“Журналистика өлкәһендә ҙур тәжрибә эйәһе булараҡ, мин беренсе тапҡыр документаль фильм режиссеры булараҡ сығыш яһарға булдым. Беҙҙең ижади төркөмөбөҙ алдында ҙур бурыс тора. Өфөнөң тарихы аша уның потенциалын асырға, уны Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы булараҡ күрһәтергә кәрәк. Тәү сиратта беҙҙең маҡсатлы аудитория булып һуғыштың, хеҙмәт ҡаһарманлығының нимә икәнлеген белмәгән йәштәр торасаҡ. Һөҙөмтәлә сифатлы һәм ҡыҙыҡлы контент килеп сығыр, бик күптәр өсөн ҡыҙыҡ булыр тип ышанабыҙ, - ти Артем Вәлиев.
Был проект Рәсәй Президенты гранттары конкурсына республиканың Журналистар союзы аша “Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт Палатаһы аппараты” Ресурс үҙәге ярҙамында ебәрелгән. Проектың техник йөкләмәһенә ярашлы, фильм Өфө кинотеатрҙарында һәм интернет аша күп халыҡҡа күрһәтеләсәк.