Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға аҙна аҙағына тиклем республикала йылытыу өсөн түләүгә бәйле реаль картинаны күрһәтергә ҡушты.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика халҡы БашРТС-тан декабрь айы өсөн килгән йылытыу иҫәп-хисап ҡағыҙҙарына ризаһыҙлыҡ белдерә.
Төрлө баһалар буйынса, түләү 30-70% артҡан. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төҙөлгән эшсе төркөмгә тиҙ арала хәлде асыҡлау һәм сумманың дөрөҫлөгөн тикшереү бурысы йөкмәтелгән.
«Халыҡҡа нигеҙһеҙ түләүҙәр күрһәтелгән осраҡта – асыҡларға һәм ошо аҡсаны кире ҡайтарырға. Беҙҙә ундай тәжрибә бар. Әгәр кемгәлер яңылыш иҫәпләнгән икән, аҡса кире ҡайтарылырға тейеш. Йә иһә йортта йәшәүселәр был аҡсаны түләмәгән булһа, түләү ҡағыҙҙарын алмаштырһын, — тип белдерҙе Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. — Хәлдең ниндәй булыуы тураһында реаль картинаны күрһәтегеҙ. Мин «БашРТС» менән һөйләштем. «Өфө инженер селтәрҙәре» түләүҙәре буйынса ҡарарға кәрәк. Был шундай ҙур һәм ҡатмарлы проблема. Уға асыҡлыҡ индерергә кәрәк».
Фото: Республика Башлығы сайты