конкурсы Башҡортостан Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙғарыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары буйынса, быйылғы конкурстың бүләк фонды 40 миллион һумға тиклем арттырылды. Бынан тыш, райондарҙа шәхси бүләк фондтары булдырылды.
Фото: Башинформ
Читайте нас в