Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 21:32

«Тамға» ижади берекмәһе төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының кейем коллекцияһын булдырҙы.

Туймазы ҡалаһынан «Тамға» ижади берекмәһе башҡорттарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫын өйрәнеү, заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланып, текстиль продукцияһын әҙерләү менән шөғөлләнә. Атап әйткәндә, берекмә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының костюмдарын өйрәнеү һәм тегеү өсөн күп ваҡытын һәм көсөн бүлә. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ҡатын-ҡыҙ кейеме коллекцияһы һәм үҙенсәлектәре тураһында төркөм етәксеһе Зөлфиә Краснова һөйләне. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ВКБ#Яңылыҡтар#Ҡоролтай

Туймазы ҡалаһынан «Тамға» ижади берекмәһе башҡорттарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫын өйрәнеү, заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланып, текстиль продукцияһын әҙерләү менән шөғөлләнә. Атап әйткәндә, берекмә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының костюмдарын өйрәнеү һәм тегеү өсөн күп ваҡытын һәм көсөн бүлә. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ҡатын-ҡыҙ кейеме коллекцияһы һәм үҙенсәлектәре тураһында төркөм етәксеһе Зөлфиә Краснова һөйләне.
«Башҡорт ырыуҙарының кейем үҙенсәлектәре хужалыҡ төрөнә, климат шарттарына, географияға бәйле. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы йомшаҡ климат һәм убалы тигеҙлек ер эшкәртеүҙең киң таралыуына килтерә. Шуға ла был төбәк халҡы кейемендә киндер һәм етендән һуғылған туҡыма өҫтөнлөк итә. Борон тегеү станогының киңлеге 38-42 сантиметр була, ошо сәбәпле кейем бер тигеҙ таҫмаларҙан ҡатмар ҡушмайынса тегелә. Бынан тыш, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемендә төбәктә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтенең үҙ-ара тығыҙ бәйләнгәнен күрәбеҙ. Беҙҙең кейемдәр удмурт, мари һәм татар мотивтары булыуы менән айырылып тора», — ти Зөлфиә Краснова.
Әйткәндәй, «Тамға» берләшмәһенең был коллекцияһы «Йыл һөнәрсеһе-2020» конкурсы призеры булды.
Мәғлүмәт Ҡоролтайҙың рәсми сайтынан теркәлде
Читайте нас: