Араларында 16 проект - коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан, 15-ен муниципаль бюджет учреждениелары әҙерләгән, етеһе – дәүләт бюджет учреждениеһынан.
Заявкалар “Мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң матбуғат саралары, йәштәр сәйәсәте, шулай уҡ республиканан ситтә Башҡортостандың дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү” йүнәлештәре буйынса тапшырылды.
Проекттарҙың географияһына килгәндә, 24 проект Өфөнән; Сибай менән Ишембайҙан – икешәр; Дәүләкән, Иглин, Шишмә, Бүздәк, Бишбүләк райондары һәм Күмертау ҡалаһынан - берәр. Еңеүселәр иҫәбенә сит өлкәләрҙән килгән эштәр ҙә инде. Улар араһында Мәскәү ҡалаһы, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы бар.
Республика халыҡтарының тыуған телдәрен үҫтереү һәм популярлаштырыу яңы заманса, ҡыҙыҡлы формат ала. Еңеүсе проекттар араһында “Балалар” тип аталған башҡорт телендәге анимацион видео-китап, “Яңы моң” вокал талант-шоуы, “Башҡортостан ынйылары” ҡыҫҡа метражлы анимацион фильмдар төшөрөү, “СәләмPRO” мультимедиялы һәм интерактив мобиль ҡушымта, “Республика” блог-туры һәм башҡалар бар.
Башҡортостан гәзите хәбәр итеүенсә, проекттарҙың дөйөм суммаһы 80 миллион һумға тиклем арттырылғайны. Ҡайһы берҙәрен тормошҡа ашырыу ғинуарҙан уҡ башланасаҡ.