Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 21:27

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист, профессор Рәшит Закир улы Шәкүровтың тыуған көнө! Ил ағаһын ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түрендәге иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РәшитШәкүр#Ҡотлайбыҙ

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Закир улы Шәкүровтың тыуған көнө! Ил ағаһын ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түрендәге иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һүҙ — уҡ. Мәргән ат һин уны,
Теймәй ҡалмаһын.
Яуыз йәнгә, үтен һытып,
Барып ҡаҙалһын.
Уҡ юлындай тура булһын
Әйткән һәр һүҙең.
Тик йыртмаһын ерле юҡтан
Әҙәмдең йөҙөн.
(Рәшит Шәкүр).
Читайте нас: