Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2021, 18:40

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына эштәр ҡабул ителә

Башҡортостандың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу буйынса республика Башлығы ҡарамағындағы комиссияһы 2021 йылдың 11 февраленә тиклем эштәр ҡабул итә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҺәҙиәДәүләтшина#Премия

Конкурстың положениеһына ярашлы, премия ике йылға бер йәш быуынды рухи-әхлаҡи йәһәттән һәм ватансыллыҡ йүнәлешендә тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре өсөн тапшырыла.
Бәйгелә айырым китап булып баҫылған, матбуғат сараларында донъя күргән йә башҡа юлдар менән уҡыусыларға еткерелгән әҫәрҙәр ҡатнаша ала. Улар конкурс эштәре ҡабул ителгән осорға тиклем бер йыл эсендә донъя күргән булырға тейеш.
Конкурсҡа ҡабул ителгән эштәрҙең исемлеге матбуғат сараларында донъя күрә. Бер үк эште башҡа дәүләт премияларына тәҡдим итергә ярамай.
Эште конкурсҡа тәҡдим итеү ҡарарын ойошма коллективтары ҡабул итә (коллегия, президиум, идаралыҡ, художество йәки ғилми советтар, хеҙмәт коллективы йыйылыштары).
Документтар Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18 адресы буйынса Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы бинаһының 23-сө кабинетында ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-87-75.
Конкурс положениеһы менән Башҡортостан Башлығы сайтында (glavarb.ru) танышырға мөмкин.
Читайте нас: