Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2021, 13:08

Башҡортостанда ике автобус ҡатнашлығындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы ике автобус ҡатнашлығындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң енәйәт эше ҡуҙғатты. «Оло Ыҡтамаҡ – Өфө» рейсын башҡарған «Форд Транзит» автобусының 35 йәшлек водителе ҡулға алынды. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Фажиғә

Башинформ хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы ике автобус ҡатнашлығындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң енәйәт эше ҡуҙғатты. «Оло Ыҡтамаҡ – Өфө» рейсын башҡарған «Форд Транзит» автобусының 35 йәшлек водителе ҡулға алынды.
«Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы етәкселеге ваҡиға урынына юлланды. Бер нисә экспертиза тәғәйенләнде», — тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
Бынан алда «Башинформ» 10 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә Кропачево-Мәсәғүт-Әчит трассаһында Татар Малаяҙы ауылы янында аварияла ғәйепләнеүсе водителдең, ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Өфө – Оло Ыҡтамаҡ» микроавтобусы менән бәрелешеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Беренсе автобустағы 15 пассажирҙан алты йәшлек малай һәм 13 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Тағы ун кеше, шул иҫәптән дүрт бала яҡындағы дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ икенсе автобустың 43 йәшлек водителе һәм бер пассажиры дауаханаға һалынған.
Читайте нас в