Хәсән Назар 1942 йылдың 15 ғинуарында
Башҡортостандың Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында тыуған.
Ҡужанаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, колхозда малсы булып, көтөү көтә.
Бөрө ҡалаһында кооператив училищелә уҡығас, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас,
Бөрйән районының Таң гәзитендә эшләп ала, баҫманың бүлек мөдире була. Ижадтың ысын тәмен татыған һәм тормошҡа ныҡлап аяҡ баҫҡан Хәсән Назар 1967 йылда
Өфөгә юллана. Баш ҡалала ул журналист ҡәләмен тәүҙә «Ленинсы» (1990 йылдан
«Йәшлек») гәзитендә һынап ҡарай, бер аҙҙан «
Ағиҙел» журналы редакцияһына күсә. Әйтергә кәрәк, тормош һәм ижад тәжрибәһен етерлек туплағас һәм республикала билдәле әҙипкә әйләнгәс, ул был тос баҫмаға тағы әйләнеп ҡайта һәм журналдың бүлек мөдире йөгөн тарта. Ә 1971 йылдан «Совет Башҡортостаны» (хәҙер
«Башҡортостан») гәзитендә хеҙмәткәр, 1974—1977 йылдарҙа
БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙары комитетында редактор була. 1975 йылда ситтән тороп
СССР Яҙыусылар союзының Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1987 йылдан «Башҡортостан пионеры» (хәҙер
«Йәншишмә») гәзите редакцияһында бүлек мөдире, 1990—1992 йылдарҙа
«Йәшлек» гәзитенең яуаплы секретары, 1994—1995 йылдарҙа редактор урынбаҫары була. 1995—2001 йылдарҙа «
Ағиҙел» журналының шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй, аҙаҡтан 2007 йылға тиклем «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләй.