Бөгөндән социаль учреждениеларҙа изоляция режимын бөтөрә башлайҙар. Хеҙмәткәрҙәр 14 көнлөк сменанан ғәҙәти эш режимына күсә.
«Беҙ эпидемиологик хәлде баһаланыҡ, кәңәшләштек. Социаль учреждение хеҙмәткәрҙәренең ошондай режимда эшләүҙән арыуынан да сығып хәл иттек», - тине Хәбиров.
65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн изоляция тәртибе һаҡлана.
Шулай уҡ бөгөндән республика Бөтә Рәсәй ярыштарын уҙғарырға рөхсәт ителә: асыҡ һауала - тамашасыларҙың 50 проценты, ябыҡ бинала иһә 30 проценты ҡарарға мөмкин.